Радионан да, телевизорҙан да тапшырыуҙар тыңлағанда “инвестиция”, “инвестиция сәғәте”, “инвестор” һүҙҙәренең йыш ҡабатланғанын ишетәбеҙ. Кем һуң ул күрер күҙгә салынмаған инвестор, уның ниндәй ярҙамына өмөт итә алабыҙ?
Шәберәк йүгерергә, яҡшыраҡ эшләргә...
Пандемия шауҡымына, иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һуңғы осорҙа Башҡортостан инвесторҙар менән әүҙем эшләй һәм инвестициялар йәлеп итә. Шуға тәүге миҫалдарҙың береһе – ҡоро төҙөлөш материалдары етештереүсе “Цемикс” заводының асылыуы. Республикаға Башҡортостан етәксеһе вазифаһында Радий Хәбировтың килеү менән инвестиция йәлеп итеү буйынса ҙур маҡсат ҡуйылды.
“Мин тәжрибәле иҡтисад белгесе түгел, әммә минең тормош тәжрибәм “инвестиция” һүҙе эргәһендә һәр саҡ “ышаныс” һүҙе тороуын раҫлай. Әгәр ышаныс бар икән, һине кеше булараҡ, хатта ир-ат булараҡ, хөрмәт итәләр, һинең һүҙеңә ышаналар икән, инвестициялар мотлаҡ киләсәк”, – тип етәксе уңышҡа өлгәшеү өсөн аҡса түгел, ә “ҡармаҡ” мөһим булыуын раҫланы.
Быйыл апрелгә йыл башынан 70 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. Был хаҡта республика етәксеһе май айында үткән кәңәшмәләрҙең береһендә белдерҙе. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда үҫеш 124,9 процент тәшкил иткән. Етәксе бының бик юғары күрһәткес икәнен баһаланы. “Әгәр беҙ шәберәк йүгерһәк, эшләһәк, уйлаһаҡ, иҡтисадыбыҙға аҡса килеүе бәхәсһеҙ. Шуға күрә инвесторҙар менән артабан да тырышып эшләйәсәкбеҙ, мәсьәләләрҙе хәл итәсәкбеҙ”, –тине Радий Хәбиров.
Шуныһы һөйөнөслө, хәҙер ауылдарҙа ла “шәберәк” йүгергәндәр, “тырышып”, төптән “уйлап” аҡса иҫәпләй белгәндәр арта. Инвесторҙарға ергә документтар рәсмиләштереүҙә, электр, газ, һыу селтәрҙәренә тоташтырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтелә.
Эш биреүсенең ниәттәре етди
Агросәнәғәт комплексы – иҡтисадтың мөһим өлөшө, инвестициялар эшмәкәрлеге өсөн ҙур мөмкинлектәр тармағы. “А7-Агро РБ” агрохолдингы – республиканың ауыл хужалығына килгән иң эре инвесторҙарҙың береһе, уның ниәттәре етди һәм уйланылған булыуын Балтас районындағы эшмәкәрлегенә ҡарап та баһаларға мөмкин. “А7-Агро Балтас” ойошмаһы идарасыһы Рифат Рәфил улы Хәйруллин әйтеүенсә, инвестор килеү менән сәсеү майҙандары киңәйтелгән, элекке баҫыу ерҙәрен баҫып үҫкән ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтарҙан таҙартыу, ҡалдауҙарҙы һөрөп йомшартыу эше дауам итә. Бөрө районында – 587, Борай районында ике мең гектарға яҡын муниципаль һәм пай ерҙәре ҡуртымға алынған. Инвесторҙың Ейәнсура, Бишбүләк, Көйөргәҙе райондарында ла үҫемлекселекте үҫтереү буйынса эштәре яйға һалына.
“Балтас районында уның күптән түгел генә эш башлауына ҡарамаҫтан, тәүге уңыштар һөйөндөрә. 7 760 гектарҙа яҙғы культуралар, 3 155 гектарҙа – техник культуралар, 1 761 гектарҙа (600 гектары Бөрө районында) – етен, 1 394 гектарҙа – рапс, 565 гектарҙа – арпа, 1 000 гектарҙа ҡарабойҙай сәсеп, мул уңышҡа өмөт бағлайбыҙ, – ти агроном Илшат Әхтәриев. – Инвестор беҙҙе орлоҡ, ашлама, техника яғыулыҡ менән тәьмин итә, уңышты һата, беҙгә тырышып эшләп, игенде үҫтереп бирергә кәрәк. Былтырғы ҡоролоҡ йылында ла йөҙ ҡыҙартырлыҡ эшләмәнек, арыштың һәр гектарынан уртаса – 35, бойҙайҙан 20-21 центнер уңыш алдыҡ. Быйыл тәү тапҡыр арпа, ҡарабойҙай сәсмәксебеҙ, көндәр һыуытып, ямғырға киткәнлектән, эш һуҙылыңҡыраны. Ер еүеш, техника ватыла. Был яңы культураларҙы игеүҙе лә үҙләштерербеҙ әле. Былтыр шулай тәү тапҡыр соя үҫтереп ҡарарға булдыҡ, үҫентене тәрбиәләү, үҫтереү үҙенсәлектәрен өйрәндек. Соя башҡа культураларға ҡарағанда күберәк күләмдә ашлама талап иткәнен аңланыҡ. Ғөмүмән, бер гектар сәсеү майҙанына илле килограмм ашлама индерә алдыҡ, был – яҡшы күрһәткес.
Уңышты һаҡлау өсөн һәр береһе 1 600 квадрат метр майҙан биләгән элекке алты келәтебеҙ, ике иген киптереү ҡорамалы, тирмәнебеҙ бар. Күрше район халҡы ла беҙгә иген алырға килә, ашлыҡҡа һәр саҡ ихтыяж бар”.
Белгестәр булғанда, ауылдар йәшәр
“А7-Агро” компанияһы йәш булыуына, Башҡортостанға 2017 йылда ғына аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан, аҙымдары баҙыҡлығын, ниәттәренең изгелеген йыл да раҫлап килә. Яңы эш урындары барлыҡҡа килә, халыҡ тормошо йәнләнә, белгестәр ҡайта, тимәк, ауылдар йәшәйәсәгенә өмөт бар. Холдингтың Борай ойошмаһында утыҙҙан ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән. Механизаторҙар Айҙар Муллағолов, Илнур Сәлихов, иретеп йәбештереүсе Зәлиф Абдуллин, водитель Айрат Фәтхетдинов, төрлө эштәрҙе еренә еткереп башҡарыусы Владимир Аклаев кеүек уңғандар ер ҡәҙерен һәм серҙәрен белгән, предприятиеның ышаныслы терәге.
– Игенсенең “уң ҡулы” хәҙерге ваҡытта заманса, етештереүсәнле техника икәнен һәр кем белә. Инвестор менән бергә байтаҡ ауыл хужалығы ҡорамалдары яңырҙы. К- 742 маркалы, механизатор өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, кондиционеры, зауыҡлы кабинаһы булған өс трактор алыныуына һөйөндөк, бер МТЗ тракторы алдыҡ, беҙ күптән алырға хыялланған үҙ йөрөшлө ашлама һиптергес, эшселәрҙе ташыу өсөн тәғәйенләнгән УАЗ машинаһы, баҫыуҙарға барып, техниканы яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе бензовоз, ҡеүәтле “Массей” тракторы, ерҙе йомшартыусы, иңкеү ерҙә бер генә яҡҡа ҡаплатып һөрөүсе әйләнмәле һабан, сәсеү алдынан баҫыуҙы эшкәртеп, тигеҙләүсе, тығыҙлаусы культиватор, ике сәсеү комплексы алыныуын әйтеү генә лә беҙгә ниндәй ярҙам килеүен аңларға булыша, – тине “А7-Агро РБ” йәмғиәтенең Балтас ойошмаһы идарасыһы Рифат Хәйруллин. – Беҙ хәҙер үҙебеҙҙә етен, рапс, арпа, бойҙай орлоҡтары запасын булдырасаҡбыҙ. Тағы ла шуныһы яҡшы: Балтас ауыл хужалығы колледжы студенттары йыл да беҙҙә практика үтә, ҡыуаныслы яңылыҡтарыбыҙ, проблемаларыбыҙ, алынған заманса техника менән яҡындан таныша, уларҙың ауыл хужалығы йүнәлештәренә ҡыҙыҡһыныуы артыуын күрәбеҙ. Киләсәктә ерҙе яратҡан, һөнәрле йәштәрҙең ауылдарҙы күтәреүенә өмөт ҙур. Дөйөмләштереп әйткәндә, инвестиция беҙҙең өсөн яңы эш урыны, хеҙмәт хаҡы, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, республиканың үҫешенә этәргес тә тигән һүҙ.
Динә Арыҫланова.
Балтас районы.