Өфө дәүләт авиация техник университетының Владимир Паращенко исемендәге залында “Рәсәй авиация тармағында сит ил тауарҙарына алмаш: проблемалар, перспективалар һәм йүнәлештәр” тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сарала илебеҙҙең юғары уҡыу йорттары ректорҙары, спикерҙар һәм төрлө тармаҡтан белгестәр ҡатнашты.
Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, юғары уҡыу йорттары менән сәнәғәт предприятиелары тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тейеш, шул осраҡта ғына яҡшы һөҙөмтәгә ирешә аласаҡбыҙ.
– Фекерҙәштәремдең һүҙен ҡеүәтләп, шуны еткерәм: импортҡа алмаш тураһында һөйләгәндә, сифатлы тауар етештерергә бурыслыбыҙ, уларҙың һәммәһе лә донъя кимәлендә танылыу яулаһын ине, – тине Сергей Владимирович. – Замандан бер аҙым алда атларға өйрәнеү зарур, бер кемгә лә бәйле булырға ярамай. Сит ил тауарҙарын сифат кимәле буйынса уҙып китеү зарур тимәксемен. Беҙгә тиҙ арала ғилми һәм техник базаны төҙөгәндә донъя кимәлендә ниндәй тармаҡҡа ихтыяждың ҙур булыуын күҙаллау мөһим.
Сергей Новиков республикабыҙҙа авиация сәнәғәте өсөн йәш кадрҙар әҙерләүгә етди иғтибар бирелеүен, уңайлы шарттар тыуҙырылыуын айырыуса билдәләне. Баҡтиһәң, авиация университетында студенттарға бер юлы уҡып та, шул йүнәлештәге заводта эшләп тә йөрөргә мөмкин. Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл алыусыларға һәм олимпиада еңеүселәренә беренсе семестрҙа 50 мең һум күләмендә стипендия түләнә. Шул уҡ ваҡытта тырыштар Башҡортостан Башлығының һәм эре предприятиеларҙың стипендияларын алып та уҡый.
“Авиация двигателдәре етештереү союзы” ассоциацияһының генераль директоры Виктор Чуйко әйтеүенсә, әгәр ҙә эштәрҙе дөрөҫ итеп ойошторғанда, бер нисә йылдан импортҡа алмаш тәңгәлендә мәсьәлә тулыһынса хәл ителәсәк.
– Бөгөн хәрби авиация сит ил материалдарын бөтөнләй ҡулланмай, уның ҡарауы, граждандар авиацияһында ул – 60, ә ҡайһы берҙәрендә 80 процент тәшкил итә, – тине Виктор Чуйко. – Ә инде эксплуатацияланған авиация йәки һауала осҡан аппараттарҙы ремонтлау технологияһы илебеҙҙә тулыһынса хәл ителгән, запас частар ҙа сығарыла.
Санкт-Петербург дәүләт диңгеҙ техник университеты ректоры Глеб Туричин һөйләүенсә, Өфө дәүләт авиация техник университеты кеүек алдынғы вуздар булғанда борсолорға урын юҡ. Ғөмүмән, Рәсәй университеттары ғилми-техник йәһәттән авиация тармағының йөҙөн билдәләй, илебеҙ Хөкүмәтенә әлеге кеүек ҙур ярҙам булғанда ул тиҙ һәм етеҙ үҫешә.
Глеб Андреевич техник юғары уҡыу йорттарының иҡтисадҡа тос өлөш индереүенә ҡыуанысын йәшермәне, предприятиеларға өр-яңы технологиялар һәм технологик машиналар етештерелеүен, хәҙерге заман белем усаҡтарының күптән ғилми-техник үҙәккә һәм бай тәжрибәгә эйә етештереү урынына әйләнеүен билдәләне.
“Газпром” йәмғиәте департаменты начальнигының беренсе урынбаҫары, “Магистраль торба үткәргес транспорт газы” бүлендек комитетының етәксеһе Василий Никитин Өфө дәүләт авиация техник университетының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.
Василий Геннадьевичтың фекеренсә, илебеҙҙең бүтән юғары уҡыу йорттары менән сағыштырғанда, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәр йәһәттән дә алдынғы. Мәҫәлән, белем биреү учреждениеһы Өфө моторҙар эшләү предприятиеһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Шул иғтибарға лайыҡ: университеттың лабораторияһында нәҡ завод өсөн технологиялар етештерергә мөмкин. Быларҙың барыһы ла университеттың йәштәргә белем биреп кенә ҡалмайынса, ҡулланыусылар менән дә туранан-тура эшләүе тураһында һөйләй.
Василий Никитин импортҡа алмаш баҫҡысын бер тапҡыр ғына үтмәүҙәрен, ошо киҫкен мәсьәләне хәл итергә өйрәнеүҙәрен дә билдәләне.
Шулай уҡ кәңәшмәлә сығыш яһаусылар киләһе өс-дүрт йыл эсендә, самолет эшләү тәңгәлендә, Рәсәйҙең сит ил етештереүселәренә бәйле булмаясаҡтары авиация двигателдәре етештереүҙәге ҡаҙаныштар хаҡында ла һөйләне.
- Илдар АҠЪЮЛОВ