Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Апрель 2022, 09:33

Хаҡтар контролдә тотола

"Башинформ" МА
Фото:"Башинформ" МА

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – ҡулланыусылар баҙарындағы хәл, хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуына юл ҡуймау буйынса саралар һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр.

Республикала аҙыҡ-түлек тауарҙарын арзанайтыу буйынса саралар хаҡында һөйләгәндә, Хөкүмәт вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов келәттәрҙәге аҙыҡ-түлек запасының етерлек күләмдә булыуын билдәләне.

– Аҙыҡ-түлек магазиндарындағы ығы-зығы әкренләп кәмей, – тип хәбәр итте ул. – Һуңғы ваҡытта шәкәр заводтары һатып алыусыларға 8,8 мең тонна продукция тейәп оҙатты. Шул уҡ ваҡытта келәттәрҙә запас етерлек. Магазиндарға тауарҙы тейәүҙең ғәҙәти тәртибенә күстек.

Республиканың ауыл хужалығы министры әйтеүенсә, продукцияһына һатыу хаҡтарын элекке кимәлдә тотҡан төбәктең эшкәртеүсе предприятиелары өсөн федераль бюджеттан өҫтәмә субсидиялар йүнәлтелде. Мәҫәлән, икмәк бешереү предприятиелары – 62 миллион һум, һөт эшкәртеүселәр 71 миллион һум алды.

Сауҙа селтәрҙәренең көндәлек мониторингы социаль әһәмиәтле тауарҙарҙың төп төркөмдәре буйынса хәлде тиҙ асыҡларға мөмкинлек бирә, тип хәбәр итте төбәктең сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

– Кисә генә бөтә республика буйынса 332 магазинды тикшерҙек. Элеккесә, бакалея тауарҙарына – шәкәр ҡомона, ҡарабойҙайға һәм онға, шулай уҡ тоҙға, яңы тыуған балалар өсөн тауарҙарға, офис ҡағыҙына ихтыяж артыуын теркәйбеҙ, – тине Алексей Гусев. – Шуның менән бергә кәштәләрҙең аҡрынлап ошо тауарҙар менән тулыланыуында ыңғай күренеш күҙәтелә.

Башҡортостан Башлығы сауҙа селтәрҙәрендә ҙур ихтыяж менән файҙаланған тауарҙар барлығын тикшереүҙе кәметмәҫкә, хаҡ мәсьәләһен контролдә тоторға ҡушты.

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Хомяков социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең төп төрҙәренә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуына юл ҡуймау буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне.

– Беҙҙә халыҡтың хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуына мөрәжәғәттәре буйынса “ҡыҙыу элемтә” эшләй. Уға хаҡтарҙың артыуы йәки кәштәләрҙә тауарҙың булмауы тураһында 510 шылтыратыу булған. Шылтыратыуҙарҙың яртыһы шәкәргә бәйле. Хәҙер мөрәжәғәттәр динамикаһы яйлап кәмей, – тине Андрей Хомяков.

Республика Башлығы Ауыл хужалығы министрлығына төбәктең шәкәр заводтары адресына Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең нигеҙле дәғүәләренә тиҙ арала иғтибар итергә, уларға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн тейешле саралар күрергә ярҙам итергә ҡушты.

Республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк, төбәктә коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡын пландан тыш арттырмаясаҡтар, тип хәбәр итте. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта тарифтар былтырғы кимәлдә һаҡланған. 2022 йылдың 1 июленән тарифтарҙы планлы индексациялау тураһындағы ҡарар федераль кимәлдә 2021 йылдың аҙағында ҡабул ителде. Дәүләт комитеты рәйесе һүҙҙәренсә, икенсе ярты йыллыҡ башынан коммуналь хеҙмәттәр өсөн уртаса  үҫеү индексы республикала 4,4 процент тәшкил итәсәк.

Фекер алышыу аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб ағзаларына киләһе ултырышҡа иҡтисадтың сәнәғәт секторы эше буйынса ағымдағы хәлгә ентекле анализ әҙерләргә ҡушты. Шулай уҡ алданған өлөшсөләр проблемаһы ҡараласаҡ.

 

Ә. ӘЙҮПОВА.

Читайте нас: