2-4 июндә Сибайҙа һәм Баймаҡ районында “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙҙы. Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, сарала 1,5 меңдән ашыу кеше – федераль башҡарма власть органдары вәкилдәре, Рәсәйҙең 61 төбәгенән һәм 11 сит илдән делегациялар, эксперттар ҡатнашты.
“Көсөргәнешле геосәйәси шарттарҙа ла 11 алыҫ һәм яҡын сит илдән делегациялар әүҙем ҡатнашты, был тышҡы сауҙа партнерлығын яңынан көйләү һәм сит ил бизнесының диалогка әҙерлеге тураһында һөйләй”, – тип билдәләне Рөстәм Моратов.
Форумдың эшлекле программаһында 18 тематик секция, халыҡ-ара форматтағы өс ултырыш, пленар ултырыш һәм инвестиция комитеты ултырышы булды. Сарала 203 спикер сығыш яһаны.
Беренсе көн бизнес-шерифтар форумына арналды – Белгород, Липецк өлкәләре, Ставрополь крайы белгестәре үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Форум барышында стратегик беренселек буйынса донъялағы иң ҙур чемпионаттың – Global Management Challenge кубогының төбәк этабы финалы уҙҙы. Унда 2022 йылда предприятиелар, муниципаль берәмектәр, эшлекле берекмәләр командалары ҡатнашты.
Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының финанс-сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте буйынса советы ултырышы мөһим сара булды.
Инвестиция һабантуйының айырым йүнәлеше халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә һәм тышҡы сауҙа хеҙмәттәшлеген ҡайтанан көйләүгә бүленде. Форум даирәләрендә Беларусияның “МАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге менән Башҡортостан предприятиелары араһында коммуналь техниканы бергә йыйыу һәм уға запас частарҙы һатыу мөмкинлеге тураһында һөйләшеүҙәр үтте.
Тағы ла һөҙөмтәле диалог “Башҡортостан – Ҡаҙағстан” һәм “Башҡортостан – Төркиә” секциялары сиктәрендә ойошторолдо. Төркиә Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Исмет Эрикан Истанбулда Башҡортостан Конгресс-бюроһы вәкиллеге асылғандан алып яҡтар араһында тышҡы сауҙа әйләнеше ике тапҡырға артыуын, быйыл да һандарҙың икеләтә күбәйеүенә нигеҙ барлығын билдәләне. Маҡсат – 2023 йылға Рәсәй менән тауар әйләнешен 100 миллиард долларға тиклем еткереү.
Форум сиктәрендә йолаға әүерелгән “Инвестиция сәғәте” булды, унда элекке “Урал аръяғы инвестиция сәғәте” ултырыштарында ойошторолған проекттарҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары, шулай уҡ яңы башланғыстар ҡаралды. Планлаштырылған инвестицияларҙың дөйөм күләме – 18 миллиард һумдан ашыу.
“Дәүләт ярҙамы механизмдары сиктәрендә яңы тармаҡтарҙы кластерлаштырыу юлы менән Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәтен формалаштырыу” тип аталған "түңәрәк өҫтәл" барышында төрлө тармаҡтарҙа инновация производстволары ойоштороу иҫәбенә төбәк иҡтисадын диверсификациялауҙың стратегик әһәмиәтен ҡаранылар. “Пилотһыҙ авиация кластеры” һәм “РВ-1 технопаркы” проекттары фекер алышыу темаларының береһе булды.
Форумдың төп сараһы – пленар ултырыш халыҡ-ара санкцияларҙы еңеүгә арналды. Уның барышында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы энергетик клубының эш офисын булдырыу һәм энергетик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса “Өфө диалогы” платформаһының тәүге осрашыуын үткәреү тураһында әйтелде. “Өфө диалогы” ултырышында Рәсәй һәм Европа бизнесы, бөтә санкцияларға ҡарамаҫтан, хеҙмәттәшлек буйынса ике яҡҡа ла файҙалы ысулдар эҙләйәсәк.
Дүртенсе “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы хеҙмәттәшлек тураһында төҙөлгән документтарҙың дөйөм суммаһы буйынса рекордлы булды. Сараның ике көнөндә 107 миллиард һумлыҡ хеҙмәттәшлек һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында 28 килешеүгә ҡул ҡуйылды – бынан алдағы өс йыйындың берлектәге суммаһы тиерлек (112 миллиард һум).
– Инвестһабантуйҙың иң мөһим һөҙөмтәләренең береһе – беҙ күптәнге мәсьәләне хәл итеүгә асҡыс – Урал аръяғын энергия ҡеүәте менән тәьмин итеүгә партнерҙар таптыҡ. Әгәр әҙерлекте яйға һалһаҡ, 2025 йылда файҙа күрә башлаясаҡбыҙ. Унһыҙ бер ҡайҙа ла бара алмаясаҡбыҙ. Энергетика менән генә үҫешергә мөмкин, быны бөтәһе лә аңлай. Юл картаһын әҙерләргә, уны үтәргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.