Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан делегацияһының 15 июндән 18-нә тиклем барған Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумындағы эшенә йомғаҡ яһалды.
Беренсе вице-премьер – төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Башҡортостан стендының форумдың иң популяр экспозицияларының береһе булыуын билдәләне. Республика майҙансығына биш меңдән ашыу кеше килгән.
– Ҡунаҡтарға бер нисә функциональ-тематик зона тәҡдим ителде. Төп объект – Башҡортостандың инвестиция-иҡтисади ҡеүәте менән интерактив таныштырыу сараһы булған һанлы тирмә, – тине Рөстәм Моратов. – Стендта шулай уҡ Республикаға идара итеү үҙәге зонаһы, “Башҡортостан сода компанияһы” экспозицияһы, Ка-32 вертолетына оҡшатып стилләштерелгән һөйләшеүҙәр майҙансығы эшләне. Бынан тыш, теләгән һәр кем донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары-ара кампусы макеты менән таныша алды.
Республика стендын Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко, илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Бахрейн короллегенең Рәсәйҙәге илсеһе Әхмәт Абдулрахман Әл Саати, Рәсәй почтаһы генераль директоры Максим Акимов, Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев һәм башҡалар ҡараны.
Эшлекле программа сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында власть органдары, үҫеш институттары һәм корпорациялар етәкселәре, сит ил дәүләттәре вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрҙе. Форум сиктәрендә Башҡортостан бөтәһе 65 миллиард һумға 31 килешеү төҙөнө.
16 июндә республика Башлығы Радий Хәбиров “Автодор” дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашты һәм Башҡортостандың төп транспорт проекттары, шул иҫәптән Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы һәм М-12 Мәскәү - Екатеринбург яңы магистрале участкаһы менән таныштырҙы.
Форум майҙансығында Торлаҡ өлкәһен үҫтереү институты (ДОМ.РФ) менән республикала инфраструктура облигацияларын ҡулланып социаль һәм коммуналь объекттар төҙөү тураһында килешеү төҙөлдө.
Төбәк агросәнәғәт комплексының ҡошсолоҡ йүнәлешен үҫтереү – “Траст” профилле булмаған активтар банкы менән үҙ-ара эш итеү тураһындағы килешеүҙә, ә машиналар эшләү тармағындағы инвестиция проекттары Беларусь Республикаһының “АМКОДОР” холдингы менән ниәттәр хаҡында килешеүҙә сағылдырылды.
Шул уҡ көндә республика Башлығы Радий Хәбиров һәм корпорацияның генераль директоры Сергей Суханов Башҡортостан Хөкүмәте менән “Туризм корпорацияһы.РФ” акционерҙар йәмғиәте араһында рекреацион тармаҡты үҫтереү буйынса үҙ-ара эш итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.
Радий Хәбировтың Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Антон Шалаев һәм Рәсәйҙең Кластерҙар, технопарктар, махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко менән осрашыуы барышында яҡтар 2022 йылдың декабрендә Өфөлә еңел сәнәғәт продукцияһы өсөн Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡтың аккредитацияланған лабораторияһын асыу тураһында һөйләшеп килеште.
17 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы менән таныштырыу сараһы булды. Уны йыл һайын Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләй. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан бишенсе позицияһын һаҡлап ҡалды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышындағы сығышында Башҡортостандың милли рейтингтағы алдынғылығын билдәләне.
17 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомрат Тоҡаев менән осрашты. Яҡтар сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт, инвестиция һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытыуҙы тикшерҙе.
Республика Башлығы шулай уҡ Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова менән Башҡортостанды “Оло Урал” туристик макротөбәгенә индереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Радий Хәбиров Силәбе өлкәһе губернаторы Вадим Шумков менән дә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Өфөлә 2024 йылда “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумын уҙғарыу буйынса ниәттәр хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйыу төбәктең спорт тармағын үҫтереү өсөн мөһим ваҡиға булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында документҡа Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов һәм “Спорт державаһы” форумы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры Алексей Степанов ҡул ҡуйҙы.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Роснефть” нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙең актуалләшеүе төбәк делегацияһының эшлекле программаһындағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе булды. Ул республикала компанияның сәнәғәт, финанс һәм социаль программаларын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумын ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
– Форум майҙансығында бик һөҙөмтәле эшләнек. Ошо мөһим ваҡиғаға әҙерләнеүҙә ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт, – тине республика Башлығы. – Башҡортостандың Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлауы бик мөһим. Төбәктәрҙең конкурентлы көрәше шарттарында был ҡатмарлы бурыс ине, һәм беҙ уны бергәләп үтәнек.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.