Хужалыҡта эшселәрҙе хөрмәт итәләр.
Әле мәктәпкә лә төшмәгән малай колхозда эшләгән атаһының көн-төн ҡырҙан ҡайтып инмәүен күреп үҫә. Улар уяныуға атаһы өйҙән сығып китһә, кис һуң ғына әйләнеүенә уландары инде әүен баҙарында. Шул ваҡытта уҡ ул колхоз рәйесе менән атаһының нисек эшләүен һәм йәшәүен сағыштыра. Бөтә кеше йомош менән етәксегә бара. “Мин дә ҙур үҫкәс, хужа буласаҡмын” тигән хыял бөрөләнә малайҙың күңелендә.
Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылында алты балалы ҙур ғаиләлә үҫә Ғәйнетдин. Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына бармай. Мәктәптән һуң егет ауыл хужалығы институтына юл тотһа ла, бәхет йылмаймай. Тыуған яғына кире ҡайтып, клуб мөдире булып та, колхозда ла эшләй. Һуңынан Мәскәү технология институтының Өфөләге филиалында иҡтисадсы һөнәренә уҡый.
Бәләкәй саҡта уҡ үҙаллы эшләргә хыялланған үҫмер үҙ эшен ойоштороуҙы маҡсат итә. Тәүҙә атаһы ғүмер буйы тир түккән “Золотой колос” колхозын үҙенә алып, шуның нигеҙендә фермер хужалығы ойошторорға теләй. Әммә бөтәһе лә һинең теләгеңде хуплап ҡына тормай шул, быға ҡаршылар ҙа пәйҙә була. Һөҙөмтәлә егеттең был ниәте тормошҡа ашмай.
Шулай ҙа Ғәйнетдин кәйефен төшөрмәй. Атаһының, үҙенең пай ерҙәрен туплап, “Беларусь”, “ДТ” тракторҙары алып, 21 гектар майҙанда эшен башлай.
Сер түгел – күп крәҫтиән хужалыҡтары, бығаса йәшәп килгән колхоздар нигеҙендә барлыҡҡа килеп, уларҙың техникаһы, биналары менән көн күрә. Йорт-ҡуралар ҙа элекке. Ә “Ватан”ды Ғәйнетдин Ғәзиз улына бөртөкләп йыйырға тура килә. Бөтәһе өс мең гектар майҙан ере булған хужалыҡ – хәҙер районда ғына түгел, республикала иң тотороҡло эшләгән предприятиеларҙың береһе. Ғәйнетдин Ғәзиз улын таныйҙар, беләләр, иҫәпләшәләр. Өҙлөкһөҙ хеҙмәт, ныҡышмалылыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Хужалыҡтағы техник база күптәргә өлгө булып тора. Предприятие үҫемлекселек, йылҡысылыҡ һәм иттән төрлө продукция етештереү йүнәлешен алған. 43 гектар быуала балыҡ та үрсетәләр.
Бөгөн хужалыҡ Холмогор һәм Һалҡын Шишмә ауылдарын берләштерә. Уның һәр тармағында эш гөрләй. Бер баҫыуҙа ашлыҡ йыйһалар, икенсеһендә киләһе йыл уңышын хәстәрләйҙәр – ужым сәсәләр.
2014 йылда предприятие яңы төр эшмәкәрлек – элиталы орлоҡтар етештереүгә сертификат ала. Хәҙер ул – районда ошо йүнәлештә эшләгән берҙән-бер хужалыҡ. Уларҙың юғары сифатлы көнбағыш, һоло, ҡарабойҙай, арыш, ужым бойҙайы орлоҡтарын республикала ғына түгел, Ырымбур өлкәһе эшсәндәре лә ҙур теләк менән һатып ала.
Шулай ҙа Ғәйнетдин Ғәзиз улы халҡыбыҙҙың борондан килгән милли кәсебе – йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүгә ҙур иғтибар бирә. Бөгөн уның ҡураһында 600-ләп йылҡы малы булһа, киләсәктә бер мең башҡа еткереү маҡсатын ҡуйған. Ҡасандыр бер нисә мал ҡураһы һатып алһа, янына иркен, өр-яңы ат һарайы, келәттәр төҙөлгән. Ҡоймалар ныҡлы тимер материалдары менән уратылып, буялып ҡуйылған. Бөтә хужалыҡ төҙөк. Тау-тау булып өйөлгән бесән төргәктәре мал аҙығының мул әҙерләнеүе хаҡында һөйләй.
– 1250 тонна бесән, ике мең тонна һалам тупланыҡ, шаҡтай һоло бар. Беҙҙең өсөн ҡыш ҡурҡыныс түгел, – ти Ғәйнетдин Ғәзиз улы.
Етәксе колхоздар хаҡында ла үҙ ҡарашын белдерҙе.
– Беҙҙә коллектив хужалыҡтарҙы тартып-һуҙып һаҡлап килеү хата булды, – ти ул. – Күршелә генә Ырымбур өлкәһе, ундағы тормошто яҡшы беләм. Улар кеүек колхоздарҙы уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ тарҡатһаҡ, һәйбәтерәк булыр ине. Ул ваҡытта хужалыҡтарҙа бөтә нәмә бар ине. Техника яңы, малдар ишле, ҡуралар бөтөн. Уларҙы имен сағында эшлекле кешеләргә таратып бирһәк, бөгөн бындай уҡ ҡыйралышҡа барып етмәҫ инек. Шул мөлкәтте алған кешеләр барын үҫтереп, халыҡты эшле итер ине. Ә беҙҙә колхозды кем теләне, шул таланы. Тәүҙә малдар, техника “ҡанатланды”. Унан бына тигән фермалар емерелеп бөттө. Йыбанмағандар барыһын да ҡутарып, һүтеп алды.
