Башҡортостандың төбәк халҡы өсөн банк хеҙмәттәренең финанс осһоҙлоғон арттырыу пилот проектында ҡатнашыуы 2020-2021 йылдарҙа алыҫ муниципалитеттарҙа финанс сервистарын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Милли банктың Башҡортостан буйынса идарасыһы Марат Кашапов һөйләне.
Төбәктең алыҫ муниципалитеттарында түләү ҡоролмалары һаны – 25, Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә банк хеҙмәттәре күрһәтеү урындары 33 процентҡа артҡан. Рәсәй Үҙәк банкы лицензиялары буйынса халыҡҡа ҡулаҡса менән аҡса биреүсе сауҙа-сервис предприятиеларының иҫәбе 2,5 тапҡырға күбәйгән.
"2020 йылдың апрелендә Башҡортостандың тораҡ пункттарында түләү инфраструктураһы булыу-булмау тураһындағы мәғлүмәтте тикшерҙек. Һуңынан республика райондарында банк ҡоролмаларының уңайлылыҡ картаһы төҙөлдө. Һәм һуңынан этаплап финанс хеҙмәттәрен, шул иҫәптән “Мир” картаһын, “Алға” һәм “Башҡортостандың социаль картаһы” транспорт ҡушымталарын индерә башланыҡ, – тине Марат Кашапов. – Һөҙөмтәлә беҙҙең төбәк электрон түләү инфраструктураһын үҫтереү буйынса илдә алдынғы урынға сыҡты, ә Волга буйы федераль округында икенсе урын яуланы".
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был йүнәлештәге эште дауам итергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.