Башҡортостан эксперты: “Импортты алмаштырыу биржаһы”ның төп маҡсаты – заказсы менән етештереүсенең үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү схемаһына эйә булыу.
Ихтыяж булһа, тәҡдим барлыҡҡа килә – иҡтисад аксиомаларының береһе тап ошо. Йәшәү өсөн бөтә кәрәк-яраҡты – кейем-һалымды, аяҡ кейемен, йыһазды, өйҙө йәмләү, һаулыҡты һаҡлау өсөн әйберҙәрҙе – рәсәйҙәр үҙҙәре, ҙур, уртаса һәм бәләкәй етештереүселәренең көсө менән тегә, йыя, баҫа, йәбештерә, яһай. Һәм үҙебеҙҙең сәнәғәт продукцияһына ихтыяждың артыуы – яҡшы күрһәткес.
Сәнәғәтте уңышлы үҫтереү өсөн етештереү – ҡулланыусы сылбыры өҙөлмәһен өсөн бизнес менән тәьминәтселәрҙе үҙ-ара бәйләргә кәрәк. Ошо маҡсатта Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы үҙенең партнерҙары менән берлектә дәүләт мәғлүмәт сәнәғәт системаһы нигеҙендә “Импортты алмаштырыу биржаһы” онлайн-сервисын ғәмәлгә индерҙе.
Яңы платформаның тәғәйенләнеше – заказсылар менән тәьминәтселәрҙең йылдам бәйләнешен тәьмин итеп, Рәсәйҙә импортты алмаштырыуҙы ябайлаштырыу. Етештереүселәр яңы хеҙмәт ярҙамында ватан продукцияһы аналогтарын һайлап, эшендә файҙалана, санкция продукцияһынан ҡалған урындарҙы үҙләштерә ала. Заказсылар сайттан сит ил продукцияһын алмаштырырлыҡ үҙебеҙҙең тауарҙы тиҙ арала һайлап алыу, килешеү төҙөүҙең ябайлыштырылған алымы ярҙамында тотҡарлыҡтарҙы кәметеү мөмкинлегенә эйә. Тәьминәтселәр иһә яңы заказсылар табып, яңы һатыу каналын эҙләй, сауҙа күләмен арттыра ала.
Анығыраҡ әйткәндә, биржала сәнәғәт продукцияһы, запас частар һәм комплектлау өлөштәре һатып алыуға ихтыяж баҫылып сыға, ә тәьминәтселәр, үҙ сиратында, аралашсыларға сығым түкмәйенсә, коммерцияға ҡағылмаған тәҡдимдәрен ебәрә. 14 марттан платформала дүрт мең тәьминәтсе эшләй, 80 мең ихтыяж белдерелегән, килешеүҙәр күләме 2,5 миллиард һум самаһы тәшкил итә.
Башҡортостанда һанлы “Импортты алмаштырыу биржаһы”н АТМО операторы ойоштора. Мәғлүмәт системаһының макеты тәҡдим ителгән дә инде, әле платформаның функциялары һәм эш алымдары ентекле тикшерелә.
Фото: pressaufa.ru