Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2022, 21:30

"Асыуландыра"

Радий Хәбиров Башҡортостан сода компанияһына, файҙалы ҡаҙылмалар табыуға бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты. 

"Асыуландыра"
"Асыуландыра"

Башҡортостан Башлығы ОТР федераль телеканалы эфирында Башҡортостан сода компанияһы акциялары пакетының дәүләт милкенә кире ҡайтыуына аңлатма бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, компания активтары 2007-2013 йылдарҙа тартып алынды. 2020 йылда предприятиены дәүләт файҙаһына ҡайтарыу буйынса суд процесы башланды.

– Асыуландырған әйберҙәр бар. “Сода”ны хосусилаштырыуға бәйле барлыҡ мәсьәләләрҙе бер генә һүҙ менән әйтеп була: “асыуландыра”. Был башҡорт йәмғиәте тәнендәге шундай яра булды. Шуға күрә Президенттың предприятиены дәүләт милкенә ҡайтарыу буйынса ҡарары ғәҙеллекте тергеҙеү, яһалған ҙур хатаны төҙәтеү рәүешендә булды. Хирургик операция ҡайһы берҙә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ төбәк етәксеһе республикала киң таралған файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу буйынса фекерен әйтте.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, яңыраҡ ҡына, мәҫәлән, алтын сығарыу менән хәл бик насар ине, “эштең был өлөшө контролһеҙ яҫылыҡҡа күсә башлағайны”.

– Нисек алтын алына? Тракторҙар килә, тупраҡ йыуыла һәм алтын алына. Һәм бына беҙҙең берәй башҡорт бабайы ултыра ла унан ике метр алыҫлыҡта трактор эшләй башлауын күрә. Беҙҙә халыҡтың ошондай сығарыуға ҡарата бик көслө ризаһыҙлығы бар ине, – тине Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, күптәр экологик ҡағиҙә боҙоуҙарҙан тыш, урындағы халыҡтың, муниципалитеттың, республиканың табылған алтын урынына нимә алыуын аңламаған. Лицензиаттар, үҙ сиратында, халыҡ менән бер нисек тә бәйләнешкә инмәгән һәм үҙҙәрен бик насар тотҡан.

– Шуға күрә коллегаларыбыҙ, контроль-күҙәтеү структуралары менән был мәсьәләләрҙе ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм республика биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһы сиктәрендә тикшерергә һөйләштек. Әле граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙе ошо комиссия ултырышында ҡарайбыҙ, лицензиаттарҙы саҡырабыҙ һәм хәлде төҙәтәбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров, шул уҡ плитәнең ҡаҙылыуына аңлатма биреп, “ҡаҙып алалар, уңышлыларын һайлап алалар һәм үҙҙәренән һуң урмандарҙа соҡорҙар ҡалдырып китеүенә ҡарауы ауыр”, тине.

“Кешеләрҙең ризаһыҙлығы килеп тыуһа, быға бик етди иғтибар бирергә кәрәк. Экологик повестканың көнүҙәклеге арта бара. Йомғаҡлап шуны әйтәм: тәбиғи ҡаҙылмалар – ул, әлбиттә, муллыҡ, йәмғиәттең, муниципалитеттың, республиканың, дөйөм алғанда, бөтә илдең матди именлеге. Бында бик һаҡ булырға кәрәк”, - тине Башҡортостан етәксеһе.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: