Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2022, 21:00

Көн тәртибендә – “зәңгәр яғыулыҡ”

Радий Хәбиров: "2026 йылға Башҡортостанда газ менән тәьмин итеүҙе тулыһынса тамамларға ниәтләйбеҙ".

Көн тәртибендә – “зәңгәр яғыулыҡ”
Көн тәртибендә – “зәңгәр яғыулыҡ”

Бөгөн Өфөләге “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров газ үткәреү буйынса төбәк штабының күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте, “Газпром”, “Газпром газ үткәреү” йәмғиәттәре вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Көн тәртибендә газ үткәреү һәм социаль газ үткәреү программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.

Ултырыш алдынан республика Башлығы “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең газды редукциялау пункттарының, шулай уҡ катодлы һаҡланыу станцияларының продукцияһы менән танышты. Предприятие был продукция төрҙәрен 15 йылдан ашыу етештерә.

“Газпром төбәк-ара газ Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов продукцияны өс майҙансыҡта: Өфөлә, Ишембайҙа һәм Стәрлетамаҡта сығарыуҙары хаҡында һөйләне. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса етештереү күләме 368 миллион һум тәшкил иткән, 2022 йылға план – 414 миллион һум.

Республика Башлығы көнбайыш санкцияларының предприятие эшенә нисек йоғонто яһауы һәм импортҡа алмашҡа бәйле хәл менән ҡыҙыҡһынды.

– “Газпром” был мәсьәләләр менән күптән шөғөлләнә. Был предприятиела бөтә ҡорамалдар ҙа тиерлек үҙебеҙҙә етештерелгән. Йорт эсендәге газ ҡорамалдары – ҡаҙанлыҡтарға, плитәләргә, иҫәп-хисап приборҙарына килгәндә, уларҙы Рәсәйҙә һәм Беларусь Республикаһында эшләйҙәр. Шуға күрә газ үткәреү программаларын тормошҡа ашырыуҙа ҡыйынлыҡтар тоймайбыҙ, – тине Альберт Лоҡманов.

Төбәк штабы ултырышында төбәктә газ үткәреүҙең план-графигына яҡынса йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә эш планы тикшерелде. Радий Хәбиров үҙенең сығышында республикала газ үткәреү буйынса эштең ике йүнәлештә алып барылыуын билдәләне. Беренсеһе – ул “Газпром” менән раҫланған газ үткәреү буйынса биш йыллыҡ программа саралары, икенсеһе иһә – ил Президенты Владимир Путиндың биләмәләрҙәге йорт участкаларына тиклем “зәңгәр яғыулыҡ”ты еткереү буйынса күрһәтмәһен үтәү.

Республика Башлығы әйтеүенсә, Башҡортостанда газ бүлеү станцияларына булышлыҡ итеү, газ үткәреү өсөн уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән байтаҡ эш башҡарылған. Атап әйткәндә, газ үткәреүгә ҡағылышлы йыйылма һәм һәр объект буйынса план-график төҙөлгән, газ ташыу тарифтарына махсус өҫтәмәләр күләме 21,9 проценттан 24,5 процентҡа тиклем арттырылған, граждандарҙың айырым категорияларына газ үткәреүгә сертификат бирелә, беҙ тәүгеләрҙән булып яңы төҙөлгән газ үткәргестәр өсөн мөлкәткә һалым буйынса льготалы ставка билдәләнек.

Ултырышта “Газпром газ үткәреү” йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Антон Радченко объекттарҙы проектлау планы тураһында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, быйыл ҡаралған тикшеренеү эштәре ваҡытында тамамланасаҡ.

“Газпром төбәк-ара газ Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов, быйыл 15 ҡасабала дөйөм оҙонлоғо 66,8 километрлыҡ газ үткәргес төҙөү күҙаллана, тип билдәләне. Был 20 ҡаҙанлыҡты һәм 1260 йортто тәбиғи газ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Ултырышта шулай уҡ социаль газ үткәреү программаһы буйынса фекер алыштылар. Республиканан был программа буйынса 24 мең ғариза тапшырылған. Ете меңгә яҡын участкаға газ бүлеү селтәре килтерелгән, биш меңдән ашыу йорт “зәңгәр яғыулыҡ”ты файҙалана ла башлаған.

– Газ үткәреү буйынса ғаризалар һаны ла, башҡарылған эш күләме лә көндән-көн арта. Газ йортҡа тиҙерәк килеп етһен өсөн граждандарҙы тейешле документтарҙы йылдамыраҡ тултырып тапшырырға һәм килешеүҙәрҙе ваҡытында төҙөргә саҡырабыҙ. Ғаризаны Берҙәм газ үткәреү операторының интернет-порталында йәки газ бүлеү ойошмаһы сайтындағы шәхси кабинетта, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, күп йүнәлешле үҙәк офистарында, клиент үҙәктәрендә тапшырырға мөмкин, – тине Альберт Лоҡманов.

Радий Хәбиров халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эшенең әүҙемлеген кәметмәҫкә, республика Хөкүмәтенә Башҡортостандың социаль объекттарын йылылыҡ менән тәьмин иткән ҡаҙанлыҡтарҙы газға күсереү мөмкинлеге тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Ултырыштан һуң республика Башлығы журналистар менән осрашып, һорауҙарға яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, “Газпром” менән 2025 йылға тиклем газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу тураһында килешеү төҙөлгән. Уға 16,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Бындай финанслау күләме әлегә тиклем төбәктә булғаны юҡ ине.

– 2026 йылға Башҡортостанда газ менән селтәрҙән тәьмин итеүҙе тулыһынса тамамларға ниәтләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: