Өфөлә 30-сы юбилейлы “Газ. Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә-форумы тамамланды. Ул ВДНХ ЭКСПО-ла 24-нән 27 майға тиклем барҙы. Быйыл форум майҙансығында 45 эшлекле сара үтте, хеҙмәттәшлек тураһында меморандум һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Форумды 21 меңдән ашыу кеше килеп ҡараны.
– Тап Өфөлә ошондай үҙенсәлекле майҙан булыуы менән ғорурланабыҙ. Ул лайыҡлы рәүештә халыҡ-ара танылыу яуланы, Рәсәйҙең башҡа ҙур тармаҡ күргәҙмәләре араһында алдынғы урын алды. Күргәҙмәнең эшлекле программаһының иң көнүҙәк темаһының береһе булып сит илдә етештерелгән материалдар, запас частар һәм ҡорамалдарҙың импортын алмаштырыу торҙо, – тип һөйләне республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Нефть-газ форумы дүрт тематик көн форматында үтте. Беренсе көндө Рәсәйҙең нефть-газ сәнәғәте союзы президенты Геннадий Шмаль ҡатнашлығында телекүпер тәртибендә ике яңы объект эшкә ҡушылды. Беренсеһе – Стәрлетамаҡта “Башнефть” компанияһы идаралығындағы “РН-Кат” гидрокрекинг катализаторын етештереү производствоһы (“Роснефть”кә инә). Икенсеһе – Йылайыр районының Иҫәнғол ауылында бүлеүсе газ үткәргесе. Бөтәһе 19 километрлыҡ газ үткәргес селтәренә 254 йорт тоташасаҡ.
24 майҙа “Рәсәйҙең нефть-газ комплексы: үҫеш трендтары, саҡырыуҙар һәм күҙаллауҙар” стратегик сессияһы үтте, унда Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, “Глобаль энергия” ассоциация президенты (Мәскәү ҡалаһы) Сергей Брилев, Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, сәнәғәтселәр ассоциацияһы, предприятиелар, ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
“Газ. Нефть. Технологиялар”ҙың спикерҙары булып 422 бизнес, фән, власть органдары, Башҡортостан, Рәсәй һәм халыҡ-ара корпорациялар топ-менеджерҙары, сәнәғәт, фән, инвестициялар тармағынан эксперттар торҙо. Форумда ете сит ил (Иран, Ҡытай, Сербия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь һәм Азербайжан), Рәсәйҙең 28 төбәге һәм ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. 13 тармаҡ һәм 21 ғилми берекмә булды. Форум эшен 127 киң матбуғат сараһы, 15 телеканал һәм 90 махсуслаштырылған сайт һәм журнал яҡтыртты. ВДНХ-ЭКСПО-ның күргәҙмә киңлегендә 250 экспозиция урынлаштырылды, уларҙың 45-е беренсе тапҡыр ҡуйылды.
Дүрт көн эсендә форум сиктәрендә байтаҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Мәҫәлән, Татарстан Республикаһының даими вәкиллеге менән “Башҡортостан эш биреүселәр союзы” төбәк берекмәһе араһында: юғары уҡыу йорттары менән бизнес араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. “Газпром трансгаз Өфө” стендында белем биреү ойошмалары һәм индустриаль партнерҙарҙың яғыулыҡ-энергетика комплексы ихтыяжы өсөн кандрҙар әҙерләү буйынса меморандумға ҡул ҡуйылды.
Форумда белем биреү проекттары тормошҡа ашырылды, шул иҫәптән “Химия технологияһы процесстары һәм аппараттары” дисциплинаһы буйынса профессор К.Ф. Богатых исемендәге Халыҡ-ара студенттар олимпиадаһы. Унда 14 ҡала һәм һигеҙ юғары уҡыу йортонан 22 студенттар командаһы ҡатнашты. Беренсе тапҡыр “Газ диктанты” үтте, уның маҡсаты - йәштәрҙең һәм үҫмерҙәрҙең газ тармағына ҡыҙыҡһыныуын арттырыу. Унда 300 кеше ҡатнашты.
30-сы юбилейлы “Газ. Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә-форумын ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56126