Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Telegram каналындағы сәхифәһендә иҡтисадҡа ҡағылышлы яҙма ҡалдырҙы.
“Әлеге шарттарҙа #хәбировкомандаһы нигеҙҙә Көнбайыштың санкциялар сәйәсәте эҙемтәләрен кәметеү һәм импортты алмаштырыуҙы үҫтереү йәһәтенән оператив бурыстарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта былар стратегик үҫеш пландары тураһында онотто тигәнерәк хаталы фекер тыуыуы ихтимал. Был улай түгел. Инновациялы төбәк иҡтисадын төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан республиканың үҫеш стратегияһы көнүҙәклеген юғалтмай, ә көсәйә генә.
Тарихи тәжрибә күрһәтеүенсә ябай булмаған тышҡы сәйәси шарттарҙа ла Рәсәй һәр саҡ йылдам иҡтисади алға китешкә өлгәште. Мануфактура производствоһына нигеҙ һалынған Петр I заманында ла, XIX быуаттағы сәнәғәт революцияһы осоронда ла, йәш Советтар Союзының ҡатмарлы тышҡы сәйәси айырымланыуы шарттарында барған совет индустриялаштырыуы ваҡытында ла шулай булды.
Тарихи һынауҙар алдында дәүләтебеҙ һәр саҡ тупланып, иҡтисади модернизация мәсьәләһен хәл итә алды. Хәҙерге Рәсәй бойондороҡһоҙ, үҙаллы иҡтисад төҙөү мөһим. Ул Ватаныбыҙҙы тағы ла көслөрәк итәсәк. Эйе, хәҙер быны тормошҡа ашырыу еңелдән булмаҫ, моғайын, уның ҡарауы, Рәсәйҙең “оҙаҡ ҡуҙғалыу” ғәҙәтенән баш тартырға, беҙгә йылдам алға барырға кәрәк.
Ҡыйынлыҡтарға ҡаршы көрәшеү, ҡараштарҙы үҙгәртеү алымдарын беләбеҙ. Азиялағы ҙур компаниялар Рәсәй баҙарынан китергә йыйынмай. Беҙ күптән инде көнсығыш дәүләттәре менән иҡтисади килешеүҙәрҙе үҫтереүгә баҫым яһаныҡ. Әйткәндәй, төрлө заманса технологик ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуҙа тап улар алдынғы. Шул уҡ Ҡытай фармацевтикала яһалма интеллектты ғәмәлгә индерә, үҙенең навигация системаһын эшләй, яңы типтағы юғары тиҙлекле поездар төҙөй. Ҡытай, Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Ҡаҙағстандың һәм Урта Азия илдәренең үҫә барған иҡтисадтары менән Рәсәй иҡтисады, һис шикһеҙ, тығыҙ бәйләнештәрҙе һаҡлап ҡаласаҡ (һәм Башҡортостан күптән инде был трендтар үҙәгендә). Шул уҡ ваҡытта партнерҙарыбыҙ менән мөнәсәбәттәр нисек кенә булмаһын, стратегик яҡтан үҙебеҙгә иҫәп тоторға кәрәк. Быны: “Рәсәйҙең ике генә союздашы бар: армия һәм флот”, – тип ҡасандыр император Александр III аныҡ билдәләгән.
Суверенлы инновациялы Рәсәй иҡтисады – яҡын киләсәктәге эш, тип инанам. Ошоға бәйле “партнерҙарыбыҙға” һәм тәнҡитселәргә икенсе бер дәүләт эшмәкәре – әйткәндәй, Америка президенты – Теодор Рузвельттың һүҙҙәрен хәтерҙә тоторға кәрәк: “Мин Рәсәйҙең ифрат ҙур киләсәген күҙаллайым. Әлбиттә, уға ла билдәле бер тетрәнеүҙәр һәм, бәлки, ауыр тетрәнеүҙәр аша үтергә тура килер, әммә быларҙың барыһы ла үтер, һәм һуңынан Рәсәй бөтә Европаның терәгенә, иң ҡеүәтле, ә бәлки, бөтә донъяла иң ҡеүәтле державаға әүерелер”.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press