Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2022, 18:45

Экспортҡа әүҙем ярҙам күрһәтелә

Башҡортостан инвестиция шарттарының милли рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбенә инде.

Экспортҡа әүҙем ярҙам күрһәтелә
Экспортҡа әүҙем ярҙам күрһәтелә

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында белдереүҙәренсә, Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән инвестиция шарттарының милли рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбенә инде.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы республика етештереүселәренең продукцияһын тышҡы баҙарҙарға даими сығара.

– Беҙ әүҙем эшләйбеҙ. Төбәктә экспорт йүнәлешендәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына уникаль ярҙам саралары комплексы ғәмәлгә индерелгән. Улар финанс һәм финансҡа бәйле булмаған саралар. Хәҙерге халыҡ-ара шарттарҙа эштең был йүнәлеше көнүҙәк һәм бик кәрәкле тип ышанам, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Уның әйтеүенсә, төбәктең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге кимәлен күтәреү буйынса системалы, аналитик һәм практик эш шулай уҡ бизнес-миссияларҙы, күргәҙмә-йәрминкә сараларын, вебинарҙарҙы үҙ эсенә ала.

Былтыр 95 компания Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Ҡырғыҙстанда, Әрмәнстанда, Ҡаҙағстанда, Белоруссияла, Үзбәкстанда, Сербияла, Төркиәлә һәм Тажикстанда ете бизнес-миссияла һәм 14 күргәҙмә-йәрминкәлә ҡатнашҡан. Ошондай саралар һөҙөмтәһендә Башҡортостандың 35 компанияһы 8,7 миллион долларға экспорт килешеүе төҙөгән.

Төбәктә “Экспорт форсажы” мәғариф программаһы даими нигеҙҙә тормошҡа ашырыла. Акселерация программалары буйынса 24 компания 4,4 миллион долларлыҡ 73 килешеүгә ҡул ҡуйған. Продукция ташыу географияһы ла киңәйгән.

– Былтыр эпидемиологик хәл шарттарында ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең тәҡдимдәрен, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү йәһәтенән Башҡортостан Республикаһы 100-ҙән ашыу күргәҙмә-йәрминкә һәм конгресс сараларында ҡатнашҡан, – тип өҫтәне Маргарита Болычева.

Башҡортостан Төбәк экспорт стандартын ғәмәлгә индереү буйынса Рәсәй субъекттары араһында алдынғылыҡты биләй. Республикала 2019 йылдан экспортерҙар өсөн финанс ярҙамы ҡаралған. Республика ошондай тәжрибәне уңышлы ғәмәлгә индергән пилот төбәк тип  танылды. “Рәсәй экспорт үҙәге”, шулай уҡ  күрше төбәктәрҙәге белгестәр был йүнәлештәге эштең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

Маргарита Болычева билдәләүенсә, 2019 – 2021 йылдарҙа 188 компания субсидия алған. Өс йылда экспортҡа ярҙам 37,1 миллиард һум тәшкил иткән.

Субсидиялар экспортерҙар араһында әле айырыуса киң танылыу яуланы.

Аудит һөҙөмтәләре Башҡортостандағы 6285 предприятиеның 5473-ө экспорт ҡеүәтенә эйә булыуын күрһәтте. Улар менән тышҡы баҙарға сығыу, шул иҫәптән тәжрибә, оҫталыҡ туплау буйынса әүҙем эш алып барыласаҡ. 2024 йылға ошо исемлектәге предприятиеларҙың 10 проценттан ашыуын экспортҡа сығарыу күҙаллана.

Бынан тыш, “Ашығыс экспорт ярҙамы” эксперт төркөмдәренең предприятиеларға барып, урында консультация ярҙамы күрһәтеүен күҙ уңында тота.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56370

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56370

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: