Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Апрель 2022, 13:00

Смарт-лаборатория эшендә ҡатнаштылар

Башҡортостанда 2019 йылдан экспорт йүнәлешендәге предприятиеларға булышлыҡ күрһәтелә.

Смарт-лаборатория эшендә ҡатнаштылар
Смарт-лаборатория эшендә ҡатнаштылар

Силәбелә “Смарт-лаборатория: бизнесҡа ярҙам буйынса көрсөккә ҡаршы практикаларҙы яраҡлаштырыу” тигән сара үткәрелде. Унда ВЭБ.РФ корпорацияһы, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы, Силәбе өлкәһенең башҡарма власть органдары, урындағы эксперттар берләшмәһе, ҙур, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡатнашты.

Сараның модераторы – Стратегик башланғыстар агентлығының практикалар директоры Александр Пироженко. Ул  “Смартека” проекты тураһында һөйләне.

–Сервис ярҙамында иң яҡшы тәжрибәләрҙе өйрәнергә, шулай уҡ төбәктәрҙең үҙ-ара эшмәкәрлеген тәрәнәйтергә мөмкин. Программала 47 остаз төбәк һәм 85 реципиент төбәк ҡатнаша, – тине Александр Пироженко.

– Экспорт йүнәлешендәге предприятиеларға булышлыҡ итеү саралары Башҡортостанда 2019 йылдан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Министрлыҡ тауарҙы  сит илгә ташыу, халыҡ-ара сертификатлауҙы һәм экспорт “кешбегы”н рәсмиләштереү менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия бирә. Был программалар йыл һайын тормошҡа ашырыла, һәм беҙ был практиканы дауам итергә ниәтләйбеҙ, – тип билдәләне Маргарита Болычева.

Силәбелә үткән сарала республикабыҙҙан Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры Илдус Хәлитов ҡатнашты. Илдус Винер улы Башҡортостанда экспорт йүнәлешендәге предприятиеларға ярҙам инфраструктураһы, экспортлаусыларға республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы менән берлектә тормошҡа ашырылған финанс ярҙамы тураһында һөйләне.

“Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты республика компанияларына сит ил баҙарына сығырға булышлыҡ иткән проекттарҙың береһе булып ҡала. 2021 йылда 34 муниципалитеттағы 200 компания уға ярашлы ярҙамға эйә булған һәм Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге хеҙмәттәренән файҙаланған.

Финанс ярҙамы саралары сиктәрендә экспортлаусыларға былтыр тауар ташыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға 108,6 миллион һумлыҡ, халыҡ-ара сертификат алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға 4,8 миллион һумлыҡ субсидия бүленгән.

Көрсөккә ҡаршы сараларға ярашлы, быйыл яҙ төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа ауыр йөк машиналары хәрәкәтен миҙгелгә ҡарап сикләү ғәмәлдән сығарылды.

Быйыл “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында тышҡы баҙарҙар өсөн продукцияны омологациялауға сығымды ҡаплауға бер миллион һумға тиклем грант алыу мөмкинлеге бар.

2022 йылда экспортлаусыларға һәм импортлаусыларға көрсөккә ҡаршы ярҙам күрһәтеү маҡсатында төбәк акселерация программаларын тормошҡа ашырыу, халыҡ-ара сауҙа майҙансыҡтарында урынлашыуҙа булышлыҡ итеү, ашығыс экспорт ярҙамы күрһәтеү, корпоратив экспорт уҡыуҙары ойоштороу һәм башҡалар ҡарала.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: