Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәрендә хәҙерге иҡтисади шарттарҙа республикала хеҙмәт баҙары торошо, сауҙа нөктәләрендә хаҡтар артыуы, дарыуханаларҙа ҡайһы бер препараттарҙың юғалыуы арҡаһында тыуған һорауҙарға тәғәйен министрлыҡ вәкилдәренән төплө яуап алыу мөмкинлеге булды.
Шәкәр келәттәрҙә бар
Һорауҙарҙың береһе – шәкәр ҡайҙа? Яңы ғына магазин кәштәләрен тултырып ятҡан тәм-том ниңә юҡҡа сыҡты? Был һорауға сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусевтан да төплөрәк белгән етәксе булмаҫ.
– Беҙҙең республикала ике ҙур шәкәр заводы бар, улар эске баҙар ихтыяжынан тыш, күрше төбәктәр һорауын да ҡәнәғәтләндереп килде. Келәттәрҙә шәкәр запасы етерлек, ретейлерҙар һатып алыу күләмен арттырҙы, тик магазиндарҙа был продукция тирәләй сәбәпһеҙ ығы-зығы арҡаһында ул тиҙ арала һатылып бөтә. Шулай ҙа һуңғы көндәрҙә хәлдең тотороҡланыуы күҙәтелә. Татлы ризыҡ барыбыҙға ла етер, уға ҡытлыҡ булмаҫ, – тине министр.
Магазин кәштәләрендәге хәлгә мониторинг яһалғанын, ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡанын, шәкәрҙе һатып алыу күләме күтәрелгәнен дә билдәләне етәксе. Сауҙа селтәрҙәренең береһендә ғинуар-февраль айҙарында тәүлегенә 70-80 тонна шәкәр һатылһа, бөгөн был һан 230-240 тонна тәшкил итә – бындай хәл хаҡтарҙың күтәрелеүенә килтерә, тине Алексей Гусев.
Уның һүҙҙәрен тура эфирҙа шәкәр тоҡтары тауҙай өйөлгән келәт эсендә сығыш яһаған “Байрам” сауҙа селтәренең етештереү-келәт бүлеге начальнигы Рөстәм Әсмәндиәров та раҫланы. “Шәкәрҙең хаҡы 80 һумдан аҙ ғына артығыраҡ. Һаҡлау ваҡыты – дүрт йыл. Ә бына сауҙа селтәрҙәрендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр әлегә етешмәй”, – тине ул.
Икмәк – барыһына ла баш. Оҙаҡламай яҙғы сәсеү башланырға тора. Халыҡты был мәсьәлә ҡыҙыҡһындыра, борсолдора, әлбиттә. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, быйыл ике миллион 863 мең гектарҙа иген культуралары сәселәсәк. Игенде – өс, ә ондо 1,5-2 йыл яҡшы һаҡларға мөмкин. Быйыл сәсеү эштәре хаҡы ҡиммәткәрәк төшә – 21 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Тура эфирҙа Ҡырмыҫҡалы район икмәк комбинаты директоры Әлфирә Богданова сығыш яһап, эштәренең ғәҙәттәгесә, өҙлөкһөҙ дауам иткәнен, 25 көнлөк сеймал запасы булғанын, бөтә продукцияның тәбиғи, сифатлы икәнен, предприятиеның “ҡарт” булһа ла, резервта тағы бер мейес тотҡанын әйтте. Илшат Фәзрахманов республикала ике он тарттырыу заводы эшләгәне, онға ҡытлыҡ булмаҫы хаҡында белдерҙе. “Ни тиклем күберәк етештерһәк, ондоң хаҡы шунса кәмей барасаҡ, барыһын да баҙар көйләйәсәк”, – тине министр. Башҡортостанда игендең йыл ярымлыҡ запасы барын белдереп, “Икмәккә хаҡ арттырылмаясаҡ!” тип тынысландырҙы ул зәңгәр экрандар алдында ултырғандарҙы.
Оҙаҡламай яҙғы баҫыу эштәренә 10 меңдән ашыу трактор сығасаҡ. Иген – стратегик сеймал, ул келәттәрҙә сифатын юғалтмай бер нисә йыл ята ала. Быйыл тәбиғәт шарттарының рәхимлерәк булыуына өмөт итергә ҡала. Министр әйтеүенсә, климат үҙгәрә бара, шуға ярашлы технологияларҙы үҙгәртергә, эшкә етди әҙерләнергә кәрәк.
Баҙарҙа буш урын булмай ул...
Ә бына һөт аҙыҡтарын һаҡлау ваҡыты бөтөнләй аҙ. “Гормолзавод” предприятиеһының башҡарма директоры Сергей Штукатуров һөт аҙыҡтарының бөгөн элекке күләмдә етештерелгәнен, эштең план буйынса барғанын билдәләне. “Сеймал етерлек, завод 24 сәғәт буйына өҙлөкһөҙ эшләй”, – тине етәксе.
Кешеләрҙе сабыйҙар аҙыҡтарына хаҡтар артыуы, ҡайһы бер етештереүселәрҙең Рәсәй баҙарынан китеүе ихтималлығы борсоғанын да яҡшы беләбеҙ. Алексей Гусев үҙебеҙҙә лә, дуҫтарса мөнәсәбәттә булған республикаларҙа ла балалар туҡланыуы аҙыҡтарын етештереүселәр етерлеген айырым билдәләне, баҙар шарттарында бер етештереүсе китһә, уның урынына икенсе компания килгән, ҡулланыусылар баҙарының буш тормаҫын белдерҙе.
Башҡортостан һөт менән 130 процентҡа тәьмин ителгән, шуның менән бергә һөт эшкәртеү сәнәғәте эш менән 60 процентҡа ғына “егелгән”. Тимәк, Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республика һөт һәм һөт продукцияһы менән илдең башҡа төбәктәрен дә тәьмин итә алыр ине.
– Беҙҙә һыйыр малы бер миллион баш тирәһе, 1,6 миллион тоннанан ашыу һөт етештерәбеҙ, шул иҫәптән 850 мең тоннаһы һөт заводтарына оҙатыла. Һөт тирәһендә әлегә ығы-зығы ҡупҡаны юҡ, – тине Илшат Фәзрахманов.
Брифингта мәктәптәрҙә туҡланыуға ҡағылған мәсьәлә лә күтәрелде. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев әйтеүенсә, әлегә быға төплө яуап биреүе ауыр.“Барыһын да уйлап эш итәсәкбеҙ, мәктәп аҙыҡ-түлегенә хаҡтарҙың нисек артыуын ҡараясаҡбыҙ. Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә туҡланыу хаҡы ике шартҡа бәйле: хеҙмәттең үҙе, әммә әлеге мәлдә бының өсөн бер сәбәп тә күрмәйбеҙ; икенсеһе – аҙыҡ-түлек йыйылмаһы”, – тип аңлатты министр.
Ведомствола аҙыҡтың хаҡын һәм уларҙың ҡиммәтләнеү мөмкинлеген баһалаясаҡтар. Хәлгә ҡарап, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыуға хаҡтарҙы көйләр өсөн теге йәки был саралар күреләсәк.
808 төрлө дарыуға хаҡ үҙгәрмәйәсәк
Икмәк, шәкәр, һөт аҙыҡтарынан ҡала дарыуҙарға ҡағылған һорауҙар халыҡты борсой. Ысынлап та, ҡайһы бер препараттарға хаҡтар артҡанын һәм дарыуханаларҙан юғалғанын күрмәү мөмкин түгел. Брифингта сығыш яһаған Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙе, нигеҙҙә, йәшәү өсөн мөһим (ЖНВЛП) дарыуҙар тирәләй алып барҙы.
Аңлатма биреп китәйек. Дәүләт дарыуханаларҙағы бар дарыуҙарға ла хаҡты көйләй алмай. Тик йәшәү өсөн бик мөһим булған дарыуҙар исемлегенә ингән 808 препаратҡа хаҡтарҙы арттырмау өсөн тырыша. Дарыу сараларының дәүләт реестрында етештереүсе тарафынан уларға хаҡ теркәлгән. Закон тарафынан уларға хаҡты арттырыу тыйыла, хәлде күҙәтеү органдары контролдә тота. Ҡалған, йәғни был исемлеккә инмәгән дарыуҙар дәүләт тарафынан көйләнмәй, уларҙың хаҡы баҙар механизмдарына, конкуренцияға бәйле. Министр әйтеүенсә, йәшәү өсөн мөһим булған дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ һәм хаҡтар элеккесә, үҙгәрешһеҙ.
Һуңғы осорҙағы донъяуи тынғыһыҙ мәсьәләләр коронавирус инфекцияһы проблемаларын да бер аҙ ситкә йүнәлтте кеүек, тик ковид әлегә бер ҡайҙа ла китмәгән. Көн һайын республикала 700-гә яҡын сирҙе йоҡтороу осрағы асыҡланып тора, хроник сирлеләр һәм оло йәштәгеләр ҡаты ауырый. “Республикала коронавирус менән хәл тотороҡло, әммә тынысланырға иртә, – тине Максим Забелин. – Башҡа илдәрҙәге хәл менән танышып торабыҙ, Азия, Тымыҡ океан төбәктәрендә яңы тулҡын ҡалҡып килә. Беҙҙә уның йәйгә табан күтәрелеүе мөмкин. Шуға күрә вакцина яһатыу, ревакцинация хаҡында оноторға ярамай”, – тип иҫкәртте министр.