Үҙҙәре етештерә, үҙҙәре эшкәртә
Бөгөн күптәрҙән, ауыл хужалығында эшләү – табышһыҙ, файҙаһы булмаған шөғөл, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Баҙарға сығыр өсөн дә тәүәккәллек, белем кәрәк. Берәүҙәр көс түгеп үҫтергән малын кемгә һатырға белмәй, аралашсыларға арзанға тоттороп ебәрә. Икенселәр дәрте төшөп, ташлап ҡуя. Тап шуға ла республика етәкселеге етештереүсе генә булыуҙан ҡотолоп, продукцияңды өҫтәлгә ултыртҡансы үҙеңә шөғөлләнеү кәрәклеге хаҡында йыш һүҙ күтәрә. Был йәһәттән Ғәйнетдин Ғәзиз улының тәжрибәһе күптәргә өлгө булырлыҡ, сөнки ул бер юлы үҫемлекселек, малсылыҡ һәм сеймалды эшкәртеүҙе лә юлға һалған.
Ҡыҫҡаһы, ул етәкләгән ойошма кемдәргәлер әҙер сеймал, табыш сығанағы булып ҡына хеҙмәт итмәй. Үҙҙәре етештергәнде ҡулланыусыға бөгөндән өҫтәлгә ҡуйырлыҡ әҙер продукция итеп эшкәртеү йүнәлешенә юл тота. Ул 2002 йылда уҡ колбаса цехы һәм тирмән һатып алып, заманса итеп йыһазландырған. Әҙер аҙыҡтар Күмертау ҡалаһындағы “Ватан” исемле магазиндарҙа һатыла. Йылҡы һәм һыйыр малы итенән эшләгән колбаса, ҡаҙылыҡ, фаршҡа район халҡында ихтыяж ҙур.
Колбаса цехында үҙ һөнәренең нескәлектәрен яҡшы белгән кешеләр эшләй. Мәҫәлән, цех начальнигы Фаил Батыршин технолог вазифаһын да башҡара. Ҡасандыр район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләгән уҙаманды етәксе маҡтап бөтә алмай. Альбина Кәримова, Гүзәл Аллабирҙина, Флүзә Моратова, Фәнүзә Баязитова, Максим Смагин – һәр береһе алтын ҡуллы хеҙмәткәр.
Бөгөн бында 33 төр продукция әҙерләнә, көн дә сауҙа кәштәләренә 200 – 300 килограмм продукция оҙатыла. Бынан тыш, төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә. Мәҫәлән, халыҡҡа үҙенең итен ыҫлап йәки колбаса әҙерләп бирәләр. Йәнә хужалыҡ кеҫәһенә өҫтәмә табыш килә. Киләсәктә етәксе Өфөлә, Ырымбурҙа ла үҙҙәренең магазинын асыу хәстәре менән йәшәй.
“Эшселәрҙе хөрмәт итергә кәрәк”
– Күп урындарҙа етәкселәр эшсе ҡулдар етмәүгә зарлана. Был йәһәттән һеҙҙә хәлдәр нисек? – тип ҡыҙыҡһынам Ғәйнетдин Ғәзиз улынан.
– Эйе, бындай аһ-зарҙы миңә лә йыш ишетергә тура килә. Эш хаҡтары, шарттары менән ҡыҙыҡһына башлаһам, шул асыҡлана – хеҙмәт хаҡы аҙ булһа ла, өҙөп-йолҡоп ҡына бирәләр. Ә хужа үҙенә бер нимә лә йәлләмәй, затлы машинала елдерә, сит илдәрҙә йөрөй. Әлбиттә, бындай ойошмала кем бушҡа һеперелергә торһон. Һәр кем килеме тотороҡло, иртәгәһе көнө ышаныслы булыуын теләй. Нимә генә тимә, бөгөнгө заманда аҙым һайын аҡса кәрәк, ауырып китһәң дә, балаңды уҡытам тиһәң дә. Шуға иң тәүҙә эшселәрҙе хөрмәт итергә кәрәк. Һәр кемдең ғаиләһе, балаһы, донъяһы бар.
Был йәһәттән “Ватан”да эшләүселәр үҙҙәрен бәхетле һанай. Хужалыҡта хеҙмәт хаҡы уртаса 20 мең һум тирәһе тәшкил итә. Бынан тыш, түләүле отпуск бар, шифаханаларға бушлай юллама бирелә.
Донъя булғас, ауырып-һыҙланып та китәһең. Бындай хәлдәрҙә Ғәйнетдин Ғәзиз улы үҙе ярҙамға килә. Бөгөн поликлиникаларҙағы, дауаханаларҙағы хәлдәр менән барыбыҙ ҙа танышбыҙ. Һыу буйы сират, кәрәкле табибыңды көтөп хәлдән таяһың. Унан дауаханаға һалырға ла әҙер тормайҙар. Тап шуға ла хеҙмәткәрҙәрен унда урынлаштырыуға ла ҙур тырышлыҡ һала етәксе.
Туйҙар, юбилейҙар үткәргәндә лә, яҡынын һуңғы юлға оҙатҡанда ла хәстәрлекле хужа ярҙам ҡулын һуҙа. Бер ни ҡәҙәр бушлай һалам да, бесән дә бирәләр. Уларҙы ихаталарына уҡ илтеп ҡуялар. Шуны әйтергә кәрәк, ойошмала Ырымбур өлкәһенән килеп эшләгәндәр ҙә бар. Улар өсөн матур дөйөм ятаҡ төҙөлгән, унда бөтә шарттар бар.
“Ватан”да эшләүселәр үҙҙәрен хәстәрлекле һәм яҡлаулы итеп тоя.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары