Башҡортостанда дәүләт-шәхси (муниципаль-шәхси) партнерлыҡ нигеҙендә 39-ға яҡын проект тормошҡа ашырыла. Улар буйынса инвестициялар күләме 42,8 миллиард һум, шул иҫәптән шәхси инвестициялар 16,9 миллиард һум тәшкил итә. Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ошо турала һөйләне.
– Пандемия социаль объекттар төҙөлөшөнә бюджеттан аҡса бүлеүгә төҙәтмәләр индерҙе. Әммә уларға ихтыяж кәмемәне, ошондай объекттар төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Был йәһәттән беҙгә дәүләт-шәхси партнерлыҡ ярҙам итә. Ул шәхси инвесторҙарыҙың аҡсаһын йәлеп итеү иҫәбенә кәрәкле социаль объекттарҙы йылдам сафҡа индереү, дәүләт инвестицияһын мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡатнаштырыу мөмкинлеген бирә. Шул уҡ ваҡытта бизнес та дәүләттең ярҙамы яҡлы, сөнки ул хәүефте уртаҡлашып, финанс-кредит ойошмалары менән үҙ-ара бәйләнештә гарант була ала, – тине ул.
Мәҫәлән, ошондай шарттарҙа Өфөләге “Затон-Көнсығыш” биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Өфө районында дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында 15 мең урынлыҡ 11 мәғариф объекты төҙөүгә ғариза әҙерләнгән.
Республика федераль программаларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Берҙәм транспорт селтәрен, берҙәм тариф менюһын, транспортҡа идара итеү буйынса ИТ-платформа ойоштороу һәм күсмә составты тулыһынса яңыртыу йәһәтенән баш ҡаланың транспорт системаһын үҫтереү концепцияһын тикшереү планлаштырыла.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе булып республикабыҙҙа яңы троллейбустар етештереүгә офсет килешеүе төҙөнө. Был альтернативалы дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекты төбәк тарафынан транспортты һатып алыу урынына уны үҙендә сығарыуҙы күҙ уңында тота.
Йәнә Мишкә, Ғафури һәм Кушнаренко райондарында өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн 22 миллион һумлыҡ пансионаттар асыу проекттары тормошҡа ашырыла. Былтыр декабрҙә Иглин районында ла ошондай уҡ пансионат төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Рөстәм Моратов әйтеүенсә, Башҡортостан дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлкәһендәге норматив-институциональ мөхит торошон баһалау һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды биләй. Был властың асыҡлығын һәм инвесторҙарға ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын сағылдыра. Юридик нормаларҙы ябайлаштырыу өсөн республикала Дәүләт-шәхси партнерлыҡ стандарты төҙөлгән. Ғариза тапшырыу ғәмәлдәре investrb.ru порталында автоматлаштырылған. Унда инвесторға концессия башланғысын тәҡдим итеү мөмкинлеген биргән сервис эшләй.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news