Ауыл хужалығы ауырлыҡтарға ҡарамай үҫеш юлын һайлай
“2021 йылдағы ҡоролоҡ агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә ныҡ йоғонто яһаны. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү индексы 84,7 процент тәшкил итте. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме (185,6 млрд. һум) буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһында 12-се (11,7 процент өлөш менән) һәм Волга буйы федераль округында 3-сө (11,7 процент өлөш менән) урын алды”, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы барышында яһаған сығышында.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһы һөт һәм ҡымыҙ, һыйыр ите, тауар балы етештереү, йылҡы һәм һыйыр малының һаны буйынса элеккесә алдынғы урындарҙы биләй.
Агросәнәғәт комплексына 7,2 миллиард һумға торошло ярҙам саралары һөҙөмтәһендә минераль ашламаларҙы файҙаланыу 13%-ҡа, элиталы орлоҡтар өлөшө 11%-ҡа тиклем артҡан. Республика аграрийҙары дөйөм суммаһы 12 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 3,5 мең берәмек техника һәм ҡорамал һатып алған (2020 йыл менән сағыштырғанда 2 миллиард һумға күберәк).
2021 йылда бөтә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр 1 миллион 600 мең тоннанан ашыу һөт (2020 йылдың кимәленә ҡарата - 96,6 процент) һәм 406 мең тонна самаһы мал һәм ҡош ите (2020 йыл кимәленә ҡарата - 99,9 процент) етештергән.
“Бәләкәй бизнесты үҫтереү һәм ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тауар һөтөн етештереүҙе 100,4% арттырырға мөмкинлек бирҙе. 2021 йылда һөт малсылығында тағы дүрт проект тамамланды, киләсәктә улар өҫтәмә рәүештә 12 мең тоннанан ашыу һөт бирәсәк”, - тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры.
Башҡортостан аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенең юғары кимәлен тәьмин итеүгә өлгәшә. Республика һөт һәм һөт ризыҡтары (үҙ-үҙебеҙҙе тәьмин итеү 124,0 процент тәшкил итә), һыйыр ите (121,0), сусҡа ите (107,0%), йомортҡа (108,0%), шәкәр (4,7 тапҡырға), үҫемлек майы (6,8 тапҡырға), картуф (135,0%), ҡыяр (136,0%) һәм томат (175,0%) буйынса үҙ ихтыяждарын тулыһынса тәьмин итә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында 2022 йылға агросәнәғәт комплексында өҫтөнлөклө бурыстар тип түбәндәгеләр билдәләнде:
- төбәктең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген артабан арттырыу, сәсеүҙә өҙөклөк булдырмау һәм технологик парктың да, орлоҡ базаһының да, ашламалар комплексының да әҙерлеген тәьмин итеү;
- импорт запас частарҙы һәм башҡа ҡорамалдарҙы үҙебеҙҙә етештерелгәнгә алмаштырыуҙы ойоштороу.
2022 йылда агросәнәғәт комплексына булышлыҡ итеү өсөн бөтәһе 6 миллиард һум самаһы (5,7 млрд) аҡса бүленгән. Был – техника, минераль ашламалар, элиталы орлоҡ, мал аҙығы, аҙыҡ-түлек эшкәртеү сәнәғәте өсөн сеймал һатып алыуға һәм башҡа йүнәлештәргә субсидиялар.
Былтырҙан алып ике шәкәр заводы («Шишмә шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Раевка шәкәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) яңыртыла.
Бынан тыш, 2022 йылда түбәндәге ҙур инвестиция проекттарын тамамлау күҙаллана:
- Ауырғазы районында дөйөм суммаһы 4,6 миллиард һумлыҡ 6530 баш һауын һыйырына һәм 3000 баш йәш малға иҫәпләнгән һөт фермаһын төҙөүҙең беренсе этабы («Уңыш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте);
- Йылына тере ауырлыҡта 15 мең тонна сусҡа итеү өсөн заманса сусҡасылыҡ комплексы төҙөү, инвестициялар күләме – 3,1 миллиард һум («Урал ит компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте).
- Йәрмәкәй районында йәш мал үҫтереү өсөн 2800 башҡа иҫәпләнгән 2,9 миллиард һумға торошло "Семен - Макар” малсылыҡ комплексын төҙөү («Северная Нива Башкирия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте).
Ә Әлшәй һәм Бәләбәй райондарында «Таврос» компаниялар төркөмө («Урал ит компанияһы», «Башҡортостан ит компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре) тарафынан ғәмәлгә ашырылған сусҡасылыҡ буйынса инвестиция проекттары ағымдағы йылда уҡ өҫтәмә рәүештә 23 мең тоннаға тиклем ит алырға мөмкинлек бирәсәк.
Фото: kupiprodai.ru