Бөгөн Сибайҙа "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров этнозонала булды. Бында республика райондары вәкилдәре республикала йәшәгән халыҡтарҙың күп төрлө мәҙәни һәм этнографик традициялары экспозицияһын ойошторҙо.
Мишкә районының этноихатаһында көнсығыш мариҙары йортоноң йорт-йыһаздары, уларҙың көнкүреш әйберҙәре менән таныштырҙылар. Ошонда уҡ Зәйниевтәр ғаиләһенең умартасылыҡ продукцияһы, шулай уҡ муниципалитеттан ситтә лә билдәле, ағастан төрлө әйберҙәр юнып эшләгән Рим һәм Дим Ғәлимовтарҙың әйберҙәре урын алған.
"Мәҙәниәтебеҙҙе һәм йолаларыбыҙҙы һаҡларға тырышабыҙ. Мари халҡының "Ӱярня", "Шорыкйо" халыҡ байрамдарын билдәләйбеҙ. Районда мари йыры конкурстары һәм билдәле "Ший кандыра" мари бейеүе фестивале үтә. Был майҙансыҡтың йылы энергетикаһы менән йылынып, киләһе йылда бай программа менән йәнә Сибайға килергә теләк ҙур", - тип һөйләне Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников.
Быйыл 260 йыллығын билдәләгән Белореттың визит карточкаһы - 1916 йылда төҙөлгән тарихи һыу баҫымы башняһы. Ул ҡаланы һыу менән тәьмин иткән һәм янғын һүндереү ҡаласығы булып хеҙмәт иткән. Хәҙер ул - музей, ҡала халҡының яратҡан урыны. Уның кесерәйтелгән күсермәһе Белорет районы тирмәһе янында күтәрелә. Республика Башлығы муниципалитеттың этноихатаһы менән танышҡанда Зөйәк ауылынан Гөлсирә Салауатова унан яңы клуб төҙөүҙә булышлыҡ итеүен һораны. Мәҙәниәт учреждениеһының иҫке бинаһы авария хәлендә. Ә ауылда халыҡ фольклор ансамбле эшләп килә, ул смотрҙарҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша, призлы урындар яулай. Ансамбль коллективы үҙенең репетицияларын мәктәптең спорт залында үткәрергә мәжбүр. Радий Хәбиров Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванютаға яңы клуб проектын әҙерләргә ҡушты.
Иглин районының белорус ихатаһында ҡунаҡтарҙы белорустарҙың аҡыл ҡошо - ҡауҙы ҡаршы алды. Бында һаламдан, милли ҡурсаҡтарҙан эшләнгән әйберҙәр, өй кәрәк-яраҡтары ҡуйылған. Туймазы районы этноихатаһында татар халҡының йолаларын күрһәттеләр, Йылайыр районы иһә урындағы милләт вәкилдәренең мәҙәниәтен сағылдырған ризыҡтар әҙерләгәйне.
Бишбүләк районының сыуаш этноихатаһында Радий Хәбиров урындағы тимерсе, Михайловка ауылы кешеһе Олег Андреев ярҙамында даға һуҡты. Майҙансыҡта төбәк етәксеһе Мәләүез һәм Стәрлебаш райондары тирмәләрен ҡараны, Башҡортостан фермерҙарының, эшҡыуарҙарының продукцияһын тәмләп ҡараны. Улар менән аралашыуҙа Радий Хәбиров республика аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларын үҫтереү өсөн бүлгән дәүләт ярҙамы сараларынан әүҙемерәк файҙаланырға кәңәш итте.
Билдәле булыуынса, инвестһабантуйҙы Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойошторҙо.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.