Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Май 2022, 09:06

Шәкәргә ҡытлыҡ булмаясаҡ

Мәләүездәр шәкәр сөгөлдөрөн ике тапҡырға күберәк сәсте.

Мәләүез районы хакимиәтенән.
Фото:Мәләүез районы хакимиәтенән.

Уңған ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә эште ең һыҙғанып башлап ебәреү генә бурыс. “Башланған эш – бөткән эш” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Әлбиттә, туҡтауһыҙ ямғырҙар бер аҙ алға ҡуйған маҡсаттарҙы тотҡарланы, әммә әле аяҙ көндәр булыр, тип өмөтләнә мәләүездәр.

Быйыл Мәләүез районында 100,5 мең гектар сәсеү майҙаны тәғәйен­ләнгән. Әле бөртөклө аш­лыҡ һәм ҡуҙаҡлылар 40897 гектарҙа сәселгән, был пландың 84 процентын тәш­кил итә. Шәкәр сөгөл­дөрө 748 гектарҙы биләй, былтыр ул 382 гектар майҙанда ине. Хужалыҡтар татлы сөгөлдөрҙө тапшырыу өсөн Раевка шәкәр заводы менән килешеү төҙө­гән. Тимәк, магазин­дарҙа шәкәргә ҡытлыҡ булма­ясаҡ.

Техник культуралар 21325 гектар (92 процент), мал аҙығы культуралары – 8510 гектар (100 процент), картуф һәм йәшелсә 1600 гектар (94 процент) май­ҙанда сәселгән. Яҙғы сәсеү бөгөнгә 72330 гектарҙа башҡарылған, был – пландың 89 проценты.

Быйылғы уңыш өсөн былтыр көҙ 11215 гектар ужым бойҙайы сәсеп ҡалдырылғайны. Үҫешенә, хәленә ҡарап, 500 гектарҙа ашлыҡ яңынан сәселәсәк. “Химик утау 8 290 гектарҙа (74 процент) башҡарылды. Яҙғы сәсеү осорона Мәлә­үез районы хужалыҡтары 9236 тонна минераль ашлама әҙерләгән. Бер гектар майҙанға 40,5 килограмм тура килә”, – ти район хакимиәте башлығы урын­баҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ринат Бикбулатов. Үҫемлекселек менән шөғөлләнгән “Ашҡа­ҙар” ауыл хужалығы пред­приятиеһы, Салауат Юлаев исемендәге ауыл хужа­лығы етештереү кооперативы, “Мәләүез”, “Иҙел”, “Коммунар”, “Дуҫлыҡ”, “Трудовик” яуаплылығы сиклән­гән ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары эшсәндәре өсөн яуаплы осор дауам итә. Берҙәм, дәррәү эш һөҙөмтәһен күреп, алтын көҙҙә һөйө­нөргә яҙһын.

 

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.

 

Мәләүез районы.

Читайте нас: