Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Май 2022, 20:30

Тармаҡты субсидиялар һаҡлап ҡалған

Республика Хөкүмәте ултырышында ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Тармаҡты субсидиялар һаҡлап ҡалған
Тармаҡты субсидиялар һаҡлап ҡалған

Бөгөн, 30 майҙа, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Сарала 2022 йылға туҡыу, тегеү производствоһы, шулай уҡ күн һәм унан изделиелар етештереү өсөн сеймал, материалдар һатып алыуға субсидиялар биреү тәртибе раҫланды.

"Республикабыҙҙың еңел сәнәғәт тармағында яҡынса 310 предприятие эшләй. Улар етештергән продукция автомобиль, авиация, ауыл хужалығы, химия сәнәғәтендә һәм башҡа өлкәләрҙә талап ителә. Шулай уҡ төҙөлөштә, мебель етештереүҙә, һаулыҡ һаҡлауҙа ҡулланыла. Санкция баҫымы артыуы, импортҡа алмаш процестарының үҫеше шарттарында еңел сәнәғәткә ярҙам итеү бик мөһим. Былтыр ошо маҡсатҡа 145 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. Ағымдағы йылда 150 миллион һумдан ашыу бүлергә планлаштырабыҙ", – тине Андрей Назаров.

Проект тураһында ентекләберәк Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрының беренсе урынбаҫары Тимур Герасимов һөйләне. Әйтеүенсә, 2021 йылда 61 еңел сәнәғәт предприятиеһы сеймал һәм материалдар һатып алыуға субсидиялар алған. Етештереүселәр 670 миллион һумдан ашыулыҡ тауарҙар һатып алған, Рәсәй һәм сит ил сеймалы өсөн сығымдарҙы ҡаплау - 15,2, республика предприятиелары етештергән сеймал һәм материалдар өсөн 25,2 процент тәшкил иткән. Субсидиялау етештерелгән продукция күләмен 3-тән 25 процентҡа тиклем арттырырға ярҙам иткән, был еңел сәнәғәт предприятиеларының 2020 йылға ҡарата оҙатҡан продукцияһының 8,9 процентҡа артыуына килтергән. Шулай итеп, субсидиялау формаһындағы дәүләт ярҙамы ваҡытлы, кәрәкле сара булған һәм еңел сәнәғәт предприятиеларын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән. Шул уҡ ваҡытта предприятиеларҙан ошо ярҙам төрөн юллап бирелгән ғаризалар суммаһы 2021 йылда бүленгән лимит күләменән ике тапҡырҙан ашыуға артҡан.

2022 йылға тәҡдим ителгән ҡарар проекты сеймал һәм материалдар һатып алыуға тотонолған сығымдарҙың 30 процентын ҡаплауға субсидиялар биреүҙе күҙ уңында тота. Ә республика етештереүселәренең сығымдары 50 процент күләмендә ҡайтарыласаҡ. Бер етештереүсегә иҫәп тотҡанда, компенсация суммаһы 10 миллион һумға тиклем тәшкил итәсәк. Ағымдағы йылда эш хаҡы кимәлен һаҡлап ҡалыу йәки былтырғы менән сағыштырғанда күберәк эш урындары булдырыу, субсидия алған мәлдән алып кәмендә өс йыл эшмәкәрлек алып барыу субсидияның һөҙөмтәлелек күрһәткестәре буласаҡ.

"2022 йылда субсидиялау программаһы менән яҡынса республиканың 70-ләгән еңел сәнәғәт предприятиеһы файҙаланырға ниәтләй. Сеймал һәм материалдар 800 миллион һумдан ашыу суммаға һатып алынасаҡ", - тине Тимур Герасимов.

Премьер-министр тәҡдим ителгән республика Хөкүмәте ҡарары проектын хупланы һәм уны тормошҡа ашыра башларға ҡушты. Андрей Назаров билдәләүенсә, яңы иҡтисади шарттар санкция эҙемтәләрен кәметеү, етештерелгән продукцияны һатыуҙың яңы баҙарҙарын көйләү йәһәтенән әүҙем һәм стандарт булмаған эш талап итә.

"25-27 августа республикала "ЛегПром-2022" еңел сәнәғәт форумын уҙғарыу күҙаллана. Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына форумға тейешенсә әҙерләнергә, санкциялар эҙемтәләрен бөтөрөү йәһәтенән уның йөкмәткеһен һәр яҡлап уйларға кәрәк. Республиканың еңел сәнәғәт тауарҙары өсөн яңы сауҙа мөмкинлектәре булдырыу, сауҙа предприятиелары менән етештереүселәр араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн бындай мөмкинлектәрҙе тулыһынса ҡулланырға кәрәк", - тип билдәләне Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: