Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Апрель 2022, 08:42

Ҡара сиңерткә һөжүменә әҙерләнәбеҙ

Рәсәйҙә ун йыл эсендә ул зарарлаған ерҙәр кәмегән.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

“Торатау” конгресс-холында ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәшкә арналған I Халыҡ-ара фитомониторинг һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау хеҙмәттәренең ултырышы үтте. Сараға Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре саҡырылды. Әрмәнстан, Беларусь, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан илдәренән вәкилдәр ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡаршы алды.

Түңәрәк өҫтәлде Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге директоры Александр Малько алып барҙы. Ултырышта ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәште көсәйтеү, яңы ысулдарға таянып эш итеү, фитомониторинг һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса БДБ илдәренең эш төркөмөн булдырыу, мәғлүмәт алмашыу системаһын нығытыу тураһында һөйләштеләр. 2026 йылға тиклем ҡара сиңерткә менән көрәштең “юл картаһын” булдырыу кәрәклеге билдәләнде.

Тәү сиратта бындай эштең асылы ҡара сиңерткәнең иҡтисади зыян килтермәүенә ҡайтып ҡала. Заманса техник мөмкинлектәр интернет ярҙамында мониторинг үткәреүгә булышлыҡ итә. Был алым мәғлүмәтте шунда уҡ анализлап, тиҙ арала сара күреү һәм зыянды ҙурға ебәрмәү өсөн ҡулайлы.

Александр Малько билдәлә­үенсә, ҡоротҡос бер тәүлек эсендә 100 километр ара үтеү һәләтенә эйә. Тиҙ үрсеүе һәм юлындағы бөтә үләнде тамырына тиклем кимереүе менән ҡурҡыныс. Дала шарттарында үрсей башлаған ҡара сиңерткә үҫеп сыҡҡан үләндең 30 процентын юҡ итә. Рәсәйҙә Ауыл хужалығы үҙәге, агрономдар баҫыу һәм көтөү­лектәрҙә ҡара сиңерткәнең таралыуын күҙәтеп, кәрәк саҡта, саралар күреүе арҡаһында хәлде ҙурға ебәрмәйҙәр. Әммә сиңерткәнең сиктәш төбәктәрҙән үтеп инеү хәүефен  инҡар итеп булмай. Мәҫәлән, Башҡортостанға ҡара сиңерткә йыш ҡына Ырымбур өлкәһенән килә. Ә ул яҡҡа – Ҡаҙағстан далаларынан. Ауыл хужалығы белгестәрен иң борсоған мәсьәлә: ҡайһы бер БДБ илдәрендә мониторинг һәм тикшереүҙәр бөтөнләй алып барылмай. Шуға уларҙан килгән хәүефте алдан күҙаллап та булмай.

Республикала ҡара сиңерткә бөтә райондарҙа ла бар, дала һәм урман-дала зоналарында уларҙың күпләп таралыуы ихтимал. Айырыуса Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Учалы райондарында белгестәр хәлде гел күҙәтеп тора. 

Белгестәр билдәләүенсә, 2009 йылдан башлап ҡоротҡостарҙың һаны бермә-бер күбәйгән, был тәү сиратта йәйҙең ҡоро килеүенә бәйле. Химик эшкәртеүҙәр алып барыла, ҡара сиңерткәнең ниндәйҙер өлөшө ҡышлай алмай һәләк була. Әммә был ҡорот­ҡостоң тиҙ үрсеүе йыл һайын хәүеф тыуҙыра. Шуға яҙ етеү менән агрономдарҙың төп бурысы – бөжәкте баҫыуҙарға индермәү.

Былтыр агрономдар 727,51 мең гектар майҙанда тикшереү үткәргән, шул майҙандың 101,33 мең гектарында ҡара сиңерткә табылған.

Быйылғы көрсөк арҡаһында үҙебеҙҙә аҙыҡ-түлек, йәшелсә-емеш етештереү күләмен арттырған мәлдә был йәһәттән хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – көн талабы.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас: