Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2022, 11:00

“Зыҡ ҡупмай торайыҡ әле”

Мин бөгөнгө ҡатмарлы финанс хәлде 2008 йылдағы көрсөк менән сағыштырырға булдым...

“Зыҡ ҡупмай торайыҡ әле”
“Зыҡ ҡупмай торайыҡ әле”

“Бөгөн иң мөһиме– сәбәләнмәҫкә, зыҡ ҡупмаҫҡа”, – тип иҫәпләй финанс консультанты Марина Бисярина. Ул Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында финанс баҙарындағы хәлгә аңлатма бирҙе.

“Дөрөҫөн әйткәндә, мин алтын-валюта резервын блокадалау тураһындағы хәбәрҙе ишеткәс, бик хәүефләнгәйнем. Ул бит илдең хәүефһеҙлеген һаҡлаусы 643 миллиард доллар тигән һүҙ. Был байлыҡты Үҙәк банк төрлө саралар өсөн файҙалана, шул иҫәптән һум курсын һаҡлау өсөн. Әйтеүҙәренсә, был фондтың 50 йәки 70 процентын файҙаланмай торасаҡтар, йәғни 320 йәки 200 миллиард доллар тирәһе һаҡланыла. Мин 2008 йылдағы көрсөк менән сағыштырырға булдым. Ул саҡта “хәүефһеҙлек мендәре” 200 миллиард доллар күләмендә тотонолдо, 2014 йылда - 160 миллиард доллар. Шуға күрә мин Финанс министрлығы, Үҙәк банк белдереүҙәренә ышанам, запас етәсәк.

Рәсәй Президентының компанияларҙың һатыуҙан килгән валютаның 80 процентын Үҙәк банкка һатырға тейешлеге тураһындағы указы кемделер борсоуға һалғандыр, ә мине шатландырҙы.  2021 йылда уның күләме 500 миллиард доллар тәшкил иткәйне. Насар вариантҡа иҫәп тотҡо килмәй. Мәҫәлән, беҙҙең углеводородты һатып алыуға эмбарго иғлан итеү борсолдора. Уның ҡарауы, Ҡытай беҙҙең сеймалды һатып алырға әҙер. Һәм мин һум яҙмышы өсөн тынысландым. Бер ниндәй ҙә хәүеф күрмәйем.

Әлегә доллар һатып алыуҙың мәғәнәһе юҡ, баҙар тотороҡһоҙ, бындай финанс дауылдарынан һуң биржа эшләмәй. Банк иҫәбендәге һумдарҙы алыуҙан да файҙа юҡ. Әгәр аҡсаның ҡулығыҙҙа булмауы борсолдора икән, ул саҡта аҙлап алығыҙ, сөнки һумдар тирәләй барлыҡҡа килгән ығы-зығы яһалма. 22 февралдә ике миллиард һум аҡса алынған, ә 24 февралдә – 111 миллиард һум. Банктарҙың ҡапыл ғына бындай күләмдә аҡса бирергә мөмкинлеге юҡ, шуға күрә уларға аҡса күләмен сикләргә тура килә.

“Рәсәй Банкы” төп ставканы йылына 20 процентҡа (9,5% ине) тиклем күтәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был депозит ставкаларын арта барған девальвация һәм инфляция хәүефен ҡапларлыҡ кимәлгә еткереүҙе тәьмин итәсәк, финанс һәм хаҡтар тотороҡлоғон һәм граждандарҙың һаҡлыҡтағы аҡсаһын осһоҙланыуҙан һаҡлаясаҡ. Бер яҡтан, аҡсаларын банкта һаҡлаясаҡ кешеләр өсөн отошло буласаҡ, икенсе яҡтан, ипотека алыусыларҙың “кеҫәһенә һуғасаҡ.” Әлбиттә, бик ҡиммәткә төшә. Моғайын, әлегә ашыҡмаҫҡа, сәбәләнмәҫкә кәрәктер. Ковид осоронда өс ай эсендә ниндәй ҙур госпиталдәр төҙөй алдыҡ, шундай уҡ тиҙлек менән аҙыҡ-түлек кенә түгел, тормош өсөн кәрәкле  башҡа кәрәк-яраҡтар етештереүсе мини-заводтар һалырға ла буласаҡ тип уйлайым. Яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Әле иң мөһиме – сәбәләнмәҫкә.”

Фото: Globalufa.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: