Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июль 2022, 08:27

“Инмаш” уңыштары менән ҡыуандыра

Металл эшкәртеү һәм машиналар эшләү тармаҡтары үҫешә.

ufa.rbc.ru/ufa
Фото:ufa.rbc.ru/ufa

Тотҡаһы һынғас, ит турағыс өс ай тирәһе кәштәнең иң өҫкөһөндә, кәрәкмәгән әйбер булараҡ, саңланып ятты. Сүплеккә сығарып ташларға күңел тартманы, йәл дә ине. Тауар сит илдеке булғас, уға запас часты яҙҙырып алыу өсөн заказ биргәндән һуң алты ай көтөргә кәрәк. Түҙмәнем, ишек алдындағы тимерлектә эҙләнеп, ҡулға эләккәндәренән тотҡа әтмәләнем. Ғәжәп, уны ялтыратҡас, заводта етештерелгән тауарҙан һис тә ҡайтыш булмаған деталь килеп сыҡты. Баҡ­тиһәң, тырышҡанда, үҙеңә лә уны эшләргә мөмкин икән, ә “сит илдән ҡасан килә” тип көтөп ятырға ярамай.

Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа импортҡа алмаш тип йыш һөйләйбеҙ. Кем әйтмеш­ләй, улар сит илдең тауарына табыныуҙы туҡтатыуға табан  аҙым булды.  

– Импортҡа алмаш йүнәлешендә ентекле  эшләйбеҙ, бөтә уй-маҡсаттар ҙа планға ярашлы ғәмәлгә аша, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы сығышында. –  Был машина эшләү, нефть-газ өлкәһенә, металлургияға ғына түгел, ә башҡа тармаҡтарға ла туранан-тура ҡағыла. Хөкүмәттән әлеге еңел булмаған шарттарҙа сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүен, ярҙам күрһәтеүен, улар әлеге шарттарҙа һаҡланып ҡалһын өсөн индус­триаль һәм технопарк программаларын үҫтереүҙе дауам итеүен һорайым.

Әйткәндәй, предприятиеларыбыҙға ресурстар менән ярҙам итеү эшен эҙмә-эҙлекле ойоштороу өсөн Башҡортостанда “Импорт менән тәьмин итеү һәм импортҡа алмаш” үҙәге асылды.

Беҙҙә импортҡа алмаш металл эшкәртеү һәм машина эшләү тармаҡта­рының үҫешенә булышлыҡ итә.

Импортҡа алмаштың илебеҙҙең иҡтисады өсөн беренсе булып тормошҡа ашырылырға тейешле бурысҡа әйләнеүе берәүгә лә сер түгел. Был йәһәттән республика етәкселеге ҡулдан килгәндең барыһын да бойомға ашыра. Беҙҙең иҡтисад өлкәһенең бөтә тармағына ҡарата һуғыш иғлан ителгәндә, Рәсәйҙә быға ҡаршы тора алырлыҡ көс барлыҡҡа килгән дә инде. Мәҫәлән, 2021 йылда республикабыҙ сәнәғәтендә етештереү күләме 7,5 процентҡа артҡан, йәлеп ителгән инвестициялар 5,6 процентҡа үҫкән, һәм ул 419,3 миллиард һум тәшкил иткән.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, санкциялар ҡыҫымы шарттарында ауырлыҡ­тар ҙа буласаҡ, һуңғы һигеҙ йыл һуҙы­мында импортҡа алмаш өсөн күп уй-ниәт­тәр ғәмәлгә ашырылған. Әле лә һәр ҡатмар­лы хәл-ваҡиғаға әҙербеҙ.

Башҡортостанда импортҡа алмаш һәм импорт менән тәьмин итеү үҙәктәренең ойошторолоуы тураһында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та Көрсөккә ҡаршы штаб ултырышында хәбәр иткәйне. Импортҡа алмаш үҙәге ойошмаларға һәм бизнесҡа яңы партнерҙар, ҡорамал, сеймал табырға ярҙам итә.

Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан ҡеүәтле “Инмаш” концерны” предприятиеһы тураһында күптәр белә. Заводтың ҡаҙаныштары хаҡында ишетеп торабыҙ, хеҙмәткәрҙәрҙең әленән-әле еңеү яулауы һәр йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ. 1983 йылда асылған завод металл эшкәртеү һәм машина төҙөү буйынса алдынғылыҡты бирмәне. Хәйер, тәүге йылдарҙа ул сәнәғәт роботтары (манипулятор) етештерҙе.

Шул иғтибарға лайыҡ: бөгөн “Инмаш” концерны” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­те хәрәкәткә килтереүсе винтлы ҡоролма етештереү буйынса махсус­лашҡан. Улар авиацияла ла, станоктар һәм караптар эшләгәндә лә, шулай уҡ автомобиль һәм нефть сәнәғәтендә лә киң файҙаланыла.

“Инмаш” концерны” йәмғиәте етәксе­леге белдереүенсә, улар, элекке заводтың бай тәжрибәһенә таянып, өр-яңы йүнә­леште башлаған, ҡыҫҡаһы, артабанғы эшмә­кәрлеген төрлө йүнәлештә, айырыуса импортҡа алмаш йәһәтенән, киң йәйелдергән. Төрлө ҡоролма һәм механизмдар, винт-гайка, транспорт винттары ла етештерелә.

Шуныһы, “Инмаш” концерны” – Рәсәйҙә хәрәкәткә килтергән винтлы ҡоролма һәм таймалы винт-гайка етештергән берҙән-бер предприятие иҫәпләнә. Дәүләт йәмғиәткә ҙур ярҙам күрһәтә. Элек иһә был тауарҙарҙың барыһы ла Германия, Швеция, Тайвань, Япония һәм Украинанан килтерелгән.

“Инмаш” эшмәкәрлеген матур итеп көйләгәс, бында күпләп эш урындары булдырылған, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар һатыуға сығарылған.

Башҡортостанда импортҡа алмаш мәсьәләһе өс йүнәлештә көйләнгән – авиация машиналары етештереүҙә, бәләкәй тоннаж химияһында һәм ауыл хужа­лығында.

- Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас: