Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, республикабыҙ “Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы” федераль проекты тормошҡа ашырылған 20 төбәк иҫәбенә инде. Республика, пилот төбәге булараҡ, берҙәм һанлы платформала ҡатнаша, унда ҡыҙыҡһынған кешеләр, шул иҫәптән инвесторҙар, “Берҙәм тәҙрә” режимында ер һәм күсемһеҙ милек тураһында комплекслы мәғлүмәттәр ала аласаҡ.
- Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһына ярашлы, Башҡортостанда ер һәм күсемһеҙ милек тураһында комплекслы мәғлүмәттәрҙе берләштереүсе берҙәм электрон картографик нигеҙгә күсеү, Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестрын тулы һәм теүәл мәғлүмәттәр менән тулыландырыу, ҡағыҙ архивтарҙы һанлаштырыу, хоҡуҡтарҙы һәм кадастр иҫәбен теркәү ваҡытын мөмкин тиклем ҡыҫҡартыу бурысы тора. Республика территорияһында сервистар эшләй башлаясаҡ, улар артабан аныҡ ваҡыт режимында көнүҙәк ер мәғлүмәттәрен бирәсәк, төҙөлөш һәм арауыҡ аналитикаһы өсөн ер банкына инеү мөмкинлеге бирәсәк, был төбәктең ер-милек комплексы менән идара итеүҙе ябайлаштырасаҡ, - тип һөйләне Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Ошо маҡсатта республикала Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестры көнүҙәк мәғлүмәт менән әүҙем тулылана – уға власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары ҡатнашлығында ер участкаларының һәм территорияларҙың сиктәре, күсемһеҙ милек объекттары хужалары тураһында әлегәсә етешмәгән мәғлүмәттәр индерелә, ер категориялары һәм уларҙы рөхсәт ителгән файҙаланыу төрө аныҡлана. Бөгөн республикала Росреестрҙың ҡағыҙ архивы 53 процентҡа һанлаштырылған, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты уртаса теркәү ваҡыты ике эш көнө тәшкил итә, ә электрон төрҙә бирелгән документтар буйынса – бер эш көнө.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Росреестр инфраструктураны яңыртыу һәм граждандар өсөн уңайлы мөхит булдырыу маҡсатында “Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы” социаль-иҡтисади үҫеш башланғысы менән сығыш яһаны. Был башланғыс РФ Хөкүмәте тарафынан хуплау тапты һәм “Милли киңлек мәғлүмәттәре системаһы” дәүләт программаһына нигеҙ булды.
- “Милли киңлек мәғлүмәттәре системаһы” дәүләт программаһы илдә ер мәғлүмәттәре системаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Проект өҫтөндә 20-нән ашыу власть органы эшләй. Уларҙың мәғлүмәттәре бер системаға берләштерелә, ошо нигеҙҙә идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеү өсөн бик тиҙ тулы һәм аныҡ мәғлүмәт алырға мөмкин булған теләһә ниндәй территорияның берҙәм профиле булдырыла. Бындай ресурс төҙөлөш һәм күсемһеҙ милек өлкәһендә Башҡортостандың иҡтисади үҫеше һәм республика халҡының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләне Кадастр палатаһының Башҡортостан буйынса филиалы директоры урынбаҫары Юрий Гончаров.
2030 йылға илдең бөтә төбәктәрендә лә һанлы платформа менән мәғлүмәт системаларын һәм арауыҡ мәғлүмәттәрен интеграциялау тәьмин ителергә тейеш.
Росреестр башлығы Олег Скуфинский Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында әйтеүенсә, Рәсәйҙә “Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы” берҙәм һанлы платформаһы тулыһынса импортты алмаштырыу нигеҙендә булдырыла.
Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru