Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттығы ултырышы үтә. Унда Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды. Депутаттар алдында ҙур доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны.
Андрей Назаров белдереүенсә, иҡтисадтың төп драйверы булып инвестициялар тора. 2021 йылда төп капиталға инвестициялар күләме 419,3 миллиард һум тәшкил иткән һәм бер йылда 5,1% артҡан. Һәм был – 2019 һәм 2020 йылдарҙағы юғары темптар фонында.
– Өс йыллыҡ динамиканы ҡарағанда, күрһәтелгән осорҙа, ковидҡа ҡарамаҫтан, республика инвестицияларҙы 31,3 процентҡа арттырған, шул уҡ ваҡытта ил буйынса үҫеш ни бары 9,4 процент тәшкил иткән. Төбәктә тормошҡа ашырылған төп һәм өҫтөнлөклө инвестицион проекттарға килгәндә иһә, уларҙың һаны – 208 һәм дөйөм суммаһы 934,4 миллиард һум тәшкил итә, – тине ул. – Уҙған йылда инвестициялар күләме 218 миллиард һум тәшкил иткән 56 өҫтөнлөклө проект тамамланған. Улар республика халҡын 7,5 меңдән ашыу яңы эш урыны менән тәьмин итте.
Быға өҫтәмә рәүештә муниципаль кимәлдә йәнә 1510 ваҡ инвестицион проект тормошҡа ашырыла, инвестицияларҙың дөйөм күләме 401,9 миллиард һум тәшкил итә. 22 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыла.
Дөйөм алғанда, бер йылда тормошҡа ашырылған проекттарҙың инвестиция портфеле 10 процентҡа тиерлек артҡан.
– Беҙ “Алға” махсус иҡтисади зонаһын әүҙем үҫтерәбеҙ. Былтыр уның майҙансығына инвестицияларҙың дөйөм күләме 14 миллиард һум тәшкил иткән биш яңы резидент ингән. Бөгөн “Алға” махсус иҡтисади зонаһында 23,1 миллиард һум самаһы инвестиция күләме менән 10 резидент теркәлгән. Уларҙың проекттары 1700 самаһы яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Премьер-министр. – 2021 йылда “Алға” V Рәсәй махсус иҡтисади зоналарының инвестиция йәлеп итеүсәнлеге милли рейтингы йомғаҡтары буйынса илдә иң йылдам үҫешеүсе махсус иҡтисади зона тип танылды.
Андрей Назаров Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре (ТОСЭР) тураһында ла һөйләне. Уның белдереүенсә, был биләмәләрҙә 100-ҙән ашыу резиденттың яңы етештереүе эшләй башлаған, уларҙың өстән бер өлөшө уҙған йылда ғына йәлеп ителгән (36 резидент).
Шунлыҡтан моноҡалаларҙы үҫтереүгә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары 6 миллиард һум самаһы инвестиция һалған, дүрт меңдән ашыу яңы эш урыны булдырған.
Уларҙың проекттарын тормошҡа ашырыу тамамланғандан һуң йәнә ете меңгә яҡын эш урыны булдырыласаҡ, ә резиденттарҙың капитал һалыуҙарының дөйөм күләме 44,6 миллиард һумға етәсәк.
Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә резиденттар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында алдынғы урындарҙы биләй (2022 йылдың 1 мартына Башҡортостан Республикаһында һәм Татарстан Республикаһында 118-шәр резидент).
– Төбәктә инвестицион мөхит тә яҡшыра. 2021 йылда Башҡортостан, һөҙөмтәләрҙе дүрт баҫҡысҡа яҡшыртып, Рәсәй субъекттары араһында бишенсе урынды яуланы.Бынан тыш, былтыр республика административ баҫым индексы буйынса Рәсәйҙең тәүге ун субъекты иҫәбенә инде, 11-се урындан туғыҙынсыға күтәрелде, – тине Андрей Назаров. – Республика 2022 йылда Төбәк инвестиция стандартын индерергә планлаштырған 30 төбәк иҫәбенә индерелгән. Был инвесторҙар менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе яңы кимәлгә сығарырға һәм шәхси инвестициялар күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Андрей Назаров инвестиция үҫешендәге өҫтөнлөкле бурыстарҙы һынап сыҡты.
- 400 миллиард һумға 240 яңы инвестиция проектын йәлеп итергә. Инвестицион эшмәкәрлекте системалаштырыу сиктәрендә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса тейешле берҙәм план әҙерләнгән;
- инвестиция үҫешенең тупланған темпын юғалтмаҫҡа, айырыуса санкция баҫымы шарттарында;
- инфраструктура бюджет кредиттары аҡсаларын йәлеп итеп, ике проектты тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә;
- етештереү инфраструктураһын булдырыу өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын индерергә һәм концессия башланғысында кәмендә ике яңы индустриаль паркты тормошҡа ашыра башларға;
- проекттарҙа дәүләт-шәхси партнерлыҡты әүҙем тормошҡа ашырыу өсөн берҙәм оператор булдырырға;
- офсет контракттарын ҡулланыу тәжрибәһен киңәйтеү юлы менән инвесторҙарға ярҙам итергә. Бындай проекттар өсөн минималь хаҡ сиген 1 миллиард һумдан 100 миллион һумға тиклем кәметеү буйынса федераль инициатива айырыуса көнүҙәк булып тора.
– Бынан тыш, бөгөн һәр инвестиция проекты рөхсәт документтарын алыуҙан алып файҙаланыуға тапшырғанға тиклем бик күп этаптарҙы үтә. Был һәр инвестиция проектының инвестиция циклын формалаштыра. Беҙҙең бурыс был циклды кәмендә 30 процентҡа кәметеү, – тине Андрей Назаров.
Фото: interfax-russia.ru