Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Telegram каналындағы сәхифәһендә иҡтисадтағы проблемаларҙы хәл итеү юлдары тураһында яҙҙы.
“Иҡтисадтағы проблемаларҙы хәл итеүҙә шәхси бизнес ҙур әһәмиәткә эйә. Ил Президенты Владимир Путин бөгөн Рәсәй төбәктәренә социаль-иҡтисади ярҙам сараларына арналған кәңәшмәлә ошо турала һөйләне.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешендә мөһим роль уйнай. Ул конкурентлы мөхит булдырыуҙа ла, эш урындары биреүҙә лә, ҡулланыу тауарҙарын арттырыуҙы тәьмин итеүҙә лә, хеҙмәттәр өлкәһен киңәйтеүҙә лә ҡатнаша.
Президент әйтеүенсә, тышҡы баҫымға эшҡыуарлыҡ башланғысына азатлыҡ биреү һәм уға булышлыҡ итеү менән яуапларға кәрәк, күҙәтеү органдары бизнес өсөн административ кәртәләрҙе кәметергә тейеш. Беҙ был фекер менән килешәбеҙ һәм Көрсөккә ҡаршы штаб ултырышында ошондай сараларҙы тикшереүгә сығарҙыҡ.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам Рәсәй Хөкүмәтенең тәү сираттағы ғәмәлдәр планына индерелде. Иҡтисадтың ошо секторы вәкилдәре әле үк кредит каникулынан файҙалана ала. Президент тейешле законға ҡул ҡуйҙы.
Бөгөн республикала 129 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Йыл башынан ике процентҡа үҫеш күҙәтелә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының “барлыҡҡа килеү” коэффициенты 2021 йылдың башынан 13,3 процентҡа артҡан. Үҙмәшғүлдәр һаны ла йылдам үҫә. Әле беҙҙә 80,5 мең кеше һөнәри килемгә һалым түләй. Социаль эшҡыуарҙар реестры бер йылда ике тапҡырға тиерлек тулыланған, унда социаль йүнәлешле 343 предприятие иҫәпләнә.
2021 йылда Башҡортостандың йыйылма бюджетына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан дөйөм килемгә һалым буйынса 12,3 миллиард һум индерелгән. Был иһә 2020 йыл менән сағыштырғанда 25,3 процентҡа күберәк.
Шәхси секторҙа, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарҙа һәм үҙмәшғүлдәрҙә, 513 мең кеше эшкә урынлаштырылған. Республикала йәшәгән һәр һигеҙенсе кеше ошо өлкәлә эш тапҡан. Минеңсә, был бик мөһим. Шуға күрә бәләкәй һәм урта предприятиеларға ярҙам итергә тейешбеҙ.
Әле эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары пакеты буйынса эште тамамлайбыҙ. Төп йүнәлеш – йүнселдәргә финанс йөкләмәһен кәметеү. Һалым өҫтөнлөктәрен һәм льготаларын билдәләү юлдарын ҡарайбыҙ. Һалым ҡануниәте беҙгә бындай мөмкинлек бирә.
Артабан инде ғәмәлдәге иҡтисади һәм геосәйәси шарттарҙа махсус ярҙам талап ителгән өлкәләрҙә эшләгән эшҡыуарҙарҙы мөлкәткә һалымдан, транспорт һалымынан азат итеү мөмкинлеген тикшерербеҙ.
Шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль милекте ҡуртымға алыу буйынса өҫтәмә льготалы ставкалар билдәләү йәки уларҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу күҙ уңында тотола.
Йомғаҡлау документын яҡын арала ҡабул итәбеҙ”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: t.me/agnazarov/47