Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше уҙған йыл менән сағыштырғанда 13,2 процентҡа – 4,6 миллиард долларға тиклем артҡан. Өҫтәүенә экспорт күләме 18 процентҡа – 3,7 миллиард долларға ҡәҙәр күтәрелгән.
Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте. Былтыр Башҡортостан сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған экспорт буйынса ла тарихи максимумға етте. Ул 2,5 миллиард доллар тәшкил итте.
Маргарита Болычева Төркиәгә (ике тапҡырға), Америка Ҡушма Штаттарына (дүрт тапҡырға) һәм Кореяға (16 тапҡырға), шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә (15 процентҡа) экспорттың кинәт артыуын билдәләне. 2017 йылдан Ҡытайға экспорт күләме 50 процентҡа – 817 миллион долларға тиклем күтәрелгән.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан 2.0 төбәк экспорт стандартын индереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы дүрт төбәге иҫәбенә инде. Ә республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге икенсе йыл рәттән Рәсәй экспорт үҙәге төҙөгән рейтинг лидерҙары рәтендә.
Маргарита Болычева, Башҡортостанда экспортҡа еңел һәм уңайлы сығыу өсөн яҡшы шарттар булдырылды, тип билдәләне. Мәҫәлән, республикала “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты эшләй башланы, уның сиктәрендә белгестәр теге йәки был предприятиеның экспорт мөмкинлектәренә аудит үткәрә, шулай уҡ консультация ярҙамы күрһәтеү өсөн муниципалитеттарға сыға. 2021 йылда республиканың 200 компанияһына ошондай булышлыҡ күрһәтелгән. Башҡортостан экспортёрҙары сит илгә тауар ташыуға йәки халыҡ-ара сертификат алыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика ҡаҙнаһынан субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Эштең мөһим йүнәлеше – потенциаль экспортерҙарға тауарҙарының карточкаларын халыҡ-ара электрон майҙансыҡтарға (маркетплейстарға) урынлаштырыуҙа ярҙам итеү.
2021 йылда Башҡортостан ете сит илгә бизнес-миссияһы ойошторҙо – Беларусь, Ҡаҙағстан, Сербия, Үзбәкстан, Төркиә, Тажикстанға. Ҡаҙағстан менән Беларусь Республикаһына төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үҙе барҙы, уларҙа республика Конгресс-бюроһы вәкиллеге эшләй башланы. 2022 йылға күҙаллауҙар буйынса – Үзбәкстанда һәм Ҡытайҙа ла ошондай вәкиллектәр асыу.
Санкция баҫымының артыуы шарттарында республика етештереүселәренә ресурстар менән ярҙам итеү мөһим. Ошо маҡсатта Башҡортостанда Импортты тәьмин итеү һәм импортҡа алмаш үҙәге булдырылды. Үҙәк белгестәре төбәк предприятиеларының өҙлөкһөҙ эшләүе өсөн тәҡдимдәр, ихтыяждарҙы билдәләү һәм анализлау менән шөғөлләнәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика делегацияһы визиты йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан һәм Беларусь менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл карталарын аныҡ үтәргә ҡушты. Ул әлеге хәлдә бының айырыуса мөһимлеген билдәләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.