Халыҡ-ара бизнес-берләшмә вәкилдәре, чиновниктар, сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар һәм эксперттар һуңғы ике айҙа Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкцияларҙың Рәсәй, Европа һәм донъя иҡтисадына йоғонтоһон тикшерҙе.
Фекер алышыуҙың модераторы – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров – көрсөккә ҡаршы ҡарарҙар эҙләү өсөн бизнес һәм дәүләт вәкилдәре ҡатнашлығында халыҡ-ара эшсе төркөм ойошторорға һәм ай һайын уның ултырыштарын Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрергә тәҡдим итте.
Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар башланғысты хупланы һәм Башҡортостан Хөкүмәте Башлығына яңы төркөмдөң эшен ойоштороуҙы һәм уға етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға тәҡдим итте. Уны фекер алышыу барышында “Өфө диалогы” тип атарға ҡарар ителде.
Фекер алышыуҙы асып, Андрей Назаров, Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкциялар режимы бөтә үҫешкән илдәрҙең иҡтисадын өҫтәмә мобилизациялауға сәбәпсе булды, тип билдәләне: “Улар (санкция саралары) алты меңгә яҡын. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ уларҙы һанауҙан туҡтаныҡ та инде. Күләме буйынса Швейцария алдынғы урында, уның артынса бөтә Евросоюз, Австралия, Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия һәм Япония килә”.
Ләкин, уның һүҙҙәренсә, Европа ла санкцияларҙың ауыр йоғонтоһон тоя: “Евростаттың 21 апрелгә мәғлүмәттәре буйынса, евро зонаһында хаҡтарҙың үҫеше тиҙләтелә – йыллыҡ сағылышта февралдә 5,9 проценттан мартҡа 7,4 процентҡа тиклем. Евросоюз илдәрендә (уға, еврозона дәүләттәренән тыш, Швеция, Дания, Болгария, Венгрия, Румыния һәм Польша инә) – 7,8% тиклем. Мартта Германияла инфляция – 7,6, Испанияла 9,8 процент тәшкил итте”.
Санкциялар өсөнсө донъя илдәренә лә кире йоғонто яһай: “Ундағы иген миллионлаған кешенең төп аҙыҡ-түлеге булып тора. Күп илдәр Рәсәй игене иҫәбенә бойҙайға үҙ ихтыяжын тулыһынса тиерлек ҡәнәғәтләндергән. Аслыҡ хәүефе был илдәргә тулы кимәлдә янай. Һәр цивилизациялы кеше хәҙерге заманда кешеләр аслыҡтан үлмәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейеш тип иҫәпләйем”. Рәсәй Европаның күп кенә илдәре өсөн дә ҙур тауар һатыу баҙары булып тора, шуға күрә, тип билдәләне Назаров, “өҫтән” үҙгәрештәр булмаһа, диалогты “аҫтан”, бизнес кимәлендә көйләргә тырышыу үтә мөһим.
Франциянан Европа парламенты депутаты, “Франко-Рәсәй диалогы” ассоциацияһы рәйестәше Тьери Мариани фекеренсә, бындай диалог өсөн нигеҙ бар. “Онотмағыҙ, француздарҙың 40 проценты Рәсәй менән уйланылған мөнәсәбәттәр өсөн сығыш яһаған һәм санкцияларҙы файҙаһыҙ һәм бөтә яҡтарға зыян килтереүсе тип атаған Марин Ле Пен өсөн тауыш бирҙе. Хөкүмәт белдереүҙәренән тыш, француздар Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙе хуплай һәм барыһының да үҙгәреүен теләй”, – тип ышандырҙы ул.
Мариани билдәләүенсә, пандемия глобаль иҡтисадты ныҡ үҙгәртте, илдәрҙең бер-береһенә бәйлелеген көсәйтте, шуға күрә “санкциялар индерелгәндәргә ҡарағанда үҙҙәренә ҡиммәтерәккә төшә” һәм “көрсөктәргә юл ҡуймауға ҡамасаулай”. Санкциялар – ул “көсһөҙ инструмент”, әлеге шарттарҙа ул Америка ҡушма штаттарына буйһоноу инструментына әүерелә һәм Европа илдәренең тышҡы сәйәсәтен боҙа, тип иҫәпләй Европа парламенты депутаты.
Уның фекере буйынса Рәсәй баҙары “ябыҡ” шарттарҙа әүҙемерәк үҫешә башлаған. Евродепутат ЕС оҙаҡламай айыҡ аҡылға ултырыр, АҠШ артынан эйәреүҙән туҡтар, санкция сәйәсәтен туҡтатып, дипломатик диалог башлар тип ышана.
Иң мөһиме - хатта хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа ла кеше капиталының мөһимлеген онотмау, тип белдерҙе “Стратегик асыштар үҙәге” фонды президенты Владислав Онищенко. Уның баһалауынса, санкциялар “һәр илдә хаҡтар кимәленә, инфляцияға, эшһеҙлектең артыуына йоғонто яһай”.
Ул төҙөлә башлаған “Өфө диалог”» төркөмөнөң көн тәртибенә санкциялар көрсөгөнөң тап оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған эҙемтәләрен ҡарауҙы индерергә тәҡдим итте. “Бөтә яҡтар ҙа кире ҡайтарып булмаҫлыҡ юғалтыуҙар кисерәсәк. Һуңғы тиҫтә йылда кешелектең оҙайлы проблемаларын хәл итеүҙә өлгәшелгән бөтә һөҙөмтәләрҙең дә кире яҡҡа ҡайтанан ҡаралыуы ихтимал”, – тип фаразланы фонд президенты.
“МакроЭдвайзер” компанияһын ойоштороусыларҙың береһе, Рәсәйгә күсенгәнсе Тайландта, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә һәм Ирландияла бизнес-процестарға етәкселек иткән, Кристофер Уифер, санкциялар ғәмәлдә булған һигеҙ йыл эсендә Рәсәй иҡтисады уларға яраҡлашып өлгөрҙө - атап әйткәндә, федераль бюджетты үҙгәртеп ҡороу һәм уның углеводородтарға бәйлелеген кәметеү иҫәбенә, тип билдәләне. “Рәсәйҙең тышҡы бурысы 50 миллиард долларҙан кәмерәк, был 10 проценттан кәмерәк эске тулайым продукт һәм донъяла бишенсе иң кәм күрһәткес. Шуға күрә, даими көсәйтелгән санкцияларға ҡарамаҫтан, Рәсәй иҡтисады башҡа илдәргә ҡарағанда аҙыраҡ баҫым аҫтында ҡала”, – тине ул.
Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй бөтә өлкәләрҙә лә альтернатива табырға өйрәнде: “Хәҙер Рәсәйҙең иң ҙур сауҙа партнеры – “ытай. Элек ул Германия ине. Санкциялар үҫешеү менән сауҙала үҙгәрештәр барғанын, производствола һәм транспортта диверсификацияның артыуын күрәбеҙ. Рәсәй менән Төркиәнең мөнәсәбәттәре лә бик көслө, уларҙың әһәмиәте үҫә бара”. Килеп тыуған хәлдә “Өфө диалогы”, Уифер фекеренсә, “Рәсәй һәм сит ил идарасыларын һәм инвесторҙарын ғына түгел, Мариани әфәнде әйткәнсә, парламентарийҙарҙы ла берләштерә алыр инем, һәм был глобаль иҡтисадҡа файҙа килтерәсәк”.
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Иҡтисади сәйәсәт буйынса Дәүләт Думаһы комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Кравченко ла төркөм эшенә ҡушылырға әҙер булыуын белдерҙе. “Был бик мөһим башланғыс, Өфө – ошо эште ойоштороу өсөн бик шәп майҙансыҡ тип иҫәпләйем”, - тип белдерҙе ул.
Рәсәй иһә, Көнбайыш менән партнерлыҡ уның ғәйебе буйынса мөмкин булмаған шарттарҙа, Көнсығышҡа йүнәлеш алырға һәм иҡтисадҡа эске ярҙам сараларын көсәйтергә мәжбүр: “Һуңғы ай ярымда беҙ уҙған йылдағы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда Ҡытай менән тауар әйләнешен 10 проценттан ашыуға арттырҙыҡ һәм дүрт пакет ҡабул ителгән сектор ярҙам саралары өҫтөндә эшләйбеҙ”. Башҡортостанда ике йыл дауамында тормошҡа ашырылған еңел сәнәғәткә ярҙам программаһына 1,5 миллиард һум самаһы бүленгән. Был турала Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев хәбәр итте. “24 йылда еңел сәнәғәт күләмен ике тапҡыр арттырыу бурысы тора. Ярҙам саралары һөҙөмтәһендә былтыр беҙҙә 800 кеше эшләгән яңы предприятиелар асылды”, - тип өҫтәне ул.
Рус-Азия Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты Виталий Манкевич та “Көнсығышҡа боролош” тураһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй иҡтисады үҫешенең был йүнәлешен Рәсәй Президенты Владимир Путин 2014 йылда уҡ бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, “санкциялар индермәгән һәм планлаштырмаған”, ә “улар менән сауҙа итеү һәм финанс иҫәп-хисап алып барыу ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ барған” Ҡытай, Һиндостан, Вьетнам, Индонезия, Филиппин һәм башҡа дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлек киңәйә. Европа союзы илдәренән индерелгән һәм әле санкцияларға эләккән импорттың 30 процентын һыналған логистик схемалар ярҙамында өсөнсө илдәр аша атҡарып буласаҡ, тип ышана Манкевич.
