Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Апрель 2022, 08:00

Яҙғы бер көн йылды туйҙыра

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Учалыға эш сәфәренән ҡәнәғәт ҡалды.

Яҙғы бер көн йылды туйҙыра
Яҙғы бер көн йылды туйҙыра

Учалы районында яҙғы сәсеү эштәре башлана. Ошо көндәрҙә урындағы хужалыҡтарҙың мөһим кампанияға әҙерлеге менән танышыу, орлоҡтар торошон тикшереү маҡсатында Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Айҙар Хәмәтшин килде.

Эш сәфәре Учалы элеваторынан башланды. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ, шуға ла төп иғтибар орлоҡтар торошона йүнәлтелде. Учалы элеваторы өҫтөнлөклө төбәк инвестиция проекты иҫәбенә инә, бөгөн предприятие етәкселеге орлоҡсолоҡ хужалығы булдырыу ниәте менән яна. Учалы элеваторы биләмәһендә 25 келәт иҫәпләнә, уларҙа кондициялы иген һәм май культуралары орлоҡтары һаҡлана. Бында сифатлы орлоҡ алыу, сорттарҙы яңыртыу һәм алмаштырыу өҫтөндә даими эш алып барыла, үҙҙәренең лабораториялары, орлоҡтарҙы таҙартыу, киптереү комплекстары ла бар. Күптән түгел хужалыҡ орлоҡтарҙы төҫө, ҙурлығы, күләме буйынса айырыу өсөн фотосепаратор ҙа алған. Рәсәйҙә етештерелгән был ҡоролма иген культураларын тәүлегенә 20 тоннаға, ә майлы культураларҙы ун тоннаға тиклем эшкәртә ала.

"Киләсәктә кондитер өлкәһе өсөн етен етештерергә һәм республиканың ғына түгел, күрше өлкәләрҙең дә аграрийҙарын сифатлы орлоҡ менән тәьмин итергә планлаштырабыҙ", - ти “Учалы элеваторы” йәмғиәте генераль директоры Антон Жигалов.

Хужалыҡ быйыл сәсеү майҙандарын ике тапҡырға арттырырға ниәт итә, техникалары яҙғы баҫыу эштәренә әҙер.

"Яҙғы-баҫыу эштәрен 1000 гектар ерҙә башҡарып, рапс, етен, арпа, бойҙай сәсергә ниәт итәбеҙ. Былтыр үҙебеҙ әҙерләгән орлоҡтарыбыҙ бар, һатып та алдыҡ. Ашламалар ҙа етерлек тупланған", - тип хужалыҡ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы  элеватор етәксеһе.

Айҙар Хәмәтшин “Байрамғол” агрофирмаһында ла булды. Хужалыҡта сәсеү эштәре 4000-дән ашыу гектар майҙанда башҡарыласаҡ. Шуның мең ярым гектарын - иген культуралары, ҡалғандарын мал аҙығы өсөн төрлө техник һәм бер йыллыҡ культуралар тәшкил итәсәк.

Ә район буйынса быйыл баҫыу эштәрен 26000 гектарҙа атҡарыу бурысы тора, был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 1400 гектарға күберәк. Ҡалдау ерҙәрҙе эшкәртеп,  “Учалы элеваторы”, “Урал аръяғы Агро” МТС-ы, “Байрамғол” агрофирмаһы майҙандарын киңәйтәсәк.

Яҙғы сәсеү эштәре лә былтырғыға ҡарағанда күберәк майҙан биләп, 18 мең гектарҙан ашыу ерҙә башҡарыласаҡ. Дәүләт тарафынан аграрийҙарға элиталы орлоҡ, ашламалар һатып алыу өсөн субсидиялар ҙа ҡаралған.

"10800 гектар ерҙә - иген культуралары, 8000 гектарҙа мал аҙығы үҫтерергә планлаштырабыҙ. Иген культураларынан бойҙай, арпа, һоло, ҡара бойҙай, мал аҙығы культураларынан бер йыллыҡ үләндәргә һәм кукурузға өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ", - тип пландары менән уртаҡлашты Учалы районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Заһиров.

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе эш сәфәренән ҡәнәғәт ҡалды.

"Учалы районы хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә юғары кимәлдә әҙерләнгән. “Байрамғол” агрофирмаһы баҫыуҙарында борсаҡ, һоло сәсеү процесы менән таныштыҡ. Учалы элеваторында булдыҡ, преприятиела сифатлы орлоҡтар әҙерләнә. Бөгөн Урал аръяғы райондары өсөн орлоҡ менән шөғөлләнеүсе хужалыҡ асыу – көн талабы. Ошо маҡсатта Учалы элеваторының технологик базаһы менән танышып, йәмғиәттә ошо бурысты тормошҡа ашырыу өсөн бөтә шарттар барлығына инандыҡ", - тине Айҙар Мәснәүи улы.

Фотола: “Байрамғол” агрофирмаһында борсаҡ, һоло сәсеүгә төштөләр. Район гәзите редакцияһынан.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: