Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Апрель 2022, 11:11

Тәмле икмәктең сере ниҙә?

Вера Абдуллина һәм Аксана Лазарева тәмле кулич етештереүҙә ҡатнашты.
Вера Абдуллина һәм Аксана Лазарева тәмле кулич етештереүҙә ҡатнашты.

Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте райондың социаль-ижтимағи тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Спорт ярыштары, өмәләр, күргәҙмәләр, һабантуй, дини байрамдар булһынмы – милли аҙыҡ-түлек етештереп, өҫтәл тулы һый менән яҡташтарын һыйлайҙар.

Әле килеп Пасха байрамын тәбрикләнеләр. Сауҙа нөктәләренә йыл да өс тоннаға ҡәҙәр кулич әҙерләп оҙатһалар, быйыл күберәк тә етештерҙеләр. Икмәкхана уңғандары ризыҡты еренә еткереп, тәмле итеп әҙерләй, тейешенсә биҙәй. Сиркәүҙән поп килеп, уны изгеләндерә.

Ҡырмыҫҡалы икмәк етеш­тереүселәре һөйөнөслө яңылыҡ хәбәр итте: ҡомалаҡта бешерелгән икмәктәре йәнә “Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ тауары” исемлегенә инде. Уның “Рәсәйҙең иң яҡшы икмәге” тигән исеменә күптән лайыҡ булып, Рәсәй Федерацияһының патентына эйә булыуы күпте һөйләй.

Магазин кәштәләрендә хәҙер тәбиғи сеймалдан әҙерләнгән ризыҡты табыуы ауыр, әйтерһең, бөтәһен дә аҙыҡ-түлек сәнәғәте түгел, ә химия тармағы етештерә. Хатта икмәккә лә әллә ниндәй өҫтәмәләр, тәмләткестәр ҡушыла. Ләкин күрше баҫыуҙа үҫкән ашлыҡты яҡындағы тирмәндә тарттырып алып ҡайтып, ауыл осона терәлеп торған урмандың ҡомалағынан баш яһап, тыуған өйөнөң мейесендә әсәһе йә өләсәһе һалған икмәктең еҫен-тәмен кем онотһон?! Хәйер, ундай бәхеттән мәхрүм булып үҫкән ҡала балаһы ла тәбиғи тәмде баһалай белә. Бына ниндәй уйҙарға һала ул Ҡырмыҫҡалы икмәге!

Хәйер, Ҡырмыҫҡалы районы ҡулланыусылар йәмғиәте уңған­дары тырышлығы менән ҡабарып бешкән тәмле икмәк өҫтәлдәре­беҙҙән өҙөлмәй. БР-ҙың атҡаҙан­ған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Богданова йәмғиәттә дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләй, шуның 20 йылдан ашыуында икмәк комбинатына етәкселек итә. Былтыр фиҙакәр хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев ордены менән наградланды.

Тәүлегенә 14 тонна сифатлы икмәк етештерелә бында. Был – илдәге ҡулланыусылар йәмғиәт­тәре араһында иң яҡшы күрһәткес. Икмәк менән тотош район тәьмин ителә, ул шулай уҡ көн дә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Архангел, Ауырғазы, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы райондарындағы сауҙа нөктә­ләренә оҙатыла. Икмәктең ете төрө, ҡырҡ төрлө ҡалас, ун исемдәге перәник, йәмғеһе 100 төр икмәк ризығы етештерелә.

– Уңышыбыҙҙың төп сере – үҙ эшеңде яратыу, – ти етәксе Әл­фирә Иҙрис ҡыҙы. – Икмәк етештереү – бик ауыр тармаҡ. Ә беҙгә эшкә килгән кешеләр пенсия йәшенә тиклем эшләй, намыҫлы, изге күңелле, үҙ эшен яратҡандар ғына тәмле икмәк бешереү серҙәренә эйә. Бына етештереү бүлеге мөдире Земфира Әминева хеҙмәт юлын ябай икмәк бешереү­сенән башланы. Ҡул менән ҡамыр баҫып, уны бер ҡарауҙан аңлай башламайынса технолог булып булмай, – ти ул йылмайып.

Рәүис Әбүзәр улы Хажиевтың егерме йыллыҡ етәкселек итеү дәүерендә Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте бик йылдам үҫеш кисерҙе. Әле район төп күрһәткестәр буйынса республикала беренсе урында килә. Оҫта ойоштороусы булараҡ, етәксе табышлы тармаҡтарҙы, һөҙөмтәле эшләрлек белгестәрҙе күрә, үҫтерә, яңы технологияларға ҙур иғтибар бирә, ихтыяжды иҫәпкә ала, яңынан-яңы баҙарҙарға сығыу юлдарын барлай.

Күп һанлы наградалар, вымпелдар, рәхмәт хаттары – йәмғиәт коллективының тырыш хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.

 

Гөлсимә СӘЛИХОВА.

Читайте нас: