Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн рәүештә сираттағы “Инвестиция сәғәте” үткәрҙе. Сарала Өфөлә төбәк-ара радионуклид терапияһы үҙәген төҙөү тураһында һүҙ барҙы.
Был проектты төбәк Башлығына “Русатом Хэлскеа” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Александр Шабинов тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә “Росатом” Дәүләт корпорацияһы менән берлектә улар Рәсәй төбәктәрендә яман шеш, эндокрин системаһы, йәрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау үҙәктәрен инвестициялау программаһын тормошҡа ашыра. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,2 миллиард һум тәшкил иткән.
Был үҙәктәрҙә дауалауҙың төп ысулы - кеше организмына радиофармпрепараттар индереү. Был препараттар изотоптар ярҙамында ауырыуҙың сығанағына тәьҫир итә.
2023 йылда асыласаҡ был үҙәк менән бергә республика юғары квалификациялы белгестәрҙе уҡытып сығарыу өсөн заманса уҡытыу-техник базаһы ла аласаҡ. Бында Рәсәйҙә етештереләсәк радиофармпрепараттарҙы клиник рәүештә һынау мөмкинлеге лә буласаҡ.
“Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар был проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереүҙе хупланы. Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенә үҙәкте төҙөү өсөн ер участкаһы һайлау буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
- Әлеге проект бөтөн яҡтан да әһәмиәтле, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Уны тормошҡа ашырыуҙан беҙ һәр яҡлап отасаҡбыҙ: инвестициялар киләсәк, яңы технологиялар һәм заманса аҙымдар менән эш итәсәкбеҙ, иң мөһиме – республика халҡының һаулығын яҡшыртыу буйынса алға ҙур аҙым эшләйәсәкбеҙ.
Стәрлетамаҡтағы “Изостер” предприятиеһы директоры Альберт Кайбышев хәүефһеҙ һәм ныҡлы быяла етештереү комплексы төҙөү кәрәклеге тураһында һөйләне. Әлеге етештереү майҙансығында заманса сит ил йыһаздары алып, өҫтәмә цехтар асырға һәм быяла пактеттар етештерергә уйлайҙар.
Альберт Кайбышев билдәләүенсә, әлеге мәлдә республикала төҙөлөш менән шөғөлләнеүселәр быяла пактеттарҙы башҡа төбәктәрҙән һатып алырға мәжбүр. Ә яңы комплекс төҙөлгән хәлдә, төбәктә етештерелгәне буласаҡ.
Инвестор йыһаздар һатып алыу өсөн килешеү төҙөгән дә инде. Проекттың дөйөм күләме 108 миллион һум тәшкил итә. Уны киләһе йыл сафҡа индереү өсөн ойошманы ҡаланың яңы электроселтәр сымына тоташтырырға кәрәк.
- Төбәктә ысынлап та төҙөлөш объекттары бихисап. Уларҙың барыһы ла заманса һәм сағыу, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әгәр етештергән продукция сифатлы булһа, артабан һеҙҙең компания менән эшләү урындағы төҙөүселәр өсөн уңайлы буласаҡ.
Күмертауҙа Ка-26 вертолеттарына компоненттар сығарыу һәм төҙөкләндереү өсөн яңы майҙансыҡ төҙөләсәк.
600 миллион һумлыҡ проектты тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнгән “Техпромсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Олег Юнысов билдәләүенсә әлеге мәлдә бындай 800 вертолет сығарылған. Ка-26 башҡа етештерелмәһә лә, вертолетты файҙаланыусылар, шулай уҡ сит илдәрҙән дә, машинаны төҙөкләнедереүҙә һәм ремонт өсөн кәрәкле йыһаздар һатып алыуҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. Ка-26 уңышлы конструкциялы вертолет һәм байтаҡ өлкәләрҙә уны һаман да уңышлы файҙаланалар.
- Бөгөн илдә был техниканы ремонтлау буйынса бер майҙансыҡта юҡ. Ошо арҡала күпселек машиналар тейешенсә файҙаланылмай, - тип аңлатты Олег Юнысов. – Беҙ иһә әлеге майҙансыҡта был вертолеттарҙы төҙөкләндерергә һәм яңыртырға планлаштырабыҙ. Әлеге вертолеттар менән иң ҡыҙыҡһынған ил – Ҡытай. Улар бөгөндән төҙөкләндерелгән 150 берәмек Ка-26 һатып алырға әҙер.
Инвесторҙар вертолеттарҙы ремонтлау өсөн ҡорамалдар һатып ала башлаған, документацияны әҙерләгән. Әлеге предприятиены төҙөү өсөн ер участкаһы кәрәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһы хакимиәтенә инвесторҙар менән кәңәшләшеп, уңайлы ер биләмәһе һайларға ҡушты, ә республика Хөкүмәтенә проектҡа федераль сығымдар йәлеп итеү юлдарын уйларға һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтергә тәҡдим итте.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.