“Сит ил тауарҙарын алмаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ”
Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған брифингта йыл аҙағына тиклем сит ил продукцияһын алмаштырыу буйынса 10 өҫтөнлөклө инвестиция проектын тамамлау күҙ уңында тотолғанын әйтте.
– Беҙҙә сәнәғәт тотороҡло, инвестициялар йәлеп ителә, бөгөн В2 витаминын етештереү буйынса яңы проектты тикшерҙек. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шундай бурыс ҡуйҙы: һәр форумда яңы производство асырға. Әле “АгроКомплекс”та агросәнәғәт комплексы йүнәлеше буйынса астыҡ, бер айҙан һуң, экология форумы ваҡытында, “ПОЛИЭФ”та производство асыла, ә май айында – нефть буйынса. Бөгөн 230 миллиард һумлыҡ 39 сәнәғәт проекты бар, 13 йылда тормошҡа ашырыласаҡ. Үзбәк партнерҙары менән ике проект өҫтөндә эшләйбеҙ, апрелдә тәүге нигеҙ ташын һаласаҡбыҙ, газ-баллон ҡорамалдары беҙгә кәрәк, – тип белдерҙе ул.
Шулай уҡ сит ил тауарҙарын алмаштырыу йүнәлешендә “Газпром”, “Ростех” менән эш алып барылғанын да билдәләне. Әле яңы станоктар алыу буйынса эш бара. Станоктар төҙөү кластеры формалашыу өҫтөндә. Уға ингән предприятиелар 500 миллион һумлыҡ ярҙам аласаҡ.
Урал пружиналар заводы етәксеһе Денис Лоҡманов брифинг барышында “Көнбайыш партнерҙарының йылы урын ҡалдырыуын” белдерҙе. Тимәк, был урынды йәһәтерәк яулау мөһим. Әле завод ике сменала эшләй, төнгө сменала эшләр өсөн хеҙмәткәрҙәр туплана, яңы технологиялар үҙләштерелә. Шуныһы яҡшы: заводтың кешеләрҙе эшкә өйрәтеү буйынса өс кимәлдәге үҙ мәктәбе бар.
– Сит ил тауарҙарын алмаштырыу һәм тәьмин итеү үҙәген булдырыу Рәсәйгә ҡаршы киң күләмле санкциялар индереү арҡаһында килеп сыҡты. Һис һүҙһеҙ, улар иҡтисадҡа оҙаҡ ҡына етди йоғонто яһаясаҡ, – тине брифингта тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. – Санкцияларҙың киңәйере һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә йоғонто яһары көн кеүек асыҡ. Шуға күрә үҙебеҙҙең бизнесты яҡлау мөһим. Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Төркиәнең Машина төҙөүселәр союзы етәксеһе осрашты. Сит ил партнерҙарыбыҙ беҙгә продукциялары һәм комплектлаусы материалдары менән ярҙам итәсәк.
Ул “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” штабы эшенә лә туҡталып, сит илдәге граждандарыбыҙҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән эштәр менән таныштырҙы.
Ҡайҙан эш табырға?
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең персонал буйынса директоры Николай Лютов предприятиела 200-ҙән ашыу вакансия асылғанын (инженер-технолог, инженер-конструктор, станоксы, оператор һәм башҡа һөнәрҙәр) белдерҙе. Улар әҙер профессионалдарҙы – машина эшләүселәрҙе генә көтөп ултырмай – былтыр асылған уҡыу-етештереү үҙәгендә ике меңдән ашыу кешене яңы заманса ысулдар буйынса уҡытыу мөмкинлеге бар. Эшкә өйрәнеүҙең алты айҙан ике йылға тиклем һуҙылыуы ихтимал. Уҡыу осоронда 34 мең һумлыҡ стипендия түләнә. Предприятиела авиация двигателдәре өсөн деталдәр етештерелә.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, эш эҙләүселәргә “Работа в России” берҙәм һанлы платформаһына заявка бирергә кәрәк. Эш биреүселәр унда бөтә вакансиялар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе мотлаҡ урынлаштырырға тейеш. Шулай уҡ Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әлегә хеҙмәт баҙарында киҫкенлек күҙәтелмәй, 48 мең эшсе вакансияһы бар, тип белдерҙе министр. Бөгөндән “Башавтотранс”ҡа (900 кеше), “Тандер”(“Магнит”) йәмғиәтенә (760), “Аркада” берекмәһенә (500), “Агроторг” (“Пятерочка”) йәмғиәтенә (490), “Стеклонит” йәмғиәтенә (190), “Рәсәй почтаһы”на (140) эшсе көсө талап ителә.
Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ярҙамға мохтаждарҙың артыу ихтималлығын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ленара Иванова әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ауыр тормош хәленә юлыҡҡан балалы ғаиләләр һәм оло йәштәгеләр тураһында мәғлүмәт туплана, айырым категория граждандарына социаль ярҙам күрһәтеләсәк.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.