Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Апрель 2022, 22:30

“Өлөшсөләрҙең хоҡуғын тергеҙеүгә бәйле хәл насар түгел “

Йыл башынан алып республикала бер меңгә яҡын кешенең хоҡуғы тергеҙелгән.

“Өлөшсөләрҙең хоҡуғын тергеҙеүгә бәйле хәл насар түгел “
“Өлөшсөләрҙең хоҡуғын тергеҙеүгә бәйле хәл насар түгел “

20 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Биләмәләрҙе үҫтереү фондының баш идарасы директоры Константин Тимофеев видеобәйләнеш тәртибендә ваҡытында файҙаланыуға тапшырылмаған күп фатирлы йорттарҙы төҙөп бөтөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда төбәктәге төҙөлөш блогы ведомстволары, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары, Өфө ҡалаһы хакимиәте етәкселәре һәм Фонд эксперттары ҡатнашты.

Кәңәшмәлә проблемалы объекттарҙы берлектә финанслау һәм Башҡортостандағы өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү йәһәтенән Биләмәләрҙе үҫтереү фонды менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.

Мәғлүм булыуынса, йыл башынан республикала бер меңгә яҡын кешенең хоҡуғы тергеҙелде. Әле төбәктә йәнә 2,9 меңдән ашыу өлөшсө торлағын көтә.

– Башҡортостан халҡы өсөн иң киҫкен проблемаларҙың береһен – торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ҙур ярҙам күрһәткән өсөн Биләмәләрҙе үҫтереү фонды командаһына рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Халыҡтың боҙолған хоҡуғын 2023 йылдың аҙағына тиклем тергеҙеү маҡсатында Фонд белгестәре менән һөҙөмтәле эш алып барабыҙ. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин алдыбыҙға ошондай бурыс ҡуйҙы.

Апрель айына фондтың Күҙәтеү советы ҡараған проблемалы объекттар реестрында һалынып бөтмәгән 56 йорт иҫәпләнә. Шуларҙың 36-һы буйынса төҙөлөштө тамамларға ҡарар ителгән, 20 объект буйынса өлөшсөгә компенсация түләнә. Тағы ла 18 йортто төҙөү мәсьәләһе ҡаралған, улар ҙа проблемалы объекттар реестрынан сығарылған.

Йыл аҙағына тиклем Биләмәләрҙе үҫтереү фондының Күҙәтеү советы 850-нән ашыу кешенең хоҡуғы боҙолған йәнә алты йорт буйынса ҡарар ҡабул итеүе ихтимал. Фондҡа тапшырылған өс йорт буйынса мәсьәләне төбәк үҙаллы хәл итергә ниәтләй.

– Беҙ республика менән конструктив эш алып барабыҙ, – тине Константин Тимофеев. – Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙең хоҡуғын тергеҙеүгә бәйле хәл насар түгел.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төҙөлөш тармағындағы ғәмәлдәге хәлде иҫәпкә алып, проблемалы объекттар төҙөлөшөн ахырына еткереү буйынса юл картаһы, шулай уҡ торлаҡты ваҡытында сафҡа индереү буйынса саралар буйынса фекер алышты.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: