Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Сентябрь 2019, 20:35

Ишембай балы донъяны яулай

Канада халҡын нимә айырыуса ғәжәпләндергән?

Фото: "Башинформ".
Фото: "Башинформ".
Башҡортостан Канадала үткән “Апимондия” халыҡ-ара конгресында ете миҙал яуланы. Ике алтын, ике көмөш һәм өс бронзаға лайыҡ булды беҙҙекеләр.


Тәме һәм сифаты буйынса иң яҡшыһы тип Ишембайҙың йүкә балы танылды. Ә ошо уҡ райондың саған балы бөтә донъя форумы хужаларын – канадаларҙы ла ғәжәп итте. Билдәле булыуынса, ул илдә тап саған иң татлы ағас булып һанала бит.
Әлеге мәлдә Канаданың Монреаль ҡалаһында булған Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов менән бәйләнешкә сығып, уңыштары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
– Ишембай районының Ҡалыуайыры ауылында йәшәгән кешеләр был форумда ҙур уңышҡа өлгәште. Шәрифулла Хәйҙәров ялан сәскәләре балы өсөн бронза миҙал яуланы. Ғилметдин Хәйҙәровтың кристаллашҡан саған балы иһә көмөшкә лайыҡ булды. Был бал тәме буйынса Канада кешеләрен, ысынлап та, бик ғәжәпләндерҙе. Шулай уҡ Ишембай районының йүкә балы нигеҙендә эшләнгән косметик продукция алтын миҙалға лайыҡ булды, – тине ул.
Ишембай балы республика ғына түгел, донъя баҙарында ла алдынғы урындар алыуын дауам итә. Был һүҙҙәрҙе райондың Смаҡай ауылында йәшәгән умартасы һәм эшҡыуар Илгиз Шәңгәрәев тә дәлилләй.
– Беҙҙең район балы ниндәй генә бәйгеләрҙә еңмәне инде! Республика, Рәсәй кимәлендә беренсебеҙ. Хәҙер халыҡ-ара кимәлдә лә танылдыҡ. Беҙҙең йәшәгән урыныбыҙ шундай уңышлы бит, – ти ул. – Мин, ғөмүмән, балды ул райондыҡы, быныһыныҡы тип айырып ҡарау яҡлы түгел. Башҡорт балы дөйөм бер бренд булып ҡабул ителһен ине тигән фекерҙәмен.
Читайте нас: