Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Март 2022, 22:00

Бер нәмәгә ҡарамай, хеҙмәттәшлек дауам итәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тажикстан илсеһе менән осрашты.

Бер нәмәгә ҡарамай, хеҙмәттәшлек дауам итәсәк
Бер нәмәгә ҡарамай, хеҙмәттәшлек дауам итәсәк

Бөгөн, 3 мартта, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тажикстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Давлатшох Гулмахмадзода менән осрашты. Яҡтар иҡтисадта, гуманитар һәм социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Радий Хәбиров Башҡортостан менән Тажикстан бизнесының үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәрен билдәләне.

– Рәсәй һәм Тажикстан йылдан-йыл стратегик партнерлыҡты үҫтерә. Был процеста төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә мөһим иғтибар бүленә, – тине Радий Хәбиров. – Социаль-иҡтисади үҫештә һәм мәҙәни-гуманитар өлкәлә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе киңәйтергә әҙербеҙ. Агросәнәғәт комплексында хеҙмәттәшлек итеү бик ҡыҙыҡлы. Башҡортостан үҫемлекселек өсөн минераль ашламалар, биоөҫтәмәләр етештереү буйынса берлектәге предприятиелар төҙөүҙә булышлыҡ итергә әҙер.

Башҡортостан Башлығы республиканың Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе әүҙем үҫтереүе, эшҡыуарлыҡҡа сит илдәрҙә эшлекле партнерҙарҙы тиҙерәк табырға ярҙам итеүе хаҡында ла һөйләне.

2021 йылда Башҡортостан менән Тажикстан араһында тауар әйләнеше 31,3 миллион доллар тәшкил иткән һәм тулыһынса тиерлек экспорттан торған. Улар күбеһенсә ДСП, ОСП, шулай уҡ нефть продукттарын, аҙыҡ-түлек сәнәғәте тауарҙарын ебәргән.

Тажикстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Башҡортостан менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

– Беҙ мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлеккә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында республикабыҙҙан 1 273 студент белем ала. Беҙгә нефть өлкәһендә, һаулыҡ һаҡлауҙа яҡшы белгестәр кәрәк, - тип билдәләне илсе. – Иртәгә ӨДНТУ-ла Тажикстан Республикаһы Президенты, ӨДНТУ-ның почетлы профессоры Эмомали Рахмон исемендәге аудиторияны рәсми асыу тантанаһы үтәсәк. Был Башҡортостан-Тажикстан хеҙмәттәшлеге өсөн мөһим, символик ваҡиға, тип иҫәпләйем.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров менән Давлатшох Гулмахмадзода 2022 йылда Башҡортостан рәсми делегацияһының Тажикстанға сәфәрен ойошторорға планлаштырҙы.

Был саранан һуң Радий Хәбиров социаль селтәрҙәргә ошоға бәйле яҙма ҡуйҙы.

“Беҙ халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн Тажикстандың Рәсәйҙәге илсеһе Давлатшох Гулмахмадзода менән осраштыҡ.

Ике ил араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә тап төбәктәр ҙур роль уйнай. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Тажикстан араһында тауар әйләнеше 31,3 миллион доллар тәшкил иткән (2020 йыл кимәленә ҡарата + 6,5%) һәм тулыһынса тиерлек экспорттан торған. Беҙ Тажикстанды нефть продукттары, кальцийлы, каустик һәм аш содаһы, поливинилхлорид, ашламалар, көнбағыш майы, ағас эшкәртеү, металлургия сәнәғәте продукцияһы менән тәьмин итәбеҙ.

Республикабыҙ Тажикстан менән иҡтисади, социаль һәм гуманитар өлкәләрҙә, агросәнәғәт комплексында үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтергә әҙер. Беҙ үҫемлекселек өсөн минераль ашламалар, биоөҫтәмәләр етештереү буйынса берлектәге предприятиелар төҙөүгә булышлыҡ итергә әҙер.

2022 йылда Башҡортостан делегацияһы Тажикстанға барыр тип килештек, коллегаларыбыҙға ла тәҡдим итер нәмәләр бар.

Республика бизнесҡа сит илдәрҙә эшлекле партнерҙар табыуҙа ярҙам итә һәм беҙ бындай сәфәрҙәрҙән һөҙөмтә күрәбеҙ ҙә инде. Әйтәйек, Ҡаҙағстанға эшҡыуарлыҡ миссияһы барышында 2021 йылдың сентябрендә дөйөм суммаһы 174 миллион һумлыҡ туғыҙ контракт төҙөлгәйне. Ташкентҡа (Үзбәкстан) сәфәр һөҙөмтәһендә 2,4 миллион һумлыҡ контракт төҙөлдө. 2021 йылдың декабрендә Минскиға барыу һөҙөмтәһе – дөйөм суммаһы 251 миллион һумлыҡ биш контракт. Һис шикһеҙ, БДБ илдәре менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе артабан да әүҙем үҫтерәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: