Бөгөн Үзбәкстанда Башҡортостан Республикаһының Халыҡ-ара күп тармаҡлы бизнес-миссияһы эшен башланы. Уны Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамында ойошторҙо.
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, Үзбәкстандағы бизнес-миссия эшендә төбәктәге эшлекле даирәләрҙең 94 вәкиле ҡатнаша. Улар – экспорт йүнәлешендәге 70 компания: 14-е – ҙур бизнес, 56-һы – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, 19-ы – импорт предприятиелары вәкилдәре, бишәүһе – бизнес ассоциациялары вәкилдәре һәм эксперттар.
Яҡтар Башҡортостан менән Үзбәкстан араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең төп йүнәлештәре, Үзбәкстан менән сауҙа итеүҙең төп үҙенсәлектәре буйынса фекер алышты. Инвестиция проекттарын төҙөү үҙәге директорының беренсе урынбаҫары Морат Мирзаев Үзбәкстанда тормошҡа ашырылған берлектәге инвестиция проекттарының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Рәсәйҙең Үзбәкстан Республикаһындағы Сауҙа вәкиле урынбаҫары Игорь Камынин Сауҙа вәкиллеге яғынан Рәсәй экспортлаусыларына күрһәтелгән ярҙам хаҡында сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, Сауҙа вәкиллеге Рәсәй компаниялары менән уларҙың Үзбәкстандағы потенциаль партнерҙары араһында “коммуникацион һәм мәғлүмәти күпер”ҙе тәшкил итә.
Сит ил инвестицияларын йәлеп итеү агентлығы директоры урынбаҫары Ойбәк Элморатов Үзбәкстан Республикаһының инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы. Ул Үзбәкстанда Рәсәй инвестицияһы ҡатнашлығында 2390 предприятие эшләүен, тулыһынса Рәсәй капиталы нигеҙендә 976 предприятие асылыуын телгә алды. 2014 – 2021 йылдарҙа Рәсәй Үзбәкстан иҡтисадына 12 миллиард долларҙан ашыу инвестиция йүнәлткән.
Рәсәй экспорт үҙәгенең Үзбәкстандағы вәкиллеге етәксеһе Павел Буханов үҙәк тарафынан экспортлаусыларға күрһәтелгән ярҙам саралары тураһындағы мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Үҙенең сығышында ул бизнесты алып барыу, мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү үҙенсәлектәрен билдәләне.
– Үзбәкстанда бизнесты алып барыу өсөн партнерҙарҙың йәнле аралашыуы ҙур әһәмиәткә эйә, шуға күрә республиканың баш ҡалаһында үткәрелгән күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә, оффлайн һәм онлайн тәртибендә уҙғарылған бизнес-миссияларҙа әүҙем ҡатнашырға кәңәш итәбеҙ, – тине Павел Буханов.
Таможня брокерҙары ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары Энвера Хәлилова быйыл ғинуар - мартта Үзбәкстандың тышҡы сауҙа әйләнеше структураһы менән таныштырҙы. Ул ошо республика менән иң ҙур сауҙа әйләнешенә эйә булған ун ил исемлеген тәҡдим итте. Рәсәй был исемлектә икенсе урынды биләй. Энвера Хәлилова Үзбәкстанға тауар сығарғанда таможня түләүҙәре һәм ставкалары, тариф өҫтөнлөктәре, тауарҙы сертификатлау тураһындағы мәғлүмәттәргә ентекле туҡталды.
Сараның аҙағында “Дипломат” юридик фирмаһы етәкселәре Жахонгира Азимова менән Ким Станислава Үзбәкстанда бизнесты нисек башлау, сауҙа вәкиллектәрен асыу маҡсаты, компанияны теркәү, бының өсөн кәрәкле документтар хаҡында һөйләне.
Бизнес-миссияның эше Үзбәкстан контрагенттары менән туранан-тура осрашыуҙар тәртибендә дауам итте.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press