Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә төбәк иҡтисадына булышлыҡ итеү һәм уның тотороҡлолоғон тәьмин итеү буйынса көрсөккә ҡаршы штабтың икенсе ултырышы булды. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе.
Уның әйтеүенсә, илебеҙгә санкциялар баҫымы көндән-көн арта, өр-яңы иҡтисади һәм финанс сикләүҙәр ғәмәлгә индерелә.
– Әлеге ваҡиғалар республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешендәге бөтә йүнәлештәргә лә ҡағыла. Хәҙер төп бурыс – "һөжүм"гә мөмкин тиклем нығыраҡ әҙерләнеү. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә хәлдең ныҡлы ҡатмарлашыуын көтмәйенсә, иҫкәртеү йәһәтенән эш алып барырға кәрәк, – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр көрсөккә ҡаршы штабтың тәүге ултырышында бер нисә мөһим ҡарар ҡабул ителеүен билдәләне. Атап әйткәндә, төп тармаҡ йүнәлештәре буйынса көрсөккә ҡаршы профилле комитеттар ойошторолдо.
Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡайһы бер министрлыҡтар һәм ведомстволар ҡарамағында, шулай уҡ Башҡортостан буйынса Милли банкта ошондай уҡ штабтар төҙөлөүе һәм эшләй башлауы, экспорт, сауҙа, эшҡыуарлыҡ комитеттарының ултырыштары булыуы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, импортҡа алмаш ғәмәлдәге шарттарҙа иҡтисадҡа булышлыҡ итеүҙең мөһим йүнәлештәренең береһен тәшкил итә.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева экспортҡа бәйле хәл тураһында сығыш яһаны. Ул республика предприятиелары осраған валюта-финанс, транспорт-логистика, продукцияны илебеҙгә индереүгә һәм ситкә сығарыуға бәйле проблемаларҙы билдәләне. Әле министрлыҡ ошо йәһәттән тәҡдимдәр индергән. Улар иҫәбендә – Ҡаҙағстандағы һәм Төркиәләге вәкиллектәр тарафынан юридик берәмектәр асыу, бизнесҡа транспорт сығымын ҡаплауға субсидия биреү, һатыу баҙарҙарын үҙгәртеп ҡороу.
Ултырышта шулай уҡ санкциялар шарттарында контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге тикшерелде. Көнсөккә ҡаршы штабтың киләһе ултырышында ауыл хужалығына һәм төҙөлөш өлкәһенә ҡағылған мәсьәләләрҙе ҡарау планлаштырыла.
Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә бөгөнгө сараны телгә алды. “Бизнес менән Рәсәйгә ҡаршы ғәмәлгә индерелгән санкциялар шарттарында тауарҙарҙы ситкә сығарыу һәм илебеҙгә индереү барышында тыуған проблемалар тураһында фекер алыштыҡ. Шуларҙың береһе – логистикаға бәйле ҡыйынлыҡтар. Ил сиктәренең ябылыуы, ташыуға тарифтарҙың артыуы, доллар курсының үҫеүе, ташыу ваҡытының оҙайыуы, транспорт эҙләүҙәге ҡатмарлыҡтар арҡаһында йөк ташыуҙың хаҡы 50 процентҡа артты. Предприятиеларыбыҙ бөлгөнлөккә төшмәһен, уларҙы продукцияһы конкурентлыҡ ҡеүәһен юғалтмаһын өсөн компанияларҙың йөк ташыуға сығымын субсидияларға ҡарар иттек. Сығымдың 90 процентына тиклемен ҡаплайбыҙ. Бындай ярҙам сараһын бәләкәй һәм урта бизнесҡа күрһәтәбеҙ. Ҙур бизнес өсөн бындай компенсация федераль кимәлдә ҡаралған.
Шулай уҡ яңы логистика компанияларын эҙләгән экспортлаусылар өсөн беҙ сит илдә эшләй алырлыҡ ышаныслы партнерҙарҙы һайлап алдыҡ. Продукция индереүгә һәм сығарыуға санкция сикләүҙәре арҡаһында күп кенә сит ил компаниялары беҙҙең менән туранан-тура эш итергә хәүефләнә. Шуға күрә, Ҡаҙағстанда һәм Төркиәләге вәкиллектәр аша Башҡортостан предприятиеларына ошо илдәрҙә юридик берәмектәр теркәргә ярҙам итә башланыҡ. Уҙған аҙнала ун компания был мөмкинлектән файҙаланды ла инде. Яҡын арала улар сит илдә үҙ продукцияһын маркировкалай башлай, был иһә санкциялар баҫымына эләкмәү мөмкинлеген бирәсәк.
Йәнә импортҡа алмашт һәм импортты тәьмин итеү йәһәтенән ике яңы үҙәк асабыҙ. Уларҙың тәүгеһе республика предприятиеларына Рәсәйҙә, шулай уҡ беҙҙең менән дуҫ илдәрҙә яңы ҡорамалдар, комплектлау өлөштәре, сеймал поставкалаусылар һайлауҙа ярҙам итәсәк, икенсеһе иһә хаҡтың нигеҙһеҙ артыуын күҙәтәсәк.
Ултырышта шулай уҡ бизнесҡа административ баҫымды кәметеү мәсьәләһен тикшерҙек. Иртәгә ошо йүнәлештә эште дауам итәбеҙ. Төҙөлөш тармағы һәм ауыл хужалығы вәкилдәре менән осрашабыҙ”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news