Республикала юл яны сервисын үҫтереү йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Фейсбук селтәрендәше сәхифәһендә ошо турала былай тип яҙҙы.
“Юл яны сервисын яҡшыртыу мәсьәләһенә етди иғтибар биреүебеҙ тураһында әйткәйнем инде. Шунһыҙ республикаға туристар килмәҫ, үҙебеҙгә лә йәшәү бигүк уңайлы булмаҫ.
Аҙнаһына бер тапҡыр ошо тема буйынса айырым кәңәшмә үткәрәм. Бөгөн дә шуның менән шөғөлләндем, коллегаларым менән бөтә участкаларҙың генераль схемаһын төҙөү буйынса фекер алыштыҡ. Был бик мөһим эш. Төҙөлөш майҙансығынан тыш, инвестор тулы документтар пакетын да алырға тейеш. Уға газ, электр үткәреүгә, федераль трассаға тоташыуҙың техник шарттарына ҡағылған мәғлүмәттәр кәрәк.
Шуға күрә бизнесҡа республикаға килеү юлын еңеләйтәбеҙ. Аҙнаһына тиҫтәгә яҡын инвестор килә. Дөйөм алғанда, әле өс миллиард һумлыҡ бизнес проекты буйынса эш бара. Уларҙы тормошҡа ашырһаҡ, юлдар бөтөнләй икенсе төҫ аласаҡ.
Киләсәктә Бөтә донъя фольклориадаһы һәм WorldSkills кеүек ҙур халыҡ-ара һәм Рәсәй сараларын ойоштороуыбыҙ тураһында ла оноторға ярамай. Ҡунаҡтар алдында йөҙөбөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын. Бының менән килешерһегеҙ, моғайын. Өҫтәүенә, инвесторҙар йәлеп итеү, иҡтисадты артабан үҫтереү өсөн ыңғай үҙгәрештәр кәрәк. Тимәк, был йәһәттән бөтә мәсьәләләр ҙә бер-береһенә бәйләнгән”, – тип яҙа беренсе вице-премьер.
Мәғлүм булыуынса, республикала ошо өлкәлә башҡарылған эш ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.