Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Март 2022, 14:30

“Беҙ тарихи максимумға өлгәштек”

Һуңғы йылдарҙа сафҡа индерелгән торлаҡ күләменең тотороҡло артыуы күҙәтелә.

“Беҙ тарихи максимумға өлгәштек”
“Беҙ тарихи максимумға өлгәштек”

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең сығышында торлаҡ төҙөү, төбәк халҡының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләренә ентекле туҡталды.

Андрей Назаров әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа сафҡа индерелгән торлаҡ күләменең тотороҡло артыуы күҙәтелә, һәм уҙған йыл был күрһәткес йәһәтенән айырыуса әһәмиәтле булды. Беҙ тарихи максимумға өлгәштек – дөйөм майҙаны 2,9 миллион квадрат метрҙан ашыу фатир һәм шәхси йорт сафҡа индерелде. Был 2020 йылғы кимәлдән 18,4 процентҡа юғарыраҡ. 310-сы Указ менән билдәләнгән торлаҡ менән тәьмин итеү күрһәткесе арттырып үтәлде (Башҡортостандағы бер кешегә план буйынса уртаса 27,7 квадрат метр сафҡа индерелергә тейеш булһа, асылда 28 квадрат метр файҙаланыуға тапшырылды). Быйыл ғинуар-февралдә торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү 40 проценттан ашыуға (+41,3 %) артҡан.

Торлаҡ төҙөү буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урынды биләй. 126 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан (2020 йылғы кимәлдән 12,7 процентҡа юғарыраҡ).

Башҡортостан “Ауыл ипотекаһы” программаһы (5,9 миллиард һумлыҡ 3003 кредит бирелгән, 2020 йылға ҡарата үҫеш – ете процент) һәм ишле ғаиләләргә ипотека буйынса бурысты ҡаплауға субсидия түләү программаһы (күп балалы 5646 ғаилә 2,5 миллиард һумлыҡ субсидия алған, был 2020 йылға ҡарағанда 65 процентҡа күберәк) буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылыҡты яулай.

Һуңғы бер нисә йылда беҙ төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуғын тергеҙеү йәһәтенән планға ярашлы эш алып барабыҙ.

2021 йылдың 1 ғинуарына беҙҙә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып зыян күргән 7,6 мең кеше һәм проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрына индерелгән 125 йорт иҫәпләнә ине. Бер йыл эсендә 34 йорт буйынса проблема хәл ителде. Өс меңдән ашыу граждан хоҡуғын тергеҙҙе.

Ғөмүмән, беҙ был эште 2018 йылда уҡ әүҙемләштергәйнек. Ул ваҡытта зыян күргән 10 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә ине. Әле ете мең өлөшсө буйынса мәсьәлә хәл ителде. Йәғни уларҙың һаны өс тапҡыр кәмене. Хәҙер проблемалы объекттар реестрында 83 йорт һәм 3,9 меңгә яҡын граждан иҫәпләнә.

Йыл аҙағына тиклем үҙебеҙҙең көс менән йәнә 16 проблемалы объект буйынса мәсьәләне хәл итмәксебеҙ. Һәм 2024 йылға “алданған өлөшсөләр” мәсьәләһен тулыһынса ябыуҙы планлаштырабыҙ.

Төбәктә торлаҡты йылдам сафҡа индереү өсөн яңы майҙансыҡтарҙы әүҙем үҙләштереү мөһим. Был йәһәттән өҫтөнлөклө бурыс – биләмәләргә инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһын үткәреү. Былтыр инфраструктура бюджет кредиты нигеҙендә 14,8 миллиард һум йәлеп иттек. Ошо аҡсаға Өфөлә транспорт инфраструктураһы объекттары, “Кузнецов затоны”нда мәктәп төҙөлә, яңы биҫтәләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн автобустар һатып алына. Нефтекамала иҫке таҙартыу ҡоролмалары реконструкциялана, канализация насос станцияһы төҙөлә.

Был 14 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеген бирәсәк. Бының менән генә сикләнмәнек.

Республикаға өҫтәмә лимит нигеҙендә йәнә яҡынса 4,8 миллиард (4 832 миллион) һум бүлеү раҫланған (әле Башҡортостан Республикаһы ғаризаһы әҙерләнә, унда Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күперҙе капиталь ремонтлау һәм Зинин ҡасабаһында юл үткәргес төҙөү индерелгән. Ғариза 2022 йылдың 1 апреленә тиклем ебәрелә).

Премьер-министр билдәләүенсә, “Стимул” федераль программаһы буйынса күләмле проекттар тормошҡа ашырыла. 2021 йылда инженерлыҡ объекттары төҙөүгә өс миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Улар иҫәбендә – Өфөнөң Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары аръяғындағы яңы биҫтәләре өсөн һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү селтәрҙәре төҙөү, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала автомобиль юлы участкалары.

Төҙөлөш баҙарында асыҡтан-асыҡ яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә индерелде. Төҙөүселәр ассоциацияһы ойошторолдо. Ул бизнес менән власть араһында һөҙөмтәле диалог өсөн майҙансыҡҡа әүереләсәк. Өр-яңы стандарттар төҙөлә: баҙарҙа ҡатнашыусыларға дәүләт яғынан рөхсәт документтарын алыу ваҡыты ҡыҫҡартыла, ә бизнес үҙ иңенә социаль йөкләмәләрҙе үтәү бурысын ала.

Фото: bashinform.ru/news/economy

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: