Былтыр республиканың 16 районында “татлы тамыр” сәстеләр. Благовар, Дәүләкән, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондарында сөгөлдөргә өҫтөнлөк бирәләр. Шишмә районы хужалыҡтары араһында иһә “Башкир-агроинвест”, “Агро-альянс”, “Нерал-Шишмә” хужалыҡтары йылдан-йыл был культураға тоғро ҡала.
Көҙөн “Нерал-Шишмә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сөгөлдөр баҫыуында беҙҙе хужалыҡ етәксеһе Наил Батыршин ҡаршы алып, йыйылған уңыш тураһында һөйләгәйне. Ғүмер буйы ауыл хужалығы тармағында эшләгән, “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен йөрөткән Наил Вәли улы ҡоролоҡҡа һуҡранып, юғары сығышлы һәм килемле культуранан ауыр шарттарҙа ла ярайһы уңыш алыуҙы билдәләне.
– Хужалыҡта йәмғеһе 90 кеше эшләй. Техника шәп. Һуңғы йылдарҙа уны яңыртыуға 300 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителде. 780 гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө сәстек, уңышҡа зарланмайбыҙ. Йылдың ҡоро булыуын иҫәпкә алғанда, уңыш көткәндән дә һәйбәтерәк булды, – тине хужалыҡ директоры.
Хужалыҡтың баш агрономы Владимир Лысенко ла сөгөлдөрҙөң сифаты һәм күләме менән ҡәнәғәтлеген билдәләп үтте.
– Иң ҡоро осор сөгөлдөрҙөң үҫкән мәленә тура килде. Ошо баҫыуҙа бер тапҡыр ғына ямғыр яуҙы – ерҙе ни бары 45 миллиметрға ғына һыуланы. Бары ваҡытында ашлама индереү һәм гибрид орлоҡтарға өҫтөнлөк биреү хәлде ҡотҡарҙы. Ғөмүмән, орлоҡ етештереүселәр менән туранан-тура эшләйбеҙ. Әле тәжрибә майҙансығында 20 – 25 төрлө орлоҡ үҫтереп, һынап ҡарайбыҙ. Беҙҙең һауа шарттарында үҙен һәйбәт күрһәткәненә генә өҫтөнлөк бирәбеҙ, – тигәйне баш агроном.
Быйыл иһә был хужалыҡ сөгөлдөр майҙанын 280 гектарға арттырырға йыйына. Йәмғеһе 1049 гектар “татлы тамыр” сәсәсәктәр. Хужалыҡ көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрөнөң орлоғон сит илдән алыуҙы хуп күрә. Көнбағыш орлоғо хужалыҡҡа килеп еткән, шәкәр сөгөлдөрөн ошо көндәрҙә көтәләр.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы 2022 йылда илдә шәкәр сөгөлдөрө майҙанын 9,45 процентҡа, йәғни 1,1 миллион гектарға еткерергә ниәтләй. Был кәм тигәндә 42 миллион тонна уңыш алырға мөмкинлек бирәсәк. Былтыр Рәсәйҙә шәкәр етештереү 1,8 процентҡа артып, 5,9 миллион тоннаға етте, тип билдәләйҙәр министрлыҡта.
“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда ил буйынса шәкәр сөгөлдөрөнөң дөйөм сәсеү майҙаны 8,5 процентҡа артып, 1,005 миллион гектар тәшкил иткән. Ә тулайым уңыш – 41,2 миллион тонна, был 2020 йыл менән сағыштырғанда 21,6 процентҡа юғары.
Рәсәйҙең 25 төбәгендә генә шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү һәм етештереү менән шөғөлләнәләр. Был төбәктәрҙең барыһы ла сәсеү майҙанын арттырасаҡ. Әлеге мәлдә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы орлоҡ мәсьәләһен хәл итә, сөнки уның орлоғон хужалыҡтар башлыса сит илдән алып ҡайта ине. Һуңғы биш йылда Рәсәй селекционерҙары юғары уңыш биргән культураларҙың орлоғон үҙебеҙҙә етештереү мәсьәләһе менән әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, Краснодар крайы шәкәр сөгөлдөрөн күпләп үҫтергән төбәк һанала. Һауа торошо был төбәккә юғары уңышҡа ирешергә һәм уны юғалтыуһыҙ йыйып алырға мөмкинлек бирә.
Орлоҡ мәсьәләһенә килгәндә, 2020 йылда ил аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрө майҙанының 3,05 процентына ғына Рәсәйҙә етештерелгән орлоҡ һалған. Шулай ҙа сәсеүлектәрҙең дүрттән бер өлөшөндә – Рәсәй биләмәһендә сит ил етештереүселәре тарафынан үҫтерелгән! Күпселек компаниялар орлоҡтар районлаштырылған булһын өсөн уларҙы Рәсәйҙә үҫтерә. Орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр Рәсәйҙә үҫтергәнен сит илгә лә ебәрә. Федераль таможня хеҙмәте хәбәр итеүенсә, былтыр Рәсәйҙән дүрт мең тонна шәкәр сөгөлдөрө орлоғо Европа илдәренә оҙатылған. Франция, Германия, Италия, Төркиә, Австрия, Беларусь, Бельгия Рәсәйҙә үҫтерелгән орлоҡҡа өҫтөнлөк биргән. Импортҡа сығарылған орлоҡ күләмен иҫәпкә алғанда, 5 – 10 йыл эсендә сит илдән орлоҡ алыу кәрәклеге күпкә кәмейәсәк. Әле тәжрибә участкаларында сәселгән орлоҡтарҙың уңышы ҡыуандыра, ватан селекционерҙары юғары күрһәткестәргә өлгәшә алған.
Сөгөлдөр – үҫемлекселектә республикабыҙ иҡтисадына һиҙелерлек өлөш индергән культура. Тап шуға ла сәсеүлек майҙанын арттырыуға етди иғтибар бирелә. Башҡортостан сөгөлдөр етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында – 11-се урында. Быйыл миҙгел уңышлы килһә, шәкәргә ҡытлыҡ булмаясаҡ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.