Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Апрель 2022, 11:48

Иң тәмле ит Рәҡиповта

Ауыл иҡтисадын йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә ул.

2024 йылға Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса Волга буйы федераль округында әлеге алтынсы урындан икенсе урынға күтәрелергә тейеш. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ошондай ҙур бурысты ҡуйғайны.

Башҡортостан Башлығы ауыл хужалығы тармағын иҡтисадтың “иң һөйөнөслө” өлкәһе итеп атап, агропродукция күләменең 177 миллиард һум тәшкил итеүен, экспорттың артыуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итеүҙә республика Рәсәйҙә тәүге өс лидер рәтендә. “Беҙҙә ауыл иҡтисадын йәнләндерерлек инициативалы шәхси эшҡыуарҙар хәрәкәте нығый. Республикала фермер хужалыҡтары ролен күтәреү буйынса эш дауам итәсәк”, – тип билдәләп, етештереүселәр, эшкәр­теүселәр һәм сауҙа ойошмалары менән бәйләнеште баҫыуҙан прилавкаға тиклем көйләү кәрәклеген белдерҙе.

Йылдың тәүге айында әйтелгән һүҙҙәр бөгөн Рәсәйгә төрлө яҡтан санкциялар ба­ҫымы яһалғанда айырыуса көнүҙәк. Ауыл хужалығы эшмәкәрлеге, эшкәртеү сәнәғәте был йәһәттән өлгөрлөк, йылдамлыҡ күрһә­теп, эш һөҙөмтәлелеген арттырырға бурыслы.

Саҡмағош районында “Саҡма­ғош ит” ауыл хужалығы ҡулланыу-тәьмин итеү кооперативы – ошо йәһәттән күптәргә өлгө булырлыҡ, тәжрибә уртаҡлашырлыҡ, артынан башҡа­лар­ҙы эйәртерлек предприятие. Бөгөн уның район ҡулланыусылар йәмғиәте баҙарында ҡуртымға алған ит магазинынан халыҡ өҙөлмәй.

– Мин үҙем дә ошо баҙарҙа эшләйем, шуға күрә күршеләрҙең хәлен белешеүҙән тыш, ярымфабрикаттарын ҙур теләк менән һатып алам, хатта күстәнәскә ҡышҡыһын ситтә йәшәгән улдарыма ебәрҙем,– ти Рәсимә.

Кооператив етәксеһе Рифғәт Хәниф улы Рәҡипов егерме йылдан ашыу халыҡтан ит йыйып һатыу менән шөғөлләнгән. “Беҙ бит бәләкәйҙән мал ҡарап, тәрбиәләп үҫкән егеттәр. Элек үҙебеҙ 18 баш мал тотҡаныбыҙ иҫтә, шуға күрә эш күңелгә яҡын, халыҡ менән аңлашып эшләй белергә, йылдамыраҡ булырға кәрәк, – ти ул. – Себерҙә лә эшләп ҡараным, тыуған яҡ үҙенә тартты. 2000 йылдар башында ит йыйып һатыуға тотондом. Әлбиттә, башта етештереү, эшкәртеү менән шөғөлләнеү уйы ла юҡ түгел ине. Барыһын да 2018 йылда  Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан иғлан ителгән  гранттарға конкурс хәл итте. Ете фекерҙәш йыйылып, һөйләшеп, кооператив төҙөп, грантҡа заявка бирҙек. Арабыҙҙа крәҫтиән (фермер), шәхси хужалыҡтар ҙа бар.

“Грант ике миллион 700 мең һум тәшкил итте. Майҙаны 150 квадрат метр тәшкил иткән, санитария талаптарына яуап биргән мал һуйыу, туңдырыу, эшкәртеү һәм етеш­тереү урындары булған бина төҙөнөк.  Күреп тораһығыҙ, бөтә уңайлы шарттар булды­рылған, эшселәр өсөн кейем алмаштырыу, продукция етештереү бүлмәләре, өс ҙур һыуытҡыс бар. Зәйтүнә һәм Динара Әхмәтовалар, Рәсимә Нәбиуллина, Зөлфирә Шәрифуллина ит аҙыҡтары етештерә. Һыуытҡыста туңдырғандан һуң билмән, манты, өсмөйөштәр ҡаптарға тултырыла. Барыһы ла яҡшы сифатлы иттән әҙерләнә, нимә-нимә, ә мин итте һайлай беләм, тәжрибә ҙур, алдай алмайҙар”, – тип шаярта Рифғәт Хәниф улы.

Табыш менән бер рәттән сығымдар ҙа ярайһы: эш хаҡынан тыш, транспортҡа, газға, электр утына, баҙарҙа ҡуртымға алынған һатыу урынына түләргә кәрәк. “Он, йомортҡа, тоҙ-борос, маргарин, майы ла кәрәк”, – тип өҫтәй продукция етештергән ҡатын-ҡыҙҙар. Кооператив етәксеһен ауылдарҙа мал һаны кәмеүе лә борсомай ҡалмай. “Ауылдар “ҡартая”, йәштәр мәктәпте тамамлау менән ситкә сығып китеү яғын ҡарай. Шулай булһа ла, әлегә ауыл хужалығын күтәреүгә мул өлөш индергән тырыш ир-егеттәребеҙ булыуы һөйөндөрә. Шәхси хужалыҡтарында 60 баш үгеҙ аҫраған Илмир Гәрәев, 80 баш мал тотҡан Булат Шәрипов, тыуған ауылым Рапатта ике тиҫтәгә яҡын мал тәрбиәләгән Илгиз Минекәев һәм Альберт Хужинға “афарин!” тип әйтергә генә ҡала”, – ти Рифғәт Хәниф улы.

Етәксенең хәләл ефете Лиза Марс ҡыҙы ла кооперативта һатыусы булып эшләй. Был йәһәттән Рифғәт Рәҡиповтың терәге ныҡлы, ышаныслы. Оло ҡыҙҙары һөнәре буйынса – психолог-педагог һәм юрист, игеҙәктәрҙең береһе Элина – “Башнефть” предприятиеһында белгес, икенсеһе, Айбулат улдары, Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый.  Өлгөлө ғаилә башлығы, балаларын яратып үҫтергән, тәрбиә биргән  атай булараҡ та Рифғәт Хәниф улы һоҡланыуға һәм хөрмәткә лайыҡ. Эшҡыуарға уңыштар һәм хыялдарының тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡала беҙгә.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас в