Бөгөн “Торатау” Конгресс-холлында ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәшкә арналған I Халыҡ-ара фитомониторинг һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау хеҙмәттәренең ултырышы үтте. Сараға Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре саҡырылды. Әрмәнстан, Беларусь, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан илдәренән вәкилдәр ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡаршы алды.
“Түңәрәк өҫтәл”де Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге директоры Александр Малько алып барҙы.
Тәү сиратта ултырышта ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәште көсәйтеү, яңы методикаларға таянып эш итеү, фитомониторинг һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса БДБ илдәренең эш төркөмөн булдырыу, мәғлүмәт алмашыу системаһын нығытыу тураһында һүҙ барҙы. 2026 йылға тиклем ҡара сиңерткә менән көрәштең “юл картаһын” булдырыу кәрәклеге билдәләнде һәм был карта өҫтөндә эш башланды. Тәү сиратта бындай эштең асылы ҡара сиңерткәнең иҡисади зыян килтермәүенә ҡайтып ҡала. Заманса техник мөмкинлектәр Интернет ярҙамында мониторинг үткәреүгә булышлыҡ итә. Был алым мәғлүмәтте шунда уҡ анализлап, тиҙ арала сара күреү һәм зыянды ҙурға ебәрмәү өсөн ҡулайлы.
Александр Малько билдәләүенсә, был ҡоротҡос бер тәүлек эсендә 100 километр ара үтеү һәләтенә эйә. Тиҙ үрсеүе һәм юлындағы бөтөн үләнде тамырына тиклем кимереүе менән ҡурҡыныс. Дала шарттарында үрсей башлаған ҡара сиңерткә үҫеп сыҡҡан үләндең 30 процентын юҡ итә. Рәсәйҙә ауыл хужалығы үҙәге даими рәүештә хәлде күҙәтеп, агрономдар баҫыу һәм көтөүлектәрҙә ҡара сиңерткәнең таралыуын күҙәтеп, кәрәк саҡта саралар күреүе арҡаһында хәлде ҙурға ебәрмәйҙәр. Әммә сиңерткәнең сиктәш төбәктәрҙән үтеп инеү хәүефен әлеге мәлдә инҡар итеп булмай. Мәҫәлән, Башҡортостанға ҡара сиңерткә йыш ҡына Ырымбур өлкәһенән үтеп инә. Ә ул яҡҡа Ҡаҙағстан далаларынан килә. Ауыл хужалығы белгестәрен иң борсоған мәсьәлә: ҡайһы бер БДБ илдәрендә мониторинг һәм тикшереүҙәр бөтөнләй алып барылмай. Шуға уларҙан килгән хәүефте алдан күҙаллап та булмай. Тура бәйләнешкә сыҡҡан Әрмәнстан белгестәре был хәлде инҡар итмәне. Тимәк, ҡапыл ҡара сиңерткә үрсеп киткән осраҡта улар тиҙ арала ҡоротҡостоң таралыуына йоғонто яһай алмаясаҡ.
“Россельхозцентр”ҙың Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Айҙар Хаматшин билдәләүенсә, республикала ҡара сиңерткә бөтөн райондарҙа ла бар, әммә дала һәм урман-дала зоналарында уларҙың күпләп таралыу ихтималлығы ҙур. Айырыуса Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Учалы райондарында белгестәр хәлде гел күҙәтеп тора. Әлеге мәлдә агрономдар ҡара сиңерткәнең ҡышлау шарттарын тикшерә. Тап ошо күҙәтеү артабанғы хәлгә күҙаллау бирергә ярҙам итә. Белгестәр билдәләүенсә, 2009 йылдан башлап ҡоротҡостарҙың һаны бермә-бер күбәйгән, был тәү сиратта йылдарҙың ҡоро килеүенә бәйле. Химик эшкәртеүҙәр алып барыла, ҡара сиңерткәнең ниндәйҙер өлөшө ҡышты ҡышлай алмай һәләк була. Әммә был ҡоротҡостоң тиҙ үрсеүе йыл һайын хәүеф тыуҙыра. Шуға яҙ етеү менән агрономдарҙың төп бурысы – ҡара сиңерткәне баҫыуҙарға индермәү.
Былтыр агрономдар 727,51 мең гетар майҙанда тикшереү үткәргән, шул майҙандың 101,33 мең гектарында ҡара сиңерткә табылған.
Тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, һуңғы йылдарҙа ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәште һәр төбәктә айырым алып барыу үҙен аҡламай, был көрәште киңерәк йәйелдерергә һәм көсәйтергә кәрәклеген сиңерткәнең үрсеү күләме дәлилләне. Рәсәй биләмәһендә тотороҡлолоҡ һаҡланып килә, күрелгән саралар үҙен аҡлай, әммә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға кәрәк. Был тәү сиратта сәсеүлектәрҙе, көтөүлектәрҙе һаҡлауға ҡайтып ҡала. Быйылғы көрсөк арҡаһында үҙебеҙҙә аҙыҡ-түлек, йәшелсә-емеш етештереү күләмен арттырған мәлдә был йәһәттән хәүефһеҙлек тәьмин итеү көн талабы.
Ҡара сиңерткә элек тә булған, бар һәм буласаҡ. Уның артабан артыуы йәки кәмеүе һауа торошона ла бәйле. Ямғырлы көн булғанда, улар әүҙемлеген бер ни тиклем кәметә.
Автор фотолары.