Пермь крайына эш сәфәре барышында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Волга буйы федераль округы кураторы Дмитрий Чернышенко Волга буйы федераль округының ғилми-белем биреү үҙәктәре хеҙмәткәрҙәрен Уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар көнө менән ҡотланы.
Вице-премьер Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев һәм төбәк губернаторы Дмитрий Махонин менән бергә “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә булдырылған Пермь өлкәһенең “Ер аҫты байлыҡтарын рациональ файҙаланыу” ғилми-белем биреү үҙәге лабораторияларында булды.
Вице-премьер үҙәктең биш өҫтөнлөклө фәнни-технологик проектына ярашлы алып барылған эштәр менән танышты. Улар араһында нефть һәм газ компанияһына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән тотош бер тикшеренеүҙәр комплексы бар. Шул рәүешле технологик процестарҙың инженер симуляторы операторҙарға онлайн-режимда скважиналар һәм ҡорамалдарҙың торошо тураһында мәғлүмәт алырға, шулай уҡ нефть йәки газ табыуҙың иң ҡулай режимын ҡулланырға мөмкинлек бирә.
Фәнни-белем биреү үҙәктәре ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өсөн кешеһеҙ технологиялар булдырыу буйынса эштәр алып бара, был айырыуса ҡатмарлы тау-геологик шарттарҙа бик кәрәк. Мәҫәлән, "Беларуськалий" компанияһының бөтә рудниктары ғилми-белем биреү үҙәге тарафынан эшләнгән автоматик елләтеү системаһы менән йыһазландырылған.
Тағы ла бер йүнәлеш – авиадвигателдәр эшләү өсөн һанлы ҡарарҙар һәм яңы материалдар, улар илебеҙҙә аэрокосмик техника эшләүҙе, һынауҙы, етештереүҙе ярайһы тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк. Гибридлы аддитив технологиялар ракеталар һәм самолеттар өсөн деталдәрҙе традицион технологияға ҡарағанда титандан ун тапҡыр тиҙерәк “баҫырға” буласаҡ. Пермь ғилми-белем биреү үҙәгендә шулай уҡ түбән углеродлы энергетиканы, яңыра торған энергия сығанаҡтарын үҫтереү өсөн технологиялар эшкәртелә.
Заманса химик технологиялар йүнәлеше сиктәрендә ғилми-белем биреү үҙәгендә бысранған тупраҡты һәм һыуҙы, агрессив мөхиттәрҙә эшләгән механизмдарҙы, шулай уҡ яңы фармацевтик препараттарҙы таҙартырға мөмкинлек биргән заманса сорбенттар әҙерләнә.
“Пермь ғилми-белем биреү үҙәге илдә иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе булып тора. Уның эшкәртмәләре төрлө тармаҡ предприятиеларына импортҡа алмашты һөҙөмтәле үткәрергә мөмкинлек бирә. Бөгөн беҙ яғыулыҡ-энергетика комплексын һанлы трансформациялау сиктәрендә профилле министрлыҡтарҙың Пермь ғилми-белем биреү үҙәгендә нефть-газ, химия һәм машиналар эшләү комплексы компанияларының һанлы технологик бойондороҡһоҙлоғо проблемалары буйынса федераль көйләү үҙәген булдырыу мәсьәләһен өйрәнеү тураһында һөйләшеп килештек”, - тине Дмитрий Чернышенко.
Пермь ғилми-белем биреү үҙәге 2019 йылда Рәсәйҙә асылған донъя кимәлендәге тәүге биш ғилми-белем биреү үҙәге исемлегенә инә. Бөгөн ул 10 фәнни һәм ғилми-белем биреү ойошмаһын, шулай уҡ 20-нән ашыу реаль сектор компанияһын берләштерә.
Башҡортостанда ла донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге уңышлы эшләй. Уның составына Башҡортостандың алты университеты, өс ғилми учреждение һәм иҡтисадтың реаль секторы ойошмалары инә. Программаға ярашлы, “Яңы йәшәү мөхите”, “Һанлы һәм “йәшел” химия, энергетика”, “Биомедицина һәм генетика”, “Инжиниринг һәм алдынғы етештереү технологиялары” йүнәлештәре буйынса перспективалы технологик проекттар билдәләнде.
2020 йылдың декабрендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәге федераль статусҡа эйә булды. 2021 йылдың авгусында иһә Рәсәй Хөкүмәтенең бюджет гранттары формаһындағы ярҙамын Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы проекты алды. Ошондай күләмле объектты төҙөү өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһын илдәге һигеҙ майҙансыҡтың береһе итеп һайланылар.
Быйылғы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дмитрий Чернышенконы ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлаштырыу күҙалланған кампус проекты менән таныштырҙы. Вице-премьер проекттың архитектура концепцияһын юғары баһаланы һәм, кампус төбәк үҫешенең ҡеүәтле драйверына әйләнергә тейеш, тип билдәләне.
Фото: udmpravda.ru