Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2022, 17:30

"Йәшел иҡтисад" проекты эш башлай

"Урал аръяғы - 2022" инвестиция һабантуйы РФ Дәүләт Думаһы эксперт советының тотороҡло үҫеш һәм "йәшел" финанслау буйынса киңәйтелгән ултырышын үткәреү майҙансығына әйләнде

"Йәшел иҡтисад" проекты эш башлай
"Йәшел иҡтисад" проекты эш башлай

3 июндә Сибайҙа Башҡортостан Республикаһынан Дәүләт Думаһы депутаты, Эксперт советы рәйесе Владимир Сенин рәйеслегендә «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Рәсәй Дәүләт Думаһының Финанс баҙары буйынса комитетының Тотороҡло үҫеш һәм «йәшел» финанслау буйынса эксперт советының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы.

- Төбәккә аҡса килтерәсәк һәр йәшел инвестиция проектына беҙ ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Республикаһынан Дәүләт Думаһы депутаты, Эксперт советы рәйесе Владимир Сенин.  – Беҙ федераль һәм төбәк кимәлдәрендә ESG-повестканың  тормошҡа ашырыу маҡсаттарының һәм бурыстарының тап килеүен күрәбеҙ. Халыҡ-ара кимәлгә килгәндә, беҙ бының менән илдең милли мәнфәғәттәрендә генә шөғөлләнәсәкбеҙ. Башҡортостан Рәсәйҙә углеродлы берәмектәр менән сауҙа итеү баҙарын булдырыу мәсьәләләре буйынса  профессиональ тикшерелгән тәүге төбәктәрҙең береһе булды, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Дәүләт Думаһы депутаты, энергетика буйынса комитет ағзаһы һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәшел иҡтисад» федераль партия проекты координаторы Юрий Станкевич климатик повестканың сәйәсиләштерелеүен билдәләне, әммә был илебеҙ өсөн климат үҙгәрештәрен яраҡлаштырыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең көнүҙәклеген юғалтмай.

- Рәсәй Фәндәр академияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, сәсеүлектәрҙең 65 проценты, сабынлыҡтарҙың 28 проценты, Рәсәй көтөүлектәренең 50 проценты бөгөн эрозия, дефляция, ваҡыты-ваҡыты менән ҡоролоҡ, саң бураны йоғонтоһона дусар, - тип белдерҙе ул.

Уның һүҙҙәренсә, ошо саҡырыуҙарға яуап биреү өсөн «Йәшел иҡтисад» проекты эшләй башланы. Уның бурыстары: иҡтисадтың ресурс һөҙөмтәлелеген күтәреү, икенсел матди ресурстарҙың әйләнеше күләмен арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан ябыҡ цикл иҡтисады трендтарын көсәйтеү, юғары яуаплылыҡты ла индереп, йәмғиәттә тотороҡло үҫеш принциптарына нигеҙләнгән тәртип моделен нығытыу тора.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

"Йәшел иҡтисад" проекты эш башлай
"Йәшел иҡтисад" проекты эш башлай
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: