Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Май 2022, 13:29

Игенсе күңелендә ышаныс бар

Баймаҡ игенселәре яҙғы баҫыу эштәрен башҡара.

Ирек Баймөхәмәтов, Рәмзил Урмантаев һәм фермер Илфат Сәфәрғәлин (уртала).
Ирек Баймөхәмәтов, Рәмзил Урмантаев һәм фермер Илфат Сәфәрғәлин (уртала).

Игенсе өсөн иң ҡыҙыу мәл: ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре дәррәү бара. Яҙғы бер көн йылды туйҙырыуын яҡшы аңлай аграрийҙар, шуға күрә әле тупраҡта дым булғанда, баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә атҡарып сығырға йыйыналар.

Баймаҡ районының баш агрономы Нәжип Хәсәнов белдереүенсә, быйыл бөтәһе 88376 гектар майҙанда иген культураларын сәсеү ҡарала. Шуның 72 мең гектарында – иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 9600 гектарҙа – техник культуралар, ҡалған майҙанда мал аҙығы культуралары урын аласаҡ.

– Яҙ иртә килеү сәбәпле, район аграрийҙары башҡа йылдарға ҡарағанда яҙғы баҫыу эштәрен иртәрәк башланы. Тупраҡта дым булған саҡта ергә орлоҡ һалып өлгөрөргә кәрәк. Барлыҡ хужалыҡтарҙа дым ҡаплатыу һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу тамамланды. Бөгөнгә район буйынса 2550 гектарҙа иген культуралары, 500 гектар майҙанда техник культуралар, атап әйткәндә, етен сәселде. Әле дөйөм майҙандың биш процентында сәсеү тамамланған, – ти Нәжип Ишбулды улы.

Баймаҡ районы – элек-электән игенде күпләп етештергән райондарҙың береһе. Ҡасандыр данлыҡлы игенселәр иле – “Йылайыр” иген фабрикаһы ошо төбәктә ауыл хужалығы тармағында яҡты эҙ ҡалдырған, күкрәктәрендә “Алтын Йондоҙ” балҡыған данлыҡлы игенселәр – Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Василий Солонин, Әғләм Нәҡиев һәм Риза Яхин кеүек ялан батырҙары менән киң танылыу тапты. Бөгөн дә уларҙың юлын лайыҡлы дауам итеүселәр бихисап.

Баймаҡ ер эшсәндәре өсөн һәр йыл һынауға әйләнә, тиһәк тә була. Ике йыл рәттән килгән ҡоролоҡ уяу һәм һаҡ булырға саҡырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән көҙ күп фермерға етерлек кимәлдә орлоҡ туплау мөмкинлеге булманы. Шунлыҡтан уларға сәсеү өсөн орлоҡто ситтән һатып алырға тура килде. Был тәңгәлдә республика Хөкүмәте етәк­селеге тарафынан ауыл эшсәндәренә барлыҡ шарттар тыуҙырыла, дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

Райондың “Илфат Сәфәрғәлин” крәҫтиән (фермер) хужалығы – төбәктең ҡеүәтле, тотороҡло үҫешкән, алға аныҡ маҡсат ҡуйып эшләгән хужалыҡтарының береһе. Илфат Шәфҡәт улы быйыл 600 гектар майҙанда иген культуралары сәсеүгә иҫәп тота. Йүнсел орлоҡто һатып алырға мәжбүр булған. Яғыулыҡ-майлау материалдары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Әле хужалыҡ механизаторҙары һоло сәсеүҙе тамамлап, көнбағышҡа тотонған. Яҙғы баҫыу эштәрендә механизатор Зәбир һәм Ирек Баймөхәмәтовтар, Рәмзил Урмантаев намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.

– Көндәр аяҙ торғанда сәсеү эштәрен тиҙ арала тамамларға иҫәп. Ерҙең барыһы ла ҡуртымға алынған. 400 гектарҙа арпа һәм һоло үҫтереү планлаштырылған, ҡалған майҙанда мал аҙығы өсөн күп йыллыҡ үләндәр сәселәсәк, – ти Илфат Шәфҡәт улы.

Һаҡмар эшҡыуары – заман менән йәнәш атлаған фермер. Ул бер юлы малсылыҡ, үҫемлекселек һәм ит продукцияһы етештереү менән шөғөлләнә. Әле уның 160-ҡа яҡын һауын һыйыры һәм 100 баштан ашыу танаһы бар. Мал ҡышлатыу осорон яҡшы сыҡҡан хужалыҡ күптән инде йәйләүгә күскән.

Ғаиләһенән дә уңған ул: ҡатыны менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Улдары Илнур, Батыр, Баязит киләсәктә аталарының уң ҡулы булһа, Айгизә ҡыҙҙары – әсәһенә ярҙамсы.

Ҡоролоҡҡа ҡарамай, ауыл эшсән­дәре тыуған ерҙәренә тоғролоҡ һаҡлап, ата-бабаларҙан ҡалған ҡара тупраҡҡа ҙур өмөт бағлап орлоҡтар һала икән, һис шикһеҙ, улар йәп-йәшел булып баҫыуҙарҙы ҡаплап алыр, шифалы ямғырҙары ла яуыр һәм башаҡтар шауы ишетелер. Һәр хәлдә, ысын ер кешеһе, үҙ еренең тоғро патриоты Илфат Сәфәрғәлин тап шундай уйҙа.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Баймаҡ районы.

Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов.
Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов.
Читайте нас: