Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2022, 16:25

"АМКОДОР" эш урындарын булдыра

Республикала сәнәғәт кластерҙары үҫешенә иғтибар арта.

"АМКОДОР" эш урындарын булдыра
"АМКОДОР" эш урындарын булдыра

26 майҙа Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө” индустриаль паркы майҙансығын ҡараны. Унда ауыл хужалығы ҡорамалын етештереү буйынса "АМКОДОР" Белоруссия компанияһының производство комплексы төҙөлөшө башланғыс алды.

"АМКОДОР" асыҡ акционерҙар йәмғиәте директорҙар Советы рәйесе Александр Шакутин заводта 200-ҙән ашыу белгес эшләйәсәге тураһында белдерҙе. Яңы предприятиеға индустриаль парк резиденттарына тейешле бөтә преференциялар биреләсәк. Ә Башҡортостандың сәнәғәт үҫеше фонды проектты тормошҡа ашырыуға ташламалы займ алыуҙа ярҙам күрәһәтәсәк. Комплексты төҙөүҙе 2023 йылға тамамлау ниәтләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың декабрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларуссияға эш сәфәре барышында «АМКОДОР» холдингы майҙансығында булды һәм республика менән хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе. Быйыл апрелдә төбәк етәксеһе Өфөнөң төҙөкләндереү буйынса ҡала хеҙмәттәренә Беларуссияла етештерелгән 11 фронталь тейәгестең  асҡыстарын тапшырҙы. Быйыл май айында «АМКОДОР» компанияһының Башҡортостанда ике сәнәғәт проектын тормошҡа ашырыу буйынса планы “Инвестсәғәт”тә  хуплау тапты.

Киләсәктә Беларуссия холдингы Өфөнөң Октябрьский районында ауыл хужалығы, коммуналь һәм башҡа техниканы хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәге асырға ниәтләй. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 100 миллион һум.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостанға «АМКОДОР» технологик яҡтан үҫешкән компанияның килеүе республика иҡтисады өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Холдинг сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн техника сығарыу буйынса юғары компетенцияға эйә.

Кластерҙар буйынса халыҡ -ара фәнни-ғәмәли конгресының пленар ултырышында төбәк етәксеһе «АМКОДОР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорҙар Советы рәйесе Александр Шакутинға, Башҡортостандың үҫеш корпорацияһының капиталь төҙөлөш буйынса директоры Дмитрий Яковлевҡа “Өфө” индустриаль паркы үҫеше өсөн республиканың Почет грамоталарын тапшырҙы.

“Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан Республикаһының инвестиция потенциалы” күргәҙмәһен ҡараны. Унда республикала булдырыласаҡ мебель, авиация, машиналар эшләү, сәнәғәт һәм агросәнәғәт кластерҙары өсөн импортты алмаштырыу өлкәһендә инвестпроекттар тәҡдим ителде.

Күргәҙмәлә үҙҙәренең продукцияһын еңел сәнәғәт предприятиелары һәм Рәсәйҙәге беренсе мебель кластеры ла презентацияланы. Мәҫәлән, Туймазының “Корона” предприятиеһы директоры Рәмил Мәмлиев Рәсәйҙән бер төркөм сит ил компанияларының китеүе арҡаһында  үҙебеҙҙең илдең мебель етештереүселәре өсөн ҙур урын азат ителеүе тураһында  белдерҙе.

"2022 йылдың октябрендә Туймазы майҙансығында яңы цех асырға уйлайбыҙ. Продукцияға һорауҙың яҡшы темп менән артыуын да күрәбеҙ", - тине Рәмил Мәмлиев.

Мебель кластерында барлыҡ ҡатнашыусылар 775 миллион һумлыҡ проектты тормошҡа ашырырға һәм 1200-ҙән ашыу хеҙмәт урындарын булдырырға планлаштыра.

"Беҙҙең иҡтисад шарттарында Башҡортостан сәнәғәт кластерҙары үҫешенә иғтибар йүнәлтә. Предприятиеларҙы былай берләштереү импортҡа бәйлелекте кәметергә, яңы эш урындары булдырырға ярҙам итә. Беҙҙең етештереүселәр төрлө өлкәлә үҙ-ара бәйләнештә эшләргә йыйына, -тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: