Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың сәнәғәт кластерҙары үҫешен ҡаранылар.
Рәсәйҙең Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко төбәктең ошо йүнәлештәге мөһим ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне. Импортҡа алмаш технологиялары һәм производстволары әүҙем үҫешкән шарттарҙа Башҡортостан системалы нигеҙҙә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы кластерҙар булдыра, тип билдәләне ул.
Мәҫәлән, республиканың көнбайышында илдәге иң ҙур мебель кластерҙарының береһен булдыралар, Туймазының “Корона” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уның төп предприятиеһы булды. Кластер составына 11 ҡатнашыусы ингән, уларҙың етештереүҙәре Өфөлә, Туймазыла, Белоретта, Бәләбәйҙә, Салауатта, Зеленодольскиҙа (Татарстан) урынлашҡан.
– 2021 йылдың декабрь аҙағында республика уны Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының сәнәғәт кластерҙары реестрына индереү өсөн ғариза ебәрҙе, – тине Андрей Шпиленко. – Был предприятиеларҙы үҫтереүгә һәм артабанғы кооперация эшмәкәрлеген дәртләндереүгә федераль бюджеттан субсидиялар алыу өсөн кәрәк.
Башҡортостанда ойошторолған тағы ла бер кластер пилотһыҙ авиация өлкәһендәге ғилми һәм производство ойошмаларын берләштерә. Ул шәхси инвестициялар иҫәбенә Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараттарын сығарыу өсөн майҙансыҡ, шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттары өлкәһендә юғары технологиялы продукттар әҙерләү буйынса компаниялар пулын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, кластер пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу менән бәйле хеҙмәттәр күрһәтәсәк. Тәү сиратта һүҙ төрлө биләмәләрҙең мониторингы, ауыл хужалығы баҫыуҙарын аэрофототөшөрөү, химик эшкәртеү хаҡында бара. "Геоскан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте кластерҙың төп предприятиеһы булды.
Бынан тыш, төбәк биләмәһендә турбореактив һәм газ-турбиналы двигателдәр эшләү, әҙерләү буйынса авиакластер, быяла, фарфор сығарыуға махсуслашҡан сәнәғәт кластеры, шулай уҡ ит-һөт продукцияһы, ярмалар, икмәк-булка, кондитер изделиелары етештереүсе агросәнәғәт кластеры ойоштороласаҡ.
– Кластерҙар – төбәк сәнәғәт сәйәсәтенең мөһим ҡоралы. Улар совет осоронда территориаль-етештереү комплекстары нигеҙендә булған кооперация бәйләнештәрен тергеҙә, – тине Андрей Шпиленко. – Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Сәнәғәт кластерҙары ассоциацияһын булдырҙы, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам. Был республика иҡтисадына өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Андрей Шпиленко шулай уҡ кластерҙа ҡатнашыусы предприятиеларға ярҙам күрһәтеү буйынса республика норматив базаһын яңыртырға тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы ошо башланғысты хупланы һәм төбәк Хөкүмәтенә ғәмәлдәге документтарға үҙгәрештәр тәҡдим итергә ҡушты. Мәҫәлән, субсидия алыусылар исемлеген киңәйтеү, финанс ярҙамы лимиттарын арттырыу өлөшөндә.
Башҡортостан Башлығы был башланғысты хупланы һәм төбәк Хөкүмәтенә ғәмәлдәге документтарға үҙгәрештәр тәҡдим итергә ҡушты.
– Иҡтисадыбыҙҙы нығытҡан ҡоралдарҙы ентекле уйлап, ваҡытында индерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Республикала нефть-газ химияһы һәм машиналар эшләүҙә компетенциялар юғары, әммә башҡа йүнәлештәрҙе лә үҫтерергә, инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген күтәрергә, яңы предприятиелар асырға кәрәк.
Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Радий Хәбиров Андрей Шпиленконы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.