1990 йылдан эске тулайым продуктҡа ҡарата 10 тапҡырға кәмегән Рәсәйҙең еңел сәнәғәтенә айырым ярҙам талап ителә, тип иҫәпләй ZENDEN Group компанияһына нигеҙ һалыусы Андрей Павлов. Ул ирекле иҡтисади зоналар (СЭЗ) шарттарында депрессив төбәктәрҙә был тармаҡты үҫтерергә тәҡдим итә. Рәсәй баҙарын ҡалдырып киткән брендтарға килгәндә, бизнесмен улар хаҡында үкенмәҫкә саҡырҙы.
Импортты алмаштырыуға оптимизмды “РестКонсалт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры, илдең иң билдәле ресторатарҙарының береһе Сергей Миронов та белдерҙе. Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә хәл 1990 йылдарҙан алып, шул иҫәптән Европаның уңышлы үҙләштерелгән тәжрибәһе һәм өҙлөкһөҙ үҫеше иҫәбенә ныҡ үҙгәрҙе, тип иҫкә төшөрҙө ул. Уның һүҙҙәренсә, санкциялар арҡаһында өҙөлгән логистик сылбырҙар дуҫ илдәр менән бәйләнештәр иҫәбенә тергеҙелгән дә инде, һәр хәлдә - ул ваҡыт мәсьәләһе генә.
Евразия халыҡтары ассамблеяһының генераль секретары Андрей Бельянинов һүҙҙәренсә, донъяла 6 миллиард самаһы кеше “көнбайыш ҡиммәттәрен уртаҡлашмай” һәм үҙҙәренең рейтингтарын, баһалау системаларын (мәҫәлән, ресторандар өсөн “мишлен йондоҙҙары”ның аналогы) булдырыу һәләтенә эйә. Уның ҡарашы буйынса, Европала барған хәл Рәсәйгә ҡарағанда үҙҙәренә көслөрәк бәрелә: “Европа иҡтисады тип аталған ҡыуыҡ шартланы. Бер ни ҙә булманы, ә паника, көрсөк күренештәре, сыуалыштар башланды ла. Ошо ваҡыт эсендә Рәсәй Федерацияһы санкциялар иғлан иткән илдәргә углеводородтар поставкалау күләмен кәметмәне. Унан да бигерәк, статистикаға ышанғанда, күләмдәр ике айҙа артҡан”.
Германияла санкциялар сәйәсәтенең Европаға Американан индерелеүен аңлайҙар. Был хаҡта күп йылдар коммерция предприятиеларында, һуңынан глобаль иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләре менән шөғөлләнгән иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш комитетында эшләгән Бундестаг депутаты Штефан Койтер белдерҙе. “Немецтар хәҙер милли мәнфәғәттәр хаҡында уйламай, улар сит ил мәнфәғәттәре, европалыларҙың мәнфәғәттәре һәм башҡа илдәрҙең, айырыуса Американың, мәнфәғәттәре өсөн көрәшә. Киң мәғлүмәт саралары беҙгә бер яҡтан “насар урыҫтар” һәм икенсе яҡтан “мохтаждар” тураһында һөйләй. Был журналистика түгел, был асыҡтан-асыҡ пропаганда, һәм ул тағы ла күберәк санкциялар барлыҡҡа килеүен дәртләндерә. Рәсәй компаниялары менән үҙ-ара эш итеүҙең кәмеүен күрәбеҙ. Мәғлүм булған сығанаҡтар әйтеүенсә, Рәсәйҙән энергия ресурстарын поставкалауҙы кәметеү - тулыһынса аңралыҡ, күмер иҡтисадына ярҙам һәм үҙ мәнфәғәттәрен боҙоу ул”, - тип фекер йөрөтә Койтер.
Бынан тыш та сығыш яһаусылар һәм фекерҙәрен белдереүселәр күп булды.
Дискуссияла ҡатнашыусылар Европа парламентына халыҡ-ара кимәлдәге ҡул ҡуйған кешеләр менән мөрәжәғәт әҙерләргә һөйләште. Осрашыуға йомғаҡ яһап, Андрей Назаров килеп тыуған ҡатмарлы хәлдә Рәсәй властары биләгән позицияның конструктив булыуын билдәләне. Ул Рәсәй президентының бизнес, айырыуса халыҡ-ара, эше өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырырға ҡушыуын хәтергә төшөрҙө.
“Уларҙың эшен насарайта алырҙай бер ниндәй ҙә тикшереүҙәр һәм тағы ла ниндәйҙер нескәлектәр юҡ. Бына был бик мөһим позиция. Булған хәлгә ҡарамаҫтан, бөтә шарттар ҙа элеккесә ҡала, йә партнерҙарыбыҙ өсөн яҡшыра ғына. Шуға күрә беҙ президентыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм хуплайбыҙ – позициябыҙҙы уртаҡлашҡан һәм беҙҙең менән бергә санкцияларҙы йырып сығыу өҫтөндә эшләгәндәрҙең һәммәһенә лә рәхмәт. Был Рәсәй генә түгел, шулай уҡ хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо санкция процесына йәлеп ителгән күп кенә илдәр өсөн дә отошло, - тип белдерҙе ул.
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.