Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2022, 19:45

“Ростех” менән хеҙмәттәшлеккә баһа бирҙеләр

"Һуңғы һигеҙ йылда импортҡа алмаш өсөн байтаҡ эш башҡарҙыҡ".

“Ростех” менән хеҙмәттәшлеккә баһа бирҙеләр
“Ростех” менән хеҙмәттәшлеккә баһа бирҙеләр

15 мартта Мәскәүҙә “Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы” майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Ростех”тың авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Сердюков республика менән дәүләт корпорацияһы араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Комиссия эшен асып, республика Башлығы Радий Хәбиров “Ростех” етәкселегенә Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән һәм дәүләт корпорацияһына ингән төбәк предприятиеларын планға ярашлы үҫтергән өсөн рәхмәт әйтте.

– Был беҙҙең ведомство-ара комиссияның һигеҙенсе ултырышы. Ул яңы шарттарҙа, илгә ҡаршы бөтә йүнәлештәр буйынса тиерлек ысын иҡтисади һуғыш алып барылған осорҙа үтә. Әйтергә кәрәк, республика иҡтисадының көсөргәнешкә ҡаршы тороу һәләте ярайһы уҡ юғары. Мәҫәлән, былтыр республикала сәнәғәт етештереүе күләме 7,5 процентҡа артҡан. Яңыраҡ инвестициялар йәлеп итеү буйынса күрһәткестәр асыҡланды. Үҫеш һиҙелерлек – 5,6 процентҡа. Аҡсалата сағылышта – 419 миллиард һум. Был күрһәткес буйынса өс йыл эсендә республикабыҙ Рәсәйҙә 14-се урындан 11-сегә күтәрелде, – тине Радий Хәбиров. – Санкция баҫымы шарттарында ауырлыҡтар булырын аңлайбыҙ, ләкин һуңғы һигеҙ йылда импортҡа алмаш өсөн байтаҡ эш башҡарҙыҡ һәм теләһә ниндәй ҡатмарлы сценарийға әҙербеҙ.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, ведомство-ара комиссия ултырыштарында ҡабул ителгән бөтә ҡарарҙар контролгә алынған. Мәҫәлән, 2021 йылда төбәк Ка-32А11ВС вертолетын һатып алғайны, уны урман янғындарына ҡаршы көрәштә һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә файҙаланыу күҙаллана. Тиҙҙән уны республика милкенә тапшыралар.

"Ростех" дәүләт корпорацияһының авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Сердюков Башҡортостан менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

– Ведомство-ара комиссия бик һөҙөмтәле һәм көйлө эшләй. Был сәнәғәт предприятиелары үҫешен тиҙләтергә ярҙам итә, – тине ул.

Республиканың беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов санкция шарттарында Башҡортостанда сәнәғәткә һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү йәһәтенән күрелгән саралар тураһында һөйләне. Ә Радиоэлектрон технологиялар концернының (“КРЭТ”) генераль директоры Александр Пан республикала электр заряды станцияларын төҙөү буйынса пландар менән уртаҡлашты.

Ултырышта Башҡортостанда электр транспортын үҫтереү буйынса берлектәге эш төркөмө ойошторорға ҡарар ителде. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының генераль директоры Николай Фролов вертолет заводының былтырғы эш йомғаҡтары һәм киләсәккә пландары хаҡында сығыш яһаны. “СТАН” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Максим Гущин Стәрлетамаҡтың “Станоктар эшләү” фәнни-етештереү берекмәһенең үҫеш мөмкинлектәре тураһында хәбәр итте. “Ростех” структураһына ингәндән алып һуңғы ике йылда предприятие 100 станок оҙатҡан.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ведомство-ара комиссия ултырышында республиканың “Профессионалитет” федераль программаһында ҡатнашыуы тураһында һөйләне.

Ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн “КРЭТ” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Панды Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне. Анатолий Сердюков Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевҡа дәүләт корпорацияһының “Отличие өсөн” миҙалын тапшырҙы.

.Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: