Кисә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Һаулыҡ һаҡлауҙа импортты алмаштырыу: яңы үҫеш нөктәләре” сессияһында сығыш яһаны.
Төбәк фармацевтика предприятиеларының сит ил компаниялары менән үҙ-ара эш итеүе тураһындағы һорауға яуап биреп, Андрей Назаров республикала “Фармстандарт-ӨфөВИТА”ның сит ил партнерҙары менән әүҙем эшләүен билдәләне. Ул төп дарыу субстанцияларын Ҡытайҙан һәм Һиндостандан һатып алыу буйынса логистиканы үҙгәртеп ҡора. Әле дарыуҙар менән тәьмин итеү күләменең 10 проценты – Европаға, биш проценты – Рәсәйгә, 85 проценты Ҡытайға һәм Һиндостанға тура килә.
– Халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында беҙҙең даими офис эшләй башлай. Киләсәктә был тәжрибәне Һиндостан йүнәлешенә лә таратыу мәсьәләһен ҡарайбыҙ, – тине Андрей Назаров. – Былтырғы йомғаҡтар буйынса, Башҡортостанда фармацевтика тармағында етештереү күләме 2,4 тапҡырға артҡан. Уҙған дүрт айҙа ла ыңғай динамика күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта үткән ике йылда төбәктә дарыу һатып алыуҙың дөйөм күләмендә импорт 55 процент тәшкил иткән. Быйыл был күрһәткесте 50 процентҡа тиклем кәметеү бурысын ҡуябыҙ.
Андрей Назаров әйтеүенсә, сит ил тауарына бәйлелекте кәметеү йәһәтенән етди тәжрибәне Башҡортостан ковид сикләүҙәре осоронда тупланы. Ул ваҡытта санитария битлектәре һәм костюмдарынан алып дезинфекция сараларына, медицина кислородына тиклем тәүге кәрәк-яраҡ продукция етештереү әүҙемләште.
Дөйөм алғанда, медицина сәнәғәтендә импортты алмаштырыу буйынса республика яҡшы тәжрибә тупланы. Мәҫәлән, Өфөнөң “Астра” компанияһы ҡан ойошоу параметрҙарын билдәләү өсөн анализаторҙар сығара. Уларҙы илдәге һәр унынсы лаборатория файҙалана. “Нейрон” предприятиеһы микропроцессорлы электростимуляторҙы әүҙем үҫтерә. Әйткәндәй, ул Өфөлә генә сығарыла. “Медстальконструкция” заводы медицина карауаттары, операция өҫтәлдәре, рециркуляторҙар һәм консолдәр етештергән иң ҙур үҙәкте тәшкил итә.
– Илдә фармацевтика быялаһы етештереүгә бәйле парадоксаль хәл тыуҙы. Үҙебеҙҙә сеймал һәм етештереү базаһы була тороп, беҙ уны тулыһынса ситтән алабыҙ. Һүҙ ябай быяла торба – быяладрот хаҡында бара. Шуға күрә “Медгласс” компанияһы менән берлектә 4,4 миллиард һумлыҡ инвестиция күләме менән борсиликат быяла заводы төҙөү проектын тормошҡа ашырабыҙ. 2024 йылға Рәсәйҙәге ҙур ҡулланыусылар ихтыяжының 40 проценттан ашыуын тәьмин итәбеҙ, – тине Премьер-министр.
Андрей Назаров республикала фармацевтика индустрияһында импортты алмаштырыуҙың әүҙем үҫеүен билдәләне. “Иммунопрепарат” заводында сит ил “Ботокс”ына конкурент булған яңы “Релатокс” препаратын сығарыу үҙләштерелде. “Фармстандарт-ӨфөВИТА” иһә ҡандың ойошоуына булышлыҡ иткән һәм яман шешкә ҡаршы препараттар сығарыу буйынса ике проектты ғәмәлгә ашыра (Итулси, Инлита, Сарманулиф, Ксалкори). Улар ҙа импортты алмаштырыуға йүнәлтелә.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press