Компания киләсәктә тағы ла бер күләмле проектты тормошҡа ашырмаҡсы. Ул үҙебеҙҙә балыҡ ризыҡтары етештереүҙе өс мең тоннаға арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Өҫтәүенә яңы 100 эш урыны булдырыу күҙаллана. 2023 йылға инвестор яһалма быуалар селтәрен киңәйтеп, Благовещенда балыҡ эшкәртеү заводын төҙөргә ниәтләй.