Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июнь 2020, 18:00

“Ниндәйҙер предприятиеның ябылыуын шәхси трагедия тип ҡабул итәм”

Бөгөн республика Башлығы Туймазы районында эш сәфәрендә.

Бөгөн республика Башлығы Туймазы районында эш сәфәрендә. Радий Хәбиров унда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының эшмәкәрлеге, биләмәләрҙе төҙөкләндереү барышы менән таныша, шулай уҡ күсмә “Сәнәғәт сәғәте”н үткәрә.
“Нефтемашавтоматика” компанияһы нефть һәм газ ҡорамалдарын проектлау, етештереү һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. 2010 йылдан предприятие планға ярашлы үҫешә, етештереү ҡеүәтен арттыра, яңы эш урындары булдыра. Әле бында 96 кеше эшләй. Улар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған, хатта үҙҙәренең тренажер залы ла бар.
Компанияның генераль директоры Станислав Ғәйнетдинов әйтеүенсә, “Нефтемашавтоматика” нефть һәм газ компаниялары тендерҙарында әүҙем ҡатнаша, ә предприятие продукцияһына бөтә ил буйынса ихтыяж ҙур.
Радий Хәбиров етештереү майҙансығында булды, предприятиеның артабанғы үҫеш мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Станислав Ғәйнетдинов коронавирус пандемияһы шарттарында әйләнештә аҡса етмәүгә зарланды. Республика Башлығы компанияға ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен “Сәнәғәт сәғәте”ндә тикшерергә тәҡдим итте.
– Бында тулы етештереү циклы яйға һалынған. Бындай предприятиеларҙы күреү үҙе бер кинәнес. Үҙебеҙҙең яҡтан уларҙың үҫешенә булышлыҡ итәсәкбеҙ, әлбиттә, – тине ул.
“Туймазытехуглерод” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Рәсәйҙәге резина етештереү өсөн техник углерод сығарған ете предприятиеның береһе. Бынан тыш, ул синтетик каучук нигеҙендә резина етештергәндә ҡулланыла торған П-803 маркалы техник углерод та сығара.
Компанияның Директорҙар советы рәйесе Әхәт Ғәзизов белдереүенсә, әле предприятие технологик ағымдарҙың береһен яңыртыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Һөҙөмтәлә етештереүҙе 2,5 тапҡырға арттырыу, сифатты яҡшыртыу, энергияны һаҡлау, экологияға йоғонтоно кәметеү мөмкинлеге тыуасаҡ.
– Әле беҙ башҡарған эштәрҙең барыһы ла предприятиеларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелә, – тине Радий Хәбиров. – Мөмкинлек бар. Ниндәйҙер предприятиеның ябылыу хәленә төшөүен шәхси трагедия тип ҡабул итәм.
Әхәт Ғәзизов “Туймазытехуглерод”тың ҡалаға һәм республикаға ярҙам итергә тырышыуы, күптән түгел генә урындағы йоғошло ауырыуҙар госпитале өсөн ҡорамалдар һатып алыуға аҡса бүлеүе тураһында һөйләне.